Суахили теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Cуахили теле
Үҙатама:

kiswahili

Илдәр:

Танзания, Кения, Уганда, Конго Демократик Республикаһы, Руанда, Бурунди, Сомали, Замбия, Малави, Мозамбик, Комор, Мадагаскар

Рәсми тел:

Флаг Уганды Уганда
Флаг Кении Кения
Флаг Танзании Танзания
Флаг Комор Комор (комор телдәре)

Яйға һалыусы ойошма:

Суахили телен өйрәнеүсе институт

Һөйләшеүселәр һаны:

5 млн — туған тел; 70 млн — икенсе тел

Классификация
Категория:

Африка телдәре

нигер-конголез телдәре

Бенуэ-конголез ғаиләһе
Бантоидные тармағы
Банту телдәре
Имлә:

латиница

Тел коды
ГОСТ 7.75–97:

суа 631

ISO 639-1:

sw

ISO 639-2:

swa

ISO 639-3:

swc, swh swa, swc, swh

Суахи́ли (kiswahili) — банту телдәренең иң киң ҡулланылғаны һәм Африка континентындағы иң әһәмиәтле телдәрҙең береһе. Этник-ара аралашыу теле булараҡ суахили теле көнсығыштан Көнсығыш һәм Үҙәк Африкала Һинд океаны ярҙарынан көнбайышта Конго Демократик Республикаһының үҙәк өлкәләренә тиклем, төньяҡтан Сомалиҙан көньяҡтан Мозамбикка тиклем киң территорияла таралған.

Танзания, Кения һәм Угандала суахили дәүләт теле булып тора. Был тел Руанда, Бурунди,Замбия, Малави, һәм КоморУтрауҙарында (комор теле), Мадагаскарҙа киң ҡулланыла. Суахили — Африка союзында эш теле статусы (2004 йылдан) алған берҙән бер тел.

Төрлө мәғлүмәт буйынса суахили теле 2,5 — 5 млн кешенең туған теле, таға ла 50 — 70 млн кешенең икенсе һәм өсөнсө аралашыу теле булып тора.

Дж. Гринбергтың генетик квалификацияһы буйынса банту телдәре нигеро-конголез ғаиләһендәге бенуэ-конголез төркөмөнә инә.

Хәҙерге суахили латин алфавитын ҡуллана.

Үҙ атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

kiswahili атамаһы күплек һандағы sāhil ساحل:جج sawāhil سواحل тигән ғәрәп һүҙенән килеп сыға, «яр буйы» тигәнде аңлата һәм «яр буйында йәшәүселәр» тигән сифатта ҡулланыла (kiswahili — «яр буйында йәшәүселәр теле»).

Лингвогеография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Социолингвистик ситуация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танзания (1967) һәм Кения (1974) илдәрендә суахили рәсми тел тип иғлан ителгән. Уганды хөкүмәте 1992 йылда башланғыс синыфтарҙа мәжбүри тел булараҡ уҡыта башланы һәм 2005 йылда рәсми тел тип иғлан итте.Бурунди, Руанда, Мозамбик, Сомали, Замбия илдерендә һәм Комор утрауҙарында ҙур булмаған төркөм кешеләре ошо телдә аралаша.

Суахили телендә Танзанияның яҡынса 90 % халҡы (яҡынса 39 миллион кеше) аралаша. Мәктәптә мәжбүри тел булараҡ уҡытылған күпселек белемле кешеләр был телдә һөйләшә ала. Конго демократик Республикаһында 5 провинция суахили телендә һөйләшә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

{{Interwiki|sw|Mwanzo||суахили|ج Ҡалып:Wiktionarycat