Ибәдиҙәр
Ибәдиҙәр | |
ғәр. الاباضية | |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Нигеҙләүсе | Джабир ибн Зайд[d] |
Дәүләт | Оман |
Ибәдиҙәр (ғәр. الاباضية — абадиттар;рус. Ибади́ты) — сөннилектән дә, шиғыйлыҡтан да айырылып торған ислам ағымы. Ибәдилекте йыш ҡына хәүәриждәр хәрәкәтендә уртаса фракция булараҡ билдәләйҙәр, тик ибәдиҙәр үҙҙәрен хәүәриж тип таныуҙан баш тарта.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибәдиҙәр VII быуатта Ираҡта барлыҡҡа килгән; Ғабдуллаһ ибн Ибәд исеме менән аталған. Әммә ибәди сығанаҡтарындағы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, ибн Ибәд, үҙенең беренсе имамы һәм нигеҙ һалыусыһы Жәбир ибн Зәйет менән сағыштырғанда, ибәдиҙәр хәрәкәтен ойоштороуҙа һәм уға етәкселек итеүҙә икенсе дәрәжәләге роль уйнаған.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибәдиҙәр Хәлифәткә ҡаршы көрәш алып барған, имаматтар төҙөгән, шул иҫәптән Тахертала (Төньяҡ Африка, VIII — X быуат башы) Рөстәмиҙәр имаматы, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытҡа Йемендә имамат булған. Шул ваҡытта Оманда ибәди дәүләт барлыҡҡа килгән, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.
Ибаәдиҙәр барлыҡ мосолмандарҙың 1%-ын ғына тәшкил итһә лә, улар мосолман донъяһының күп өлөшөндә йәшәй. Хәҙерге заманда ибәдиҙәр Оман халҡының күпселеген (яҡынса 75 %)тәшкил итә[1], Йәмән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (БҒӘ), Алжир (Мзаб), Тунис (Джерба), Ливияла (Нафуси һәм Зуара) йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ күп кенә ибәдиҙәр Танзанияла Занзибар утрауында йәшәй. Унда 1964 йылғы революцияға тиклем Әлбүсәйет династияһы солтандары идара иткән, улар ҙа Оман тармағы кеүек, ибәдиҙәргә ҡарай.
Сөнниҙәр һәм шиғыйҙар менән айырма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибәдилек исламда ҡәҙимге йүнәлештәренең береһе булып торһа ла, тикшеренеүселәр уны Европа уҡыусыларына киңерәк билдәле сөннилек, шиғыйлыҡ, мөтәзилилек һ.б. менән сағыштырып һүрәтләргә мәжбүр. Мәҫәлән, шиғыйлыҡта юғары власть Пәйғәмбәр йорто эсендәге имамдар, Али ибн Әбү Талип һәм уның ҡатыны, пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима нәҫеле буйынса тапшырылырға тейешле тип һаналһа, шул уҡ ваҡытта сөннилектә мосолман өммәтенең юғары хакимдары ҡорайыштарҙан булырға тейеш тип барһалар, ибәдиҙәр һәр мосолман өммәттең имамы була ала, тип һанай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Статья с сайта cia.gov о Омане . Дата обращения: 16 апрель 2012. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2018 года. 2019 йыл 4 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беязи, Беязиты или Ибади // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ибадиты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Cook, Michael A. Early Muslim Dogma. Cambridge, U.K., 1981.
- Ennami, Amr Khalifa. Studies in Ibadhism. Benghazi, Libya, 1972.
- Ali Yahya Muammar. Ibadhism A Moderate Sect of Islam. Open Mind, 2007.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |