Фил
Филдәр | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||
|
||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||
Elephantidae Gray, 1821 |
||||||||||
Төркөмдәре һәм төрҙәре | ||||||||||
| ||||||||||
|
Фил | |
Таксондың халыҡ атамаһы | Elephant, Éléphant, Elefant, Elefante, Ελέφαντας, हाथी, ゾウ, 코끼리, Слон, ช้าง, गजः, فيل, Gajah, Слон, 象, Voi, ہاتھی, 象, யானை, ఏనుగు, ആന, Fil, Փղեր, slon, elefant, slon һәм Ajinakú geli |
---|---|
Төҫ | Һоро |
Персонаж-талисман | Республиканский слон[d] |
Бейеклеге/буйы | 4 метр |
Тасуирлау биттәре | neal.fun/earth-reviews/e… |
Туҡланыу сығанағы | үҫемлектәр |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 26 441 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of elephants[d] |
Народное название у таксона | Фил[d], E. maximus[d] һәм L. africana[d] |
Фил Викимилектә |
Фил (рус. Слон) — Тропик Африкала һәм Азияла үлән менән туҡланған, оҙон томшоҡло, ике оҙон ҡаҙыҡ тешле бик ҙур һөтимәр хайуан.
Имеҙеүселәр класы торбатомшоҡлолар отряды филдәр (лат. Elephantidae) ғәиләһенә ҡарай. Әлеге ваҡытта был ғәиләлә ике ырыуға ҡараған өс төр иҫәпләнә.
Африка филдәре ырыуында ике төр:Саванна филе (Loxodonta africana) һәм Урман филе (Loxodonta cyclotis). Ошоғаса улар Африка филе төрөнөң (Loxodonta africana) ике төрсәһе (Loxodonta africana africana и L. africana cyclotis) итеп ҡарала ине .
Һинд филдәре ырыуына бер генә төр ҡарай: Азия филе (Elephas maximus).
Африка филдәре донъяла иң эре ҡоро ер хайуандары.
Саванна филе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сава́нна филе (лат. Loxodonta africana) — Гиннес рекордтар китабы мәғлүмәттәре буйынса Африка филдәре ырыуында иң эре һөтимәр. Улар араһында иң дәүе булып 1974 йылдың 7 ноябрендә Анголаның Мукуссо ауылында атып үлтерелгән ата фил иҫәпләнә. Уның ауырлығы 12,24 тонна булған.
Сава́нна филенең кәүҙәһе бик ауыр, муйыны ҡыҫҡа, башы дәү, ҡолаҡ япраҡтары ҙур. Аяҡтары йыуан.
Кәүҙәһенең оҙонлоғо 6—7,5 м, яурындарның бейеклеге(тәненең иң бейек урыны) — 3—3,8 м. Инә заттарының уртаса ауырлығы — 5 тонна, ата заттарыныҡы 7 тонна тирәһе.
Башының алғы өлөшөндә һалынып торған ҙур торбатомшоҡ филдәрҙең иң үҙенсәлекле билдәһе булып тора. Шуның өсөн дә улар ҡараған отрядты торбатомшоҡлолар тип атайҙар. Был мускуллы ағза — өҫкө ирене менән ҡушылып, бик оҙон булып үҫкән танауҙан тора. Филдең торбатомшоғо сатрашланып үҫкән мускул бәйләмдәренән торғанға күрә, бик хәрәкәтсән була, төрлө йүнәлештәрҙә бөгөлә ала.
Фил торбатомшоғо менэн aғac ботаҡтарын һындырып алып, уларҙы ауыҙына тыға. Хайуан шул уҡ ағзаһы менән һыу йыйып ала ла уны ауыҙына ҡоя, ә эҫе көндәрҙә уҙен ҡойондора.
Филдең торбатомшоғо менән ҙур ағасты йолҡоп алырға көсө етә, ә торбатомшоҡтоң осондағы бармаҡ һымаҡ yҫeнmehe менән ул ерҙәге бик бәләкәй генә әйберҙе лә ҡармап ала. Хайуан дошманының һөжүмен дә торбатомшоғо менән кире ҡаға. Торбатомшоҡтоң осонда танау тишектәре булып, фил шулар аша тын ала.
Ауыҙынан ике һуҡҡы теше сығып тора. Былар — үҙгәргән ҡырҡҡыс тештәр.
