Кабо-Верде
| |||||
Девиз: «Unidade, Trabalho, Progresso (Берҙәмлек, Хеҙмәт, Прогресс)» | |||||
Гимн: «Cântico da Liberdade» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1975 йыл, 5 июль ( Португалия) | ||||
Рәсми телдәр | Португал теле һәм кабувердьяну[d] | ||||
Баш ҡала | Прая | ||||
Идара итеү төрө | Республика Президенты | ||||
Территория • Бөтәһе |
166 4033 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы |
523 568 чел. 129,8 чел./км² | ||||
КПҮИ (2011) | ▬ 0,568 (уртаса') (133 урын) | ||||
Валюта | Кабо-Верде эскудоһы (CVE, код 132) | ||||
Интернет-домен | .cv | ||||
Код ISO | CV | ||||
МОК коды | CPV | ||||
Телефон коды | +238 | ||||
Сәғәт бүлкәте | −1 |
Респу́блика Ка́бо-Ве́рде (порт. República de Cabo Verde [ˈkabu ˈveɾdɨ]) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Африка ярҙарынан 620 км алыҫлыҡта Атлантик океандың шул исемдәге утрауҙарында урынлашҡан дәүләт.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1456 йылда венециялы Кадамосто Йәшел морон ярымутрауы (порт. Cabo Verde) ҡаршыһындағы архипелагта урынлашҡан утрауҙарҙы аса. Улар шулай уҡ «Кабо-Верде утрауҙары» тип аталған һәм бөтә колониаль осорҙа шул атама менән йөрөтөлгән. 1975 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, дәүләт «Йәшел Морон утрауы республикаһы» йәки «Йәшел Морон утрауы» (порт. Ilhas do Cabo Verde) тип атала.
1980-се йылдар уртаһына тиклем сит телдәрҙә ил исеменең фараздары тәржемә формаһында яңғырай. 1986 йылда ил хөкүмәте дәүләттең «Republica do Cabo Verde» — «Йәшел Морон Республикаһы» тигән яңы исемен ҡабул итә һәм уның башҡа телдәргә мәғәнәүи тәржемә ителеүен туҡтатырға ҡарар итә. 2013 йылдың 24 октябрендә ил делегацияһы был талапты Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына еткерҙе[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшел Морон утрауҙары Сенегалдан көнбайышҡа табан, Атлантик океандың үҙәк өлөшөндәге шартлы рәүештә Ел аҫты (порт. sotavento) һәм Ел ыңғайы (порт. barlavento) төркөмдәренә ҡараған 10 эре һәм 8 ваҡ утрауҙан торған архипелагтан ғибәрәт[3].
Ел ыңғайы төркөмөнә Санту-Антан, Сан-Висенте (Кабо-Верде), Сан-Николау (Кабо-Верде), Санта-Лузия, Сал, Боавишта утрауҙары инә. Ел аҫты төркөмөнә Сантьягу (Кабо-Верде), Брава, Фогу, Маю утрауҙары инә. Бәләкәй утрауҙары: Бранку, Разу, Гранди, Луиш-Карнейру, Санта-Мария (Кабо-Верде), Сападу, Сима, Ду-Рей (порт. Ilhéu do Rei). Утрауҙар биләмәһе ҡалҡыу һәм ярайһы уҡ ҡоро. Кабо-Верденың 16 %-ҡа тиелем өлөшөн ҡоро ҡырсынташлы тауҙар — «ай пейзажы» биләй. Рельефы таулы, һүнгән һәм урғылыу ҡурҡынысы янаған янартауҙар байтаҡ. Ҡаялы ярҙарын артылыуы ҡыйын. Тәбиғи гавандәр бик аҙ, уларҙың иң ҙуры — Минделу (һүнгән янартау кратеры). Илдең иң юғары нөктәһе — ошо уҡ исемдәге утрауҙа Фогу янартауы (2829 м), шулай уҡ Санту-Антан утрауында Короа янартауы (1979 м) айырылып тора. Яр буйы линияһы — 965 км. Дөйөм майҙаны — 4033 км².
Климаты йомшаҡ, уртаса йыллыҡ температура үҙгәрмәй тиерлек (яҡынса +25 °C), аҙ яуым-төшөм аҙ. Утрауҙарҙың һәр береһе тәбиғәте һәм ландшафты менән үҙенсәлекле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архипелаг тураһында тәүге мәғлүмәттәр ғәрәп сәйәхәтсеһе Иҙрисиҙың (XII быуат) көндәлектәрендә һәм Әл-Омари энциклопедияһында (XIV быуат) килтерелгән.
Европа халҡының Йәшел Морон утрауҙарын рәсми асыу датаһы булып 1460 йыл иҫәпләнә.
Колониаль осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1456 йыл — архипелагтың бер нисә утрауы венециялы Кадамосто тарафынан асылған.
1460 йыл — Диогу Гомеш һәм Диогу Афонс етәкселегендәге португал моряктары Сал утрауына килеп төшкән ултырған.
1462 йыл — Сантьягу утрауында (Кабо-Верде) тәүге күскенселәр күренә башлай.
1466 йыл — утрауҙарға португал колонистары, чиновниктары һәм һөргөнгә ебәрелгән кешеләр күпләп күсенә башлай. Һуңыраҡ — был ерҙәрҙе испандар, француздар һәм Генуя халҡы үҙләштерә.
1495 йыл — утрауҙар рәсми рәүештә Португалия биләмәһе тип иғлан ителә.
1581 йыл — Кабо-Верде Испания колонияһына әйләнә.
1640 йыл — Португалия утрауҙар өҫтөнән үҙенең хакимлығын яңынан тергеҙә.
1853 йыл — «Паллада» Рәсәй фрегаты, Петербургтан Владивостокка китеп барғанда, Прая ҡалаһы портында туҡталыш яһаған[4].
