Сомали
| |||||
Гимн: «Soomaaliyeey Toosoow (Проснись, Сомали)» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1960 ( Бөйөк Британиянан и Италиянан) | ||||
Рәсми телдәр | сомали, ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Могадишо | ||||
Президент | Хассан Шейх Махмуд | ||||
Дәүләт дине | ислам сөнниҙәр | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
41 637 657 км² 0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲10 085 638 чел. (86) 13 чел./км² | ||||
Валюта | сомали шиллингы | ||||
Интернет-домен | .so | ||||
Код ISO | SO | ||||
МОК коды | SOM | ||||
Телефон коды | +252 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Сомали (сомал. Soomaaliya, ғәр. الصومال ас-Сумаль ) — рәсми атамаһы Сомали Федератив Республикаһы, — граждандар һуғышы һәм сепаратистар эшмәкәрлеге арҡаһында бер нисә өлөшкә тарҡалған көнсығыш Африкалағы дәүләт. 1960 йылдың 20 сентябренән БМО ағзаһы.
Баш ҡалаһы — Могадишо.
Б. э. т. III мең йыллыҡтан алып төньяҡ Сомали ярҙарына боронғо мысырлылар килеп йөрөгән, улар унан алтын, ағас, хуш еҫле ыҫмалалар, ҡолдар сығарған. Б. э. т. III быуатта Сомалиҙың төньяғында гректар һәм мысырлылар үҙ факторияларын нигеҙләгән. Улар шулай уҡ Мысырға филдәр тотоп ебәреү менән дә шөғөлләнгән.
Был саҡта Сомалиҙың халҡы күскенсе-малсыларҙан торған, әммә Аден ҡултығында урындағы кенәздәр тарафынан идара ителгән порт ҡасабалары булған. Б. э. I—II быуаттарында төньяҡ Сомалиҙың халҡы Авалит, Малао, Опона порттары аша Рим империяһы, Көньяҡ Ғәрәбстан, Һиндостан менән сауҙа иткән. Аксум батшалығы сәскә атҡан осорҙа (боронғо Эфиопия, б. э. IV—VI быуаттары) Сомалиҙың төньяҡ өлөшө уның хакимлығына эләгә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |