Занзибар (архипелаг)
Занзибар | |
Байраҡ | |
Дәүләт | Танзания |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Занзибар |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Һинд океаны |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Һинд океаны |
Халыҡ һаны | 1 889 773 кеше (23 август 2022)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 135 метр |
Майҙан | 2460 км²[1] |
Занзибар Викимилектә |
Занзибар (суахили Funguvisiwa ya Zanzibar, ингл. Zanzibar Archipelago) —Һинд океанында 75 утрауҙан торған архипелаг, Африканың көнсығыш яры буйлап хәҙерге Танзания ҡаршыһынан һуҙылған. Архипелагтың бер өлөшө Занзибар автономияһына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архипелаг нигеҙен өс ҙур утрау — Унгуджа (бик йыш Занзибар утрауы тип атайҙар), Пемба һәм Мафия тәшкил итә. Башҡа ваҡ утрауҙар уларҙы тирәләп урынлашҡан. Архипелагтың иң ҙур ҡалаһы Занзибар (2003 йылда халҡы 257 мең кеше була) Унгуджа утрауында урынлашҡан. Климат йылы һәм үтә дымлы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миоценға тиклем архипелаг Африка ҡитғаһының бер өлөшө булып тора. Уның тураһындағы беренсе мәғлүмәттәр X быуатта, бында Шираз фарсылары килгәс барлыҡҡа килә. Фарсы күскенселәре тиҙ үк ассимиляцияға бирлеүгә ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ әлегәсә үҙен «ширазиҙар» тип йөрөтә. Улар Занзибарға Ислам динен индерә. Әлеге ваҡытта мосолмандар халыҡтың 88 процентын тәшкил итә, ҡалғандар — христиандар һәм Африканың мәжүсилек культына табыныусылар.
Урта быуаттарҙа Занзибарҙа Африка джунглиҙарынан тотолған тотҡондар менән сауҙа киң йәйелдерелә. Ваҡыт үтеү менән ҡолдар менән һатыу итеү төбәк аҡһөйәктәренең үҙәген тәшкил иткән Оман сауҙагәрҙәре ҡулына күсә. XVII быуатта Занзибар Момбаса һәм Ормуз менән бер рәттән Португалияның колониаль биләмәләре составына инә. XVII быуат уртаһында Оман ғәрәптәре Европа колониаторҙары тарафынан яһалған һөжүмдән иҫтәренә килеп, уларҙы Һинд океанының көнбайыш өлөшөнән ҡыҫырыҡлап сығара башлай. Шулай булһа ла Занзибарҙа солтан власы оҙаҡ ваҡытҡа номиналь булып ҡала.
Занзибар солтанлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1853 йылда Оман солтандарының иң ҡеүәтлеһе Сәйет ибн Солтан, Африка яр буйының ҙур участкаһында контроль урынлаштыра һәм баш ҡаланы Занзибарҙын Маскатҡа күсерә. Африка баҙарына сыҡҡан тауарға — фил һөйәгенә һәм ҡолдарға утрау яңынан иҡтисади үҫеш кисерә. Солтанат осоронда Занзибарҙа төҙөлөш киң йәйелдерелә, утрауҙың архитектура ҡомартҡылары ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
1861 йылда Занзибар солтанлығы Оман айырыла, ә 1890 йылда Британия протекторы булып ҡала.
1964 йыл башында Бөйөк Британия хөкүмәте Занзибарҙы ғәрәп солтанына тапшыра һәм бер аҙнанан һуң Занзибар бойондороҡһоҙ дәүләт — Занзибар Халыҡ республикаһы тип иғлан ителә. Британдар китеү менән утрауҙа ихтилал башлана: ҡара тәнлеләр ғәрәптәр хакимлығы аҫтында булырға теләмәй һәм уларҙы властан ҡыуып төшөрә. Революция барышында ғәрәптәр һәм индийҙар көсләнә, үлтерелә һәм талана. Һәләк булыусылар һаны бер нисә йөҙҙән 20 меңгә тиклем баһалана.
Занзибар Танзания составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1964 йылда Занзибар һәм Танганьика властары берҙәм дәүләт — Танзания (комбинация «Танганьика» һәм «Занзибар» атамаларынан алына) төҙөү тураһында килешеү төҙөй.
Занзибар утрауы Танзания составындағы ярымавтономия булып тора, административ үҙәге — Занзибар. 2005 йылдан үҙ әләменә, парламентына эйә, шулай уҡ президенты бар. 2010 йылдың 3 ноябренән власҡа Әли Мөхәмәд Шейн килә.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Занзибар халҡы кеше суахили (кисуахили) — банту төркөмөн2ң иң ҙур телендә һәм Танзанияның дәүләт телендә һөйләшә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, тап Занзибар халҡы һөйләшкән киунгуджа (kiunguja) — суахилиҙың варианты Танзания халҡы өсөн генә түгел, суахили телле илдәр өсөн дә әҙәби норма булып тора[2]. Ҡайһы бер сығанаҡтар раҫлауынса, занзибарҙар бер нисә телдә, шул иҫәптән ғәрәп, француз һәм итальян, телендә лә, иркен һөйләшә тиһә лә[3], ғәмәлдә улай түгел.
Ғәрәп теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөн Занзибарҙа ғәрәп теленең өс төрө: әҙәби, Оман ғәрәп теле һәм хадрамий ғәрәп теле (Хадрамаут төбәгенә бәйле, Көньяҡ Йәмән). Оман һәм Хадрамий ғрәп телдәренең яҡын булыуына ҡарамаҫтан, был диалекттарҙа һөйләшеүселәр ике телдең дә характерлы һыҙаттарын үҙенә алған унификацияланған вариант булдырмаған. Хадрамий варианты (был телдә ике тиҫтәнән ашыу самаһы кеше һөйләшә) бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан тиерлек, оман ғәрәп теле, унда ла сикле генә һанда һөйләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, әле ҡулланыла. Бының менән бер рәттән, ғәрәп теле абруйлы әҙәби теле статусын һаҡлап ҡала. Дөйөм алғанда, ғәрәп теле Занзибарҙа быуаттар дауамында төп ролде уйнаһа ла, хәҙер тарафынан тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарылған. Көндәлек аралашыу тап ошо телдә бара[4].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Диңгеҙҙән күренеш
-
Занзибарҙың солтан һарайы күренешле яр буйы
-
Занзибарҙа Ғәрәп флоты
-
Причалда
Данлыҡлы кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фредди Меркьюри, Queenрок-төркөмө йырсыһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маскат һәм Оман биләмәһе
- Занзибарҙа паром һәләкәте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://www.citypopulation.de/en/tanzania/cities/
- ↑ Sarali Gintsburg (2018) Arabic language in Zanzibar: past, present, and future, Journal of World Languages, 5:2, 81-100, DOI: 10.1080/21698252.2019.1570663.
- ↑ Chris McIntyre and Susan McIntyre, «Zanzibar, Pemba, and Mafia», Bradt Travel Guide, 2009, p. 36.
- ↑ Sarali Gintsburg (2018) Arabic language in Zanzibar: past, present, and future, Journal of World Languages, 5:2, 81-100, DOI: 10.1080/21698252.2019.1570663.