1878 йылға тиклем утрауҙарҙа ҡоллоҡ булған.
1879 йылға тиклем архипелаг менән Португалия Гвинеяһы бер колония тәшкил иткән.
1879 йылдан яңы күскенселәр, шул иҫәптән күрше илдәрҙән эшсе-контрактсылар килә башлай.
1956 йылда Бойондороҡһоҙлоҡ һәм Гвинея һәм Кабо-Верде халыҡтары союзы Африка партияһына нигеҙ һалына.
1960 йыл — Бойондороҡһоҙлоҡ һәм Гвинея һәм Кабо-Верде халыҡтары союзы Африка партияһы Гвинея-Бисау һәм Кабо-Верде Африка бойондороҡһоҙлоҡ партияһы (ПАИГК) тип үҙгәртелә. Генераль секретары — Амилкар Кабрал.
1963 йылда ПАИГК архипелагта Португалия властарына ҡаршы ҡораллы көрәшен башлай.
1973 йылда Амилкар Кабрал үлтерелә.
1974 йылдың апрелендә уң режим емерелгәндән һуң, яңы Португалия хөкүмәте ПАИГК-ты Кабо-Верде халҡының законлы вәкиле тип таныны һәм уның менән һөйләшеүҙәр алып барҙы. Һөйләшеүҙәр барышында ПАИГК бер үк ваҡытта Гвинея-Бисау Республикаһының Португалиянан бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы һәм Кабо-Вердеға бойондороҡһоҙлоҡ биреүҙе талап итте.
1974 йылдың ноябрендә Лиссабонда илдең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм автономлы Кабо-Верде Республикаһының күсеү хөкүмәте (уның ағзаларының яртыһы — португал хакимиәте, ә яртыһы — ПАИГК ағзалары) ойошторола.
1975 йылдың 30 июнендә Кабо-Верде Республикаһының Милли ассамблеяһына һайлауҙар үтә, унда ПАИГК еңеү яулай, Аристидес Перейра президент була.
Бойондороҡһоҙ үҫеш осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1975 йылдың 5 июлендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителә.
1975—1981 йылдарҙа ПАИГК Гвинея-Бисау менән Кабо-Вердены берҙәм дәүләткә берләштереүгә йүнәлтелгән сәйәсәтте хуплай. Кабо-Верденан сыҡҡан кешеләр Гвинея-Бисауҙа власть башында тора.
1981 йылдың ғинуарында Кабо-Верде Африка бойондороҡһоҙлоҡ партияһы (ПАИКВ) ойошторола. Бер партиялы режим урынлаша.
1990 йыл — Конституцияның ПАИКВ монополияһын нығытҡан статьяһы ғәмәлдән сығарыла.
1990 йылда Демократия өсөн хәрәкәт партияһы (МПД) булдырыла.
1991 йылдың 13 ғинуарында — беренсе демократик һайлауҙар һөҙөмтәһендә МПД еңеү яулай.
1991 йылдың февралендә Монтейру Антониу Машкареньяш президент итеп һайлана.
1995 йылдың декабре — парламент һайлауҙарынан һуң МПД Милли ассамблеяһында урындарҙың күпселеген һаҡлап ҡала.
1996 йылдың февралендә А. Монтейру икенсе срокка ҡайтанан һайлана.
1997 йыл — Офшор банк үҙәге булдырыла.
1998 йылда Кабо-Верде эскудоһын португал валютаһына бәйләү тураһында килешеү төҙөлә, был, үҙ сиратында, Европа Союзы һәм Африка илдәре менән сауҙаны еңеләйтә.
2001 йылдың 14 ғинуарында Президент һәм парламент һайлауҙары үтә. ПАИКВ парламентта — 40, МПД — 30, үҙгәрештәр өсөн Демократик альянсы (партиялар коалицияһы) 2 урын алды. Президенты — Педру Верона Пиреш (тауыштарҙың 46,5 %). Халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлауҙар ғәҙел уҙҙы тип тапҡан. Урындағы кимәлдә ҡайһы бер ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлде (һайлау бюллетендәре өсөн урналарҙы тултырыу кеүек). Ике кандидаттың да делегаттары хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғәйепле тип танылды һәм еңел төрмә сроктары алды.
2002 йылдың 1 ғинуарында — португалия эскудоһын евроға алмаштырғандан һуң, Кабо-Верденың эскудо курсы бәйләү тураһындағы килешеү буйынса евроға ҡарата 110,265:1 нисбәтендә билдәләнә башлай.
2004 йылдың мартында — урындағы власть органдарына һайлауҙар. МПД президенты Агустинью Лопеш һәм Халыҡ-ара күҙәтеүселәр, һайлауҙар асыҡ һәм ғәҙел булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер һайлау участкаларында урындағы һайлау бюллетендәрендә ҡағиҙә боҙоуҙар һәм хаталар булды, тип раҫланы. Дәүләт-ара һайлау комиссияһы президенты Агустинью Лопеш.
2005 йыл — Португалияның ҡайһы бер алдынғы сәйәси эшмәкәрҙәренән яҡлау тапҡандар булғанлыҡтан, илдә Европа Союзына ағзалыҡҡа инеү ҡыҙыҡһыныуы уяна.
2006 йылдың ғинуар айы — президент һәм закондар сығарыу һайлауҙары. Кабо-Верденың Африка бойондороҡһоҙлоҡ партияһы (ПАИКВ) Милли йыйылышта 41 — күпселек урын, сағыштырыр кәрәк: МПД — 29 урын яулай; Кабо-Верденың Демократик һәм бойондороҡһоҙлоҡ Союзы, оппозиция партияһы, 2 урын һаҡлап ҡала.