Азия филе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азия филенең бейеклеге 3 м һәм ауырлығы 4 тоннанан ашыу була. Ул тропик урмандарының ҡуйы, күлә-гәле һәм дымлы урындарында йәшәй. Ҡуйы ағаслыҡтар араһынан бик анһат үтеп йөрөй.
Филдең бик ҙур, ләкин артыҡ оҙон булмаған кәүҙәһе йыуан аяҡтарына таянып тора. Хайуандың бармаҡтарында бәләкәй генә тояктары була. Уның бик ҡалын тиреһендә бөтөнләй тип әйтерлек йөн үҫмәгән. Филдең, тиреһе шул тиклем ныҡ хатта һынған бо-таҡтарға ла тырналмай. Ҡойроғонон осонда ҡуйы булып, ә арҡа-һында һирэк кенә үҫкән йөндәре бар.
Фил уҫемлек аҙыҡ менән: япраҡтар, aғac ботаҡтары, aғac ҡай-рыһы менән туҡлана. Быларҙы ул бик күп ашай. Мәскәүҙәге зоопаркта филгә, aғаc ботаҡтарын иҫәпкә алмағанда, көн һайын 65 килограмм һәр төрлө аҙыҡ (бесән, йәшелсә, икмәк, шәкәр, тоҙ) бирә-ләр. Һиндстанда ҡулға эйәләштерелгән филдәр, ауыр эштәр эшләгәндә, тағы ла күберәк аҙыҡ алалар.
Һуҡҡы тештәрҙең фил һөйәге тип аталған тығыҙ матдәһе төрлө әйберҙәр (биллиард шарҙары, статуэткалар, брошкалар һәм башҡалар) эшләугә китә.
Фил аҙығын ауыҙ төпкөлөндә урынлашҡан аҙау тештәре ярҙамында сәйнәй. Уның аҙау тештәре дүртәу генә: аҫта һәм өҫкө яңаҡтарының һәр яғында берәр теш була.
Былар — бик ҙур тештәр, улардың оҙонлоғо 26 сантиметрға һәм киңлеге 8 сантиметрға тиклем етә. Был тештәрҙең өҫтө бик куп эмаль йыйырсыҡтары менән ҡапланған. Бындай тештәре менән фил кеше ҡулы йыуанлығындағы ағас ботаҡтарын да сәйнәй ала.
Бик нык сәйнәу сәбәпле, аҙау тештәр ыуалып төшһә, улар урынына, төшкән тештәрҙән арттараҡ, яңы аҙау тештәр үҫә.
Филдар бик әкрен үрсейҙәр. Мәҫәлән, Мәскәү зоопаркында торған инә фил 1948 йылда бер бала килтергән. Ә икенсе бала-һын ул дүрт йылдан һуң ғына тыуҙыра. Филдәр тотҡонда ғәҙәттә 60—80 йыл самаһы йәшәйҙәр.
Һиндостанда филдәрҙе ҡулға эйәләштереп, иң ауыр эштәрҙә, мәҫәлән, бүрәнә ташыуҙа файҙаланалар. Филдәрҙе яҡшы итеп дрессировкалап була.
Ҡырағай филдәр бик әҙ генә тороп ҡалғандар, һәм уларҙы һаҡлайҙар.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хайуандар араһында тик филдәрҙә генә ерләү йолаһы бар. Ғәҙәттә, фил 60-80 йыл йәшәй. Әгәр берәй фил ауырыһа, башҡалары уға аҙыҡ килтерә, баҫып торғанда терәк була. Фил үлһә, күпмелер ваҡыт көтөү ағзалары уны ашамлыҡ һәм һыу ярҙамында терелтергә тырыша. Ә үлеүендә инанғас, көтөү тынып ҡала. Йыш ҡына улар тәрән булмаған ҡәбер ҡаҙа һәм үлгән филде ботаҡтар һәм батҡаҡ менән ҡаплай. Бер нисә көн хайуандар ошо ҡәбер янында ҡала. Осраҡлы рәүештә яңғыҙ, таныш булмаған филдең мәйетенә юлыҡҡан осраҡта ла, көтөү шулай уҡ уға һуңғы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Бынан тыш, филдәрҙең үлгән кешеләрҙе лә шулай ерләү осраҡтары билдәле.