Эстәлеккә күсергә

Ғаҡыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғаҡыл (ғәр. عقل,күпл. عقول-ғуҡул; рус. Акль, акл) - исламда, атап әйткәндә, шиғый дини тәғлимәт һәм хоҡуғында, мөһим төшөнсә.

Һүҙмә-һүҙ «хайуан аяғындағы тышау» тигәнде аңлатҡан һүҙ «ғаҡыл», «аҡыл», «аң-зиһен» тип тәржемә ителә. Тышау менән ассоциация осраҡлы түгел, сөнки хәҙистәрҙә ғаҡыл түбән хистәрҙе ауыҙлыҡлау сараһы итеп һүрәтләнә.

Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ғаҡыл» төшөнсәһенә күп хәҙистәр бағышланған, ул фиҡһта ла, ислам тәғлимәтендә лә телгә алына. Әммә «ғаҡыл» төшөнсәһе бигерәк тә шиғый исламда мөһим мәғәнәгә эйә була, ул жәғәфәри мәҙһәбтә хоҡуҡ сығанаҡтарының береһе сифатында ҡарала .

Ғаҡыл төшөнсәһе мосолмандарҙың Изге Китабы - Ҡөрьәндә йыш ҡына телгә алына: "был аңлай белгәндәр өсөн иҫкәртеү» (һүҙмә-һүҙ тәрж. "аң-зиһене булғандар өсөн (ғаҡыл)).

Миҫалға түбәндәге ике аятты килтерергә мөмкин :

« Улар (мөшриктәр) тамуҡта әйттеләр: "Әгәр донъяла ваҡытта беҙ пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен тыңлаған булһаҡ йәки фекерләп аңлаған булһаҡ, был көндө тамуҡ әһелдәре булмаҫ инек"
»
« Ул хикмәтте теләгәненә бирә: ә кемгә хикмәт бирелгән,— уға күп яҡшылыҡ та бирелгән. Әммә аҡылдары булғандар ғына иҫкә ала!
»

 

Ғаҡыл философияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам философтары үҙҙәренең иғтибары менән ғаҡыл темаһын урап үтә алмай, сөнки был, билдәләнеүенсә, Ҡөрьән аяттарының, хәҙистәрҙең төп нигеҙ ташы булып тора.

Алишер Навои Ақли Кулл төшөнсәһе тураһында телгә ала, был «тәүаҡыл» йәки «универсаль аҡыл» тип тәржемә ителә, уның был төшөнсә ҡыҫаларында аҡыл энтелехияһын йәки сиктәрен күҙҙә тота[1].

Әммә мосолман философтары ғаҡылды (аҡылды) Европаса рационаллекте аңлау менән тиң ҡуйып ҡарау йәһәтенән төрлө фекерҙә.

Атап әйткәндә, улар аҡылдың ике төрөн - истидлали аҡыл(Яңы замандан башлап Европа рационаллеге эталоны, практик аҡыл) һәм аҡыл нури (фани донъяның ғәмәли файҙаһына бәйле булмаған, Аллаһыны аңлауға һәм серле донъяны танып белеүгә алып барған нурланыш) төрҙәренә айырып йөрөтә.

  • Intellect / Kermani, Navid // Encyclopaedia of the Qurʾān. — Leiden : E. J. Brill, 2001—2006. (платн.)
  • M. Muhammadi Rayshahri, The Scale of Wisdom. Bilingual Edition, ICAS Press, 2009;
  • Мухаммад Бакир ас-Садр. История илм аль-усул, Москва, «Исток», 2009.