2006 йылдың феврале — президент һайлауҙары. Педру Верона Пиреш үҙенең биш йыллыҡ мандатын оҙайта. Уның конкуренты Мануэль Вейга әйтеүенсә, һөҙөмтәләр мутлашыу юлы менән алынған, ләкин халыҡ-ара күҙәтеүселәр уларҙы азат һәм ғәҙел тип иҫәпләгән[5].
2011 йылдың 21 авгусы — президент һайлауҙары. Жорже Карлуш Фонсека илдең яңы президенты итеп беренсе тапҡыр һайлана. 2016 йылда президент итеп икенсе срокка ҡайтанан һайлана.
2021 йылдың 17 октябрендә — оппозициянан кандидат һәм Кабо-Верденың Африка бойондороҡһоҙлоҡ партияһынан (ПАИКВ) элекке премьер-министр Жозе Мария Невеш президент һайлауында еңеп сыҡты.
2021 йылдың 9 ноябрендә яңы президент сифатында ант бирҙе.
Кабо-Верде — (Ботсвана, Маврикий, Малави, Намибия, Эритрея һәм Көньяҡ Африка Республикаһы менән бер рәттән) бер ҡасан да дәүләт түңкәрелеше булмаған Африканың бик аҙ илдәренең береһе.
Сәйәси ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Верде — унитар дәүләт. Төп ҡалалары: Прая, Минделу, Сан-Филипи. Парламент республикаһы. Ғәмәлдә — 1992 йылдың 25 сентябрендә ҡабул ителгән (1995 һәм 1999 йылдарҙағы төҙәтмәләр менән) конституция. Дәүләт башлығы һәм ҡораллы көстәрҙең баш командующийы булып президент тора, дөйөм һайлауҙарҙа туранан-тура биш йылға тауыш биреү юлы менән һайлана. Закондар сығарыу власының юғары органы — Кабо-Верденең Милли ассамблеяһы; 72 депутат биш йылға һайлана. Ассамблея депутаттары премьер-министрҙы һайлай, ул, үҙ сиратында, министрҙар кабинеты составын президентҡа раҫлауға тәҡдим итә. Урындағы башҡарма власть органдары советтары ла дөйөм һайлауҙарҙа биш йылға һайлана.
Президенты — Жозе Мария Перейра Невеш, 2021 йылдың 17 октябрендә һайлана. 2016 йылдың 22 апреленән премьер-министр вазифаһын Жозе Коррейя һәм Силва биләй.
Система күп партиялы. 7 партия теркәлгән.
Айырыуса йоғонтоло партиялар:
- «Кабо-Верденың Африка бойондороҡһоҙлоҡ партияһы», ПАИКВ (порт. Partido Africano da Independência de Cabo Verde, PAICV), рәйесе — Жозе Мария Невеш José Maria Neves, генераль секретарь — Аристидеш Лима (Aristides Lima).
- «Демократия өсөн хәрәкәт», МПД (Movimento para a Democracia, MPD). лидеры — Улиссеш Корреиа һәм Силва (Ulisses Correia e Silva)
- «Демократик берләшеү партияһы», ПДЕ (Partido da Convergência Democràtica, PCD). Рәйесе — Эурику Монтейру (Eurico Monteiro).
- Үҙгәрештәр өсөн демократик альянс.
Эшлекле даирәләрҙең төп ойошмалары — Ел ыңғайы һәм Ел иҫкән утрауҙарҙың сауҙа палаталары.
Профсоюз берләшмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Верде Хеҙмәтсәндәренең милли берекмәһе (Uniăo Nacional dos Trabalhadores de Cabo Verde — Central Sindical, UNTC — CS). 1978 йылда булдырылған, унда 9 мең ағза иҫәпләнә. Генераль секретары — Жлиу Ашсенсау Силва (Júlio Ascensăo Silva).
Хоҡуҡ системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Верденың хоҡуҡ системаһы роман-герман ғаиләһенә инә. Португалияның хоҡуҡи традицияларына нигеҙләнә. Кабо-Вердала юридик белем биреүҙең үҙ системаһы үҫешмәгән, урындағы юристар Португалия университеттарында уҡый.
Гражданлыҡ хоҡуғының төп сығанағы — Португалияның 1966 йылғы Гражданлыҡ кодексы. Ғаилә мөнәсәбәттәре 1981 йылғы Ғаилә кодексы менән көйләнә. Конституция гражданлыҡ йәки дини формала никах теркәүҙе күҙ уңында тота һәм ир менән ҡатындың тиң хоҡуҡлылығын нығыта.
1980 йылдар аҙағынан иҡтисад өлкәһендә либералләштереү сәйәсәте алып барыла. 1989 йылғы Декрет-закон ирекле иҡтисади зоналар өсөн хоҡуҡи база булдырҙы. 1990-сы йылдарҙа дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу үҫеш ала. 1992 йылғы Конституция шәхси иҡтисади башланғыс азатлығын нығыта, дәүләт алдында сит ил инвестицияларын йәлеп итеп, уларға булышлыҡ итеү бурысын ҡуя.
Конституция хеҙмәтсәндәрҙең профсоюзға ирекле берләшеүгә, коллектив һөйләшеүҙәргә һәм забастовкаға хоҡуғын гарантиялай. Закон менән 44 сәғәтлек эш аҙнаһы беркетелгән.
Утрауҙарҙа үлем язаһы 1835 йылдан ҡулланылмаған һәм 1981 йылда беренсе Конституция үлем язаһын тулыһынса бөтөрә.
Суд системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Верденың суд системаһы үҙ эсенә Юғары судты (Supremo Tribunal de Justicial) һәм төбәк судтарын ала. Автомобилдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, урындағы судтар һәм төбәк судтары абруйлы етәкселек итә.
Юғары суд вәкилдәре һаны — 5 кеше, уларҙың береһен — Президент, береһен — Милли ассамблея һәм өсәүһен Юғары суд советы (Conselho Superior da Magistratura Judicial) тәғәйенләй.
Юғары суд советы Юғары суд рәйесенән, судьялар берләшмәһе һайлаған ике судьянан, юғары суд инспекторынан, Милли ассамблея һайлаған өс граждандан һәм Президент тәғәйенләгән ике граждандан тора.
Прокуратура (Ministerio Publico) дәүләт исеменән сығыш яһай, шулай уҡ енәйәтселәрҙе эҙәрлекләү һәм демократик законлыҡты, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуғына эйә. Прокуратура структураһы: республиканың Генераль прокуратураһы (Procuradoria-Geral da Republica) һәм Республика прокуратураһынан тора. Генераль прокуратураның етәксе органы — административ һәм дисциплинар вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыусы Юғары прокуратура советы (Conselho Superior do Ministerio Publico)
Генераль прокуратураға генераль прокурор (Procurador-Geral) етәкселек итә. Генераль прокурорҙы Хөкүмәт тәҡдиме буйынса Президент биш йылға тәғәйенләй.
Конституция суды (Tribunal Constitucional) Конституция контролен тормошҡа ашыра, дәүләт башлығының эшкә һәләтһеҙлеген билдәләй, һайлауҙарҙың законлылығы һәм сәйәси партияларҙың эшмәкәрлеге буйынса мәсьәләләрҙе хәл итә, юрисдикцион конфликттарҙы хәл итә, ампаро мөрәжәғәттәрен ҡарай. Конституция суды кәмендә Милли ассамблея туғыҙ йылға һайлаған өс судьянан тора.
Иҫәп суды (Tribunal de Contas) финанс контроленең юғары органы булып тора.
Ҡораллы көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡораллы көстәр 1967 йылда Гвинея-Бисау һәм Кабо-Верде Халыҡ ҡораллы революцион көстәре нигеҙендә ойошторолоп, ҡоро ер мотопехота подразделениеларында — 1000 кеше, авиацияла — 100, яр буйы һағы һәм диңгеҙ патруллегендә 100 кеше иҫәпләнә.
2003 йылда дәүләт әһәмиәтендәге объекттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн хәрби полицияның махсус бүлексәһе (100-ҙән ашыу кеше) булдырылған.
Сал утрауында халыҡ-ара аэропортты һаҡлаусы террорға ҡаршы тиҙ эш итеү подразделениеһы, шулай уҡ милли именлек мәсьәләләре буйынса махсус ведомство — «Республиканың мәғлүмәт хеҙмәте» төҙөлдө.
Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте эшләй.
Полиция бүлексәләре эске тәртипте тәьмин итә (880 кеше). Полиция муниципаль, енәйәт һәм транспорт полицияһына бүленә. 2016 йылда хәрби сығымдар эске тулайым продукттың (ВВП) 0,6%-ын тәшкил иткән.
Хәрби хеҙмәт — мотлаҡ.
Дәүләт символикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт флагы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылда яңы флаг раҫлана. Пропорциялары: 4:7. Төрлө ҙурлыҡтағы биш горизонталь һыҙаттан ғибәрәт. Зәңгәр төҫтәге өҫкө һыҙат флагтың яртыһын биләй. Артабан һәр береһе флагтың 1/12 өлөшөн биләгән аҡ, ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге һыҙаттар килә. Аҫҡы һыҙат — зәңгәр төҫтә — флагтың дүрттән бер өлөшөн биләй. Флагтың һул өлөшөндәге һыҙат өҫтөнә түңәрәк барлыҡҡа килтереүсе биш мөйөшлө ун йондоҙ ҡуйылған. Түңәрәктең үҙәге ҡыҙыл һыҙаттың уртаһына тура килә.
Флагтың зәңгәр төҫө океанды, 10 йондоҙ ҙур торама утрауҙар һанын символлаштыра.
Дәүләт гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылда Дәүләт гербы раҫланған. Флагтағы кеүек, йондоҙҙар 10 утрауҙы, эмблема өҫтөндә — ҡалҡыуыс — намыҫ һәм дәрәжә билдәһе; факел һәм өсмөйөш берҙәмлекте һәм азатлыҡты символлаштыра.
Дәүләт гимны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылда раҫланған. Текст гимна . Архивировано из оригинала 30 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 30 сентябрь архивланған.
Тышҡы сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы сәйәси бәйләнештәр Германия, Италия, Ҡытай, Португалия, Рәсәй, АҠШ, Франция, Япония һәм Африканың португал телле илдәре менән әүҙем үҫешә.
Һуңғы ваҡытта мультилатерализм юлынан ҡытай-Африка иҡтисади мөнәсәбәттәре әүҙем үҫешә башланы. Атап әйткәндә, ҡытай һәм Кабо-Верде араһында сәйәси, дипломатик, иҡтисади, спорт һәм мәғариф өлкәләрендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла.
Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәре урнлаштырылған (1975 йылдың 14 июлендә СССР менән төҙөлгән).
Кабо-Верде — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, ГАТТ, Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ), Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО), Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһы (ВОИС), Бөтә донъя туризм ойошмаһы (ЮНВТО), ЮНЕСКО һәм Африка берҙәмлеге ойошмаһы ағзаһы[6].
Кабо-Верденың административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ яҡтан Кабо-Верде 22 муниципалитетҡа (concelhos) бүленә, улар 32 общинаны (freguesias, һүҙмә-һүҙ: «граждандар мәхәлләһе») үҙ эсенә ала.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса дәүләт халҡының һаны 583 255 кеше тәшкил итте[6].
Халыҡтың 71%-ы — мулаттар (ҡатнаш африка-европа сығышлы), 28%-ы — африкандар (манджак, баланте, банту һәм башҡа халыҡтар), 1%-ы — европалылар.
Португал теленән тыш, португал һәм Африка телдәренең ҡатнашыуынан барлыҡҡа килгән байтаҡ диалекттар ҡулланыла; иң таралғандары — криулу — креольский диалект (иҫке португал һәм Африка теле суахили ҡатышмаһы) һәм кабувердьяну телдәре. Көнбайыш Африканан сыҡҡан кешеләр утрауҙарҙа француз теленең киң таралыуына сәбәпсе булған.
Халыҡтың 66,7 % — ҡала кешеләре (2020). Халыҡ иң күп йәшәгән утрау — Сантьягу. Эре ҡалалар: Минделу (62,97 мең кеше), Сан-Филипи (6 мең кеше) (2000).
2002 йылғы һатып алыу һәләте 1,4 мең АҠШ доллары (Африка илдәре өсөн юғары кимәл) тәшкил итте. Халыҡтың 44%-ы фәҡирлек сигендә тора.
Халыҡ эмиграцияһы процесы дауам итә. Милли статистика идаралығының 2004—2006 йылдар эсендәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Португалияла, Францияла, Испанияла, Люксембургта, Италияла, Нидерландта кабо-вердиан диаспораһы 81 304 кеше (4,7 %) тәшкил итә, шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттарында һәм Африка илдәрендә: (Анголала, Габонда, Гвинея-Бисауҙа, Сан-Томе һәм Принсипиҙа, Сенегалда һәм Мозамбикта) дөйөм һаны 700 мең кеше тәшкил иткән диаспоралар бар. Иң күләмле эмиграция 1970-се йылдарҙа (йылына 10-18 мең кеше) күҙәтелде.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылдан Кабо-Верде үҫешеүсе илдәр категорияһына индерелгән, ә 2007 йылда ил донъялағы дүртенсе ил булыуҙан туҡтаны. Милли иҡтисадтың көнәркәшлеккә иң һәләтле тармаҡтары булып балыҡсылыҡ, туризм һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе тора. Бюджеттың килем өлөшө һалым керемдәренән һәм таможня түләүҙәренән тора. Дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу тормошҡа ашырылды. Ирекле сауҙа зоналары булдырылды.
Кабо-Верде иҡтисады тышҡы тетрәнеүҙәр өсөн көсһөҙ һәм сит ил инвестицияларына, аҡса күсереүгә һәм туризмға бәйле. Сит ил капиталының төп өлөшө туризм өлкәһенә йүнәлтелгән. Инвестицияларҙың 89%-ы Испанияға һәм Португалияға тура килә. Транспорт, туристик тармаҡтар менән бергә хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлтелгән иҡтисад тулайым эске продукттың (ВВП) дүрттән өс өлөшөн тиерлек тәшкил итә. Туризм иҡтисадтың нигеҙе булып тора һәм еврозона илдәрендәге иҡтисади шарттарға бәйле. Кабо-Вердела йыл һайын сит ил ярҙамы һәм эмигранттарҙың ҙур пулы аҡса күсереү менән финансланған сауҙа балансының юғары дефициты күҙәтелә; эске тулайым продукт (ВВП) өлөшө формаһындағы дәүләт бурысы Сахаранан көньяҡҡа табан Африка илдәрендә иң юғарыларҙың береһе булып тора
Халыҡтың 40 %-ҡа яҡыны ауыл райондарында йәшәүенә ҡарамаҫтан, тулайым эске продуктта аҙыҡ-түлек етештереү өлөшө түбән. Утрауҙың иҡтисады тәбиғәт ресурстарының нигеҙе насар булыуҙан, шул иҫәптән етди һыу етешмәүҙән, оҙайлы ҡоролоҡ циклдары һәм бер нисә утрауҙа аҙыҡ-түлек үҫтереүгә ярамаған насар тупраҡтан яфалана. Һөҙөмтәлә Кабо-Верде аҙыҡ-түлектең күп өлөшөн импорт аша ала. Балыҡ тотоу потенциалы, омарҙар һәм тунецтар, тулыһынса файҙаланылмай.
Иҡтисади реформалар иҡтисадты диверсификациялау һәм эшһеҙлек кимәлен кәметеү өсөн шәхси секторҙы үҫтереүгә һәм сит ил инвестицияларын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Хөкүмәттең юғары бурыс кимәле һәр теләгән проекттарҙы финанслау өсөн мөмкинлектәрҙе сикләй.
Илдең тышҡы иҡтисади курсы инвестициялар йәлеп итеүгә, уртаҡ предприятиелар төҙөүгә, эске тауарҙар етештереүҙе һәм хеҙмәттәрҙе киңәйтеүгә, финанс секторын нығытыуға йүнәлтелгән. Был процесҡа тәбиғәт ресурстарының етерлек кимәлдә булмауы, инфраструктура объекттарының булмауы йәки насар торошо ҡамасаулай.
Дәүләт: туризм, судноларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, йөктәрҙе һаҡлау кеүек халыҡ-ара хеҙмәт бүленешендә ҡатнаша.
Ауыл хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл хужалығы ҡоролоҡло климат һәм насар үҫешкән һуғарыу системаһы арҡаһында аҙ продуктлы. Төп ауыл хужалығы культураһы — кукуруз (2000 йылда 18,5 мең тонна йыйып алынған). Шулай уҡ кофе, манго, банан, ананас, шәкәр ҡамышы, картуф, томат, фасоль, арахис, кола сәтләүеге, татлы картуф, кенә уты (касторка), кассава, емеш-еләк үҫтерелә[7].
Ил халҡының 50%-ы ауыл хужалығында мәшғүл. Эшкәртеүгә яраҡлы ерҙәр архипелагтың дөйөм майҙанынан 10%-н тәшкил итә — 39 мең гектар, шуның 3 мең гектары һуғарыулы. Хужалыҡ итеүҙең фермер формаһы өҫтөнлөк итә. Ил ҡулланылған аҙыҡ-түлектең 10-15%-ын етештерә. 30 меңдән 80 мең тоннаға тиклем сит илдә етештерелә йәки аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара программалар буйынса килтерелә.
Малсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәзә, һарыҡ, сусҡа, ишәк һәм һыйыр малы үрсетелә.
Балыҡсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Океандың был районының глобаль сәнәғәт балыҡсылығына мөнәсәбәте юҡ, Кабо-Верде утрауҙарында балыҡсылыҡ насар үҫешкән. 1990 йылдан Кабо-Верде һыуҙарында Европа союзы илдәре караптары тунец балығын тотоу менән шөғөлләнә. Архипелаг халҡының 3 % балыҡсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнә. Балыҡ тотоуҙың 35%-тан 50 %-ҡа тиклеме сәнәғәт балыҡ тотоуына инмәй.
2001 йылда балыҡ, омар һәм лангуст тотоу 13 мең тонна тәшкил иткән; 7 мең тонна тунецты ЕС суднолары тотҡан. Иң ҡулайлы балыҡ тотоу 45 мең тонна тип баһалана.
Сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Вердела сәнәғәт насар үҫешкән (илдең эске тулайым продуктынан 16 %). Төп предприятиелар Сантьягу, Сан Висенте, Сал утрауҙарында (яҡынса 80%-ы) тупланған.
Төп предприятиелар: балыҡ-консерва заводтары, суднолар ремонтлау верфы, һыра заводы, тегеү һәм аяҡ кейеме фабрикалары, төҙөлөш материалдары заводы, декоратив ташты эшкәртеү фабрикалары, авто-, мото-, велопредприятиелар.
Тау-сығарыу сәнәғәте: Сал һәм Майу утрауҙарында тоҙ, пуцолан (цемент етештереү өсөн ҡулланыла), балсыҡ, базальт сығарыу.
Электр энергияһы производствоһы — сәғәтенә 469 миллион кВт.
Тышҡы сауҙаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Импорт күләме (2019 йылда — 930 миллион АҠШ доллары) экспорт күләменән (95,5 млн АҠШ доллары) артығыраҡ[8].
Импорттың төп статьялары: яғыулыҡ, шул иҫәптән нефть продукттары (18 %), машиналар һәм ҡорамалдар (13 %), транспорт саралары (9,9 %) аҙыҡ-түлек продукттары һәм химия тауарҙары.
Импорт буйынса төп партнёрҙар: Португалия (36,3 %), Нидерланд (16, 3 %), Испания (11 %) — 2019 йылда.
Экспорттың төп статьялары — балыҡ һәм диңгеҙ продукттары (яҡынса 70 %), кейем-һалым, аяҡ кейеме, реэкспорт тауарҙары.
Экспорт буйынса төп партнерҙар — Испания (65,3 %), Португалия (13,8 %), Италия (7,87 %) — 2019 йылда.
Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә.
Энергетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә электр энергияһы ла тиерлек тәбиғи газ, кәрәсин, дизель яғыулығы, утын һәм ағас күмере ҡулланған йылылыҡ электр станцияларында эшкәртелә.
Сал туристик утрауында бөтә электр энергияһы «йәшел» технологиялар (ел, ҡояш) ярҙамында етештерелә.
Финанстар һәм кредит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙарҙа түбәндәге банкылар урынлашҡан: Banco Comercial do Atlantico, Caixa Economica de Cabo Verde һәм Banco Caboverdeano de Negocios (Кабо-Верде Бизнес Банкы). Аҡсалата берәмек — 100 сентавонан торған Кабо-Верде эскудоһы. Милли валюта курсы 2010 йылдың 1 ғинуарында: 1 EUR = 110.265 CVE. 200, 500, 1000, 2000 һәм 5000 эскудо номиналындағы аҡсалар һәм 1, 5, 10, 20, 50, 100 эскудо ҡиммәтендәге тәңкәләр әйләнештә йөрөй. Һәр өс төрлө номиналдағы тәңкәләр төрлөсә — «решкалар» бер төрлө, «бөркөттәр» «орлы» — үҫемлек, ҡош йәки карапсыҡ менән. 1994 йылда сығарылған фатихалаусы понтифик һүрәте төшөрөлгән 100 эскудо тәңкәһе Иоанн Павел II, Рим папаһының, Кабо-Вердеға сәфәренә бағышланған.
1000 эскудо номиналындағы купюра — ике төрлө. Элеккеһендә — Амилкар Кабрал, Кабо-Верде бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәт лидеры, яңы аҡсала — ҡош һүрәтләнгән.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]]
Автомобиль юлдарының оҙонлоғо — 1350 км, шул иҫәптән 932 км асфальт түшәлгән (2013)[9].
Диңгеҙ порттары: Минделу, Прая һәм Таррафал. Диңгеҙ сауҙа флоты — 13 карап (2009)[9]. Архипелаг эсендә, шулай уҡ Көнбайыш Африкаға, Европаға һәм Америкаға йөк тейәлгән рейстар башҡарыла. Порттарҙың йөк әйләнеше (2000) — 450 мең тонна. Күрше утрауҙар араһында борам һәм катерҙар йөрөй.
Африка, Европа, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка илдәре менән һауа бәйләнеше тәьмин иткән Прая ҡалаһы (1999). 2000 йылда 140 мең пассажир һәм 20 млн ткм йөк ташылған. Европанан Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкаға илткән юлда Сал утрауында «Мрия» һәм «Руслан» кеүек ҙур йөк һауа судноларын өҫтәмә заправкалауға һәләтле берҙән-бер осоу-ултырыу һыҙаты урынлашҡан[10]. Урындағы компаниялар авиалиниялары (ТАКВ — Transportes Aéreos de Cabo Verde һәм Halcyonair) архипелагтың бөтә утрауҙарын тиерлек (Браванан тыш) берләштерә.
Утрауҙарҙа даими автобус бәйләнеше юҡ. Утрауҙарҙа иң осһоҙ йөрөү ысулы — халыҡ «Carrinhos» тип йөрөткән 12 урынлыҡ маршрут таксиһы (aluguer), юл хаҡы — 1 USD-нан ашыуыраҡ. Маршрут таксиҙарының юлға сығыу һәм ҡайтыу пункттары бар, юлда улар теләһә ни ерҙә туҡтай, ләкин аныҡ расписаниелары юҡ һәм бөтә буш урындар тулғас та юлға сығалар. Транспорттың икенсе төрө, ҡайһы берҙә берҙән-бер — такси.
Тимер юл бәйләнеше юҡ.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туризм — ил килеменең төп статьяһы. Бизнестың был төрөнә урындағы эшҡыуарҙар ҙа, сит ил инвесторҙары ла инвестициялар һала. Төп сит ил инвесторҙары — Австрия, Германия, Испания, Италия, Португалия һәм Франция. 1998 йылда бөтә сит ил инвестицияларының 74%-ы һалынған
Кабо-Верде утрауҙары иҫ киткес тәбиғәте йәки һоҡланғыс пляждары менән айырылып тормай, ләкин күп туристар бында цивилизациянан ял итергә һәм утрауҙарҙың үҙенсәлекле һыу аҫты донъяһын өйрәнергә килә. Бынан тыш, республика биш донъя виндсерфинг үҙәгенең, шулай уҡ бөтә донъя кимәлендә спорт балыҡ тотоу үҙәктәренең береһе булып тора.
Сал утрауы — сёрфинг һөйөүселәр араһында популяр урын. Унда төрлө әҙерлек кимәленә иҫәпләнгән 6 сёрфинг-клуб ҡатнаша. Сёрфинг-үҙәктәр архипелагтың — Боа Вишта, Сан-Висенте, Сантьягу, Сан-Николау һәм Майу утрауҙарында ла бар.
Диңгеҙҙә йәшәүсе тереклектәр менән мәрйен рифтары, тоннелдәр һәм каверналар лабиринты менән һыу аҫты мәмерйәләре булыуы дайвинг һәм һыу спорты төрҙәрен яратыусыларҙы йәлеп итә. Һыу инеү өсөн иң яҡшы осор — апрелдән ноябргә тиклем. Һыуға сумыуҙың уртаса тәрәнлеге — 6-40 м. Сал утрауында 32 дайв-сайт: тәрәнлеге 40,5 метрға тиклем еткән Ponta Do Farol рифы, Tchuklasta рифы — 36 метр, «Зәңгәр бүлмә» — 30,4 метр, Palmeira — Pesqueiro Ti Culao мәмерйәһе — 23 метрға яҡын, Buracona мәмерйәһе — 22,5 м, Santo Antao караптар емерелгән урын — 12 м, Demfior караптар емерелгән урын — 12 м.
Сал утрауындағы Санта-Мария ҡаласығында биш донъя виндсёрфинг үҙәгенең иң ҙуры урынлашҡан.
Миграция осоронда архипелаг ярҙарына кешеләрҙең үҙҙәренә яҡынлашыуынан ҡурҡмаған кит көтөүҙәре, океан балыҡтарының өйкөмдәре барлыҡҡа килә — былар барыһы ла спорт балыҡсылығы объекты булып тора. 2000 йыл дауамында утрау ярҙары буйында тотолған балыҡтың күләме һәм ауырлығы буйынса 6 донъя рекорды теркәлгән.
Утрауҙар эсенә тиҫтәләгән саҡрымға һуҙылған пляждар менән тулған. Экзотика һөйөүселәр өсөн Фогу утрауында ҡара төҫтәге янартау (вулкан) ҡомло пляждар бар.
Таррафал ҡалаһында һәм Боа Вишта, Майу, Сан Висенте һәм Санту Антау утрауҙарында ҡунаҡхана комплекстары үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә.
Уңайлы климат шарттары туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
1999 йылда Сал утрауында тәүге биш йондоҙло «Криула» отеле асыла.
Йыл һайын төрлө илдәрҙән туристар һаны арта. Статистикаға ярашлы, 1993 йылда утрауҙарға — 20 мең кеше, 1999 йылда — 67 мең кеше, 2000 йылда 83,3 мең кеше барып ҡайтҡан.
2000 йылда туризмдан килгән килем 40,8 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән.
Байрамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрамдар | ||
Дата | Атамаһы | Иҫкәрмә |
---|---|---|
1 ғинуар | Яңы йыл | |
13ғинуар | Демократия көнө | |
20ғинуар | Милли батырҙар көнө | Кабрал Амилка вафатына йыл тулыу |
Февраль (төрлөләндерелә) | Карнавал шишәмбеһе | Күсмә карнавал |
Февраль (төрлөләндерелә) | Көл шаршамбыһы | Күсмә карнавал |
Февраль (төрлөләндерелә) | Изге йома, Христостың ҡомарҙары | Күсмә карнавал |
8 март | Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө | |
Апрель (төрлөләндерелә) | Пасха | |
1 май | Хеҙмәт Көнө | |
19 май | Прая ҡалаһы көнө | Байрам баш ҡалала ғына, Праяла, үткәрелә |
1 июнь | Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө | Байрам 2005 йылда тергеҙелгән |
5 июль | Бойондороҡһоҙлоҡ көнө | |
15 август | Милли рәхмәт көнө | Мостеируш ҡалаһы байрамы |
1 ноябрь | Бөтә изгеләр көнө | |
25 декабрь | Раштыуа |
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ил Африкала иң католиктарҙың береһе булып тора. Христианлыҡ XVII быуаттың уртаһынан алып тарала.
- Халыҡтың 77,3 % — католиктар;
- 4,6 % — протестанттар (Назарянин сиркәүен индереп);
- Халыҡтың 4,5%-ы традицион Африка дине яҡлы;
- 1,8,8 % — мосолмандар;
- 1 % — Йәһүә шаһиттары (0,4 %) — Йәһүә шаһиттарының терминологияһы (вәғәзсе)[11];
- 10,8 % — башҡа дини берекмәләр (мормондар һ. б.) ағзалары.
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1988 йылда грамоталылыҡ кимәле ҡала халҡы араһында — 60-70 %, ә ауыл халҡы араһында 20-40 % тәшкил иткән. 382 уҡыу йорто, шуларҙың 23-ө генә урта (дөйөм белем биреү һәм һөнәри-техник) булған. Уҡытыусыларҙың дөйөм һаны 2100 кеше тәшкил итә. Юғары уҡыу йорттары булмай. 650-нән ашыу Кабо-Верде гражданы сит илдә белем алған[12].
2010 йылда өлкәндәр араһында грамоталылыҡ кимәле 88,56 %[13].
Уҡытыу португал телендә алып барыла.
- Башланғыс белем: балалар 7 йәштән алып беренсе 4 йылда — мотлаҡ уҡый, киләһе 2 йылда — теләк буйынса уҡый. Боавишта утрауында 3 башланғыс мәктәп; Салдың 2 башланғыс мәктәбе бар; Сан-Николау — 6 башланғыс мәктәп һәм 1 лицей; Сан-Висенте — 1 навигация мәктәбе һәм 7 башланғыс мәктәп; Майуҙа — 1 генә мәктәп; Сантьягуның — 22 мәктәбе, Фогуның — 7 һәм Браваның 6 башланғыс мәктәбе бар[14]. 2000 йылда башланғыс мәктәптәрҙә — 98 мең, ә урта мәктәптәрҙә 33 мең уҡыусы уҡыған.
- Урта белем: һәр береһе 3 йыл — ике цикл. Урта белем биреүсе лицей Праяла һәм Сан-Висентта урынлашҡан.
- Юғары белем: 1994 йылға тиклем Кабо Вердела юғары уҡыу йорттары булмаған. 1994—1999 йылдарҙа педагогия, иҡтисади һәм бер нисә техник институттар булдырыла. 2000 йылдар башынан университеттар берләшә (төп кампустары Праяла урынлашҡан). Илдә йәшәүселәрҙең күбеһе сит илдә: Кубала, Португалияла, Бразилияла, Рәсәйҙә, АҠШ-та һәм Францияла юғары белем ала. 2000 йылда урындағы юғары уҡыу йорттарында 1200, сит илдәрҙә — 2500 студент уҡый.
1990—2011 йылдарҙа Кабо-Верде башланғыс белем биреү системаһы (һәм өлөшләтә — дөйөм мәғариф системаһы) тулыһынса йырсы Сезария Эвора тарафынан финансланған[15].
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо Верде халҡының сәләмәтлек күрһәткестәре — Африка ҡитғаһы өсөн уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 70 йәш.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ике ҙур бүлексәһе бар. Медицина хеҙмәтләндереүе — ҡәнәғәтләнерлек.
Туберкулёз менән ауырыу проблемаһы бар.
Сөсө һыу етешмәүе ашҡаҙан-эсәк йоғошло ауырыуҙарына килтерә.
Халыҡтың күп булмаған өлөшө ВИЧ-инфекцияһына дусар (Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау идаралығы — ОСНА — мәғлүмәте буйынса 2008 йылдың мартына ҡарата 350 кеше)
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телерадиотапшырыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Верде RTC дәүләт телерадиокомпанияһы менән TNCV (Televisão Nacional De Cabo Verde Кабо-Верденың Милли телевидениеһын — дәүләт радиокомпанияһын һәм RNCV (Radio Nacional De Cabo Verde — «Кабо Верде Милли радиоһы») дәүләт радиокомпанияһын берләштереү менән 2009 йылда ойошторола; үҙ эсенә 1984 йылда эшләй башлаған TCV (Televisão De Cabo Verde — "Кабо Верде телевидениеһы"н) һәм RCV (Rádio de Cabo Verde — "Кабо Верде радиоһы"н) ала. Шулай уҡ 15 шәхси радиостанция бар:
- Radio Nova — католик радиостанцияһы;
- Radio Comercial — шәхси радиостанция, Прая.
- Praia FM — шәхси радиостанция.
Матбуғаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдә түбәндәге баҫмалар сыға:
- «Jornal Horizonte» хөкүмәттең көндәлек гәзите;
- «Утрауҙар экспресы» Expresso das Ilhas аҙналығы;
- аҙналыҡ «A Semana»;
- «Boletim Oficial da República de Cabo Verde» («Кабо-Верде Республикаһының рәсми бюллетены») аҙналығы;
- «Boletim Informativo» («Мәғлүмәт бюллетены») аҙналығы;
- «Tribuna» һәм «Vos di Svo»? гәзиттәре;
- «Raízes» («Тамырҙар») һәм «Unidade e Luta» («Берҙәмлек һәм көрәш») журналдары.
1988 йылдан «Информпресс» (элекке атамаһы «Кабопресс») хөкүмәт мәғлүмәт агентлығы эшләй.
Телекоммуникациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телефон линиялары һаны — 60 935, мобиль линиялар — 28 119 (2002).
Бәйләнеш операторҙары: CVTelecom (городские номера, монополист) 2021 йыл 31 декабрь архивланған., CVMovel 2021 йыл 31 декабрь архивланған. и Unitel T+ (мобильныя связь)
.
Интернетҡа инеү мөмкинлеген CVMultiMedia (монополист) бирә хөкөм ителә (монополист). Һуңғы 5 йылда интернет хеҙмәттәренә хаҡтар һиҙелерлек кәметелде һәм ҡулланыу тиҙлеге артты. 2007 йылда ябай ADSL-каналдың хаҡы айына 130 € тәшкил итә ине. Әлеге ваҡытта иң юғары тиҙлекле 12Мб/1Мб (IPTV хаҡын индереп) каналы 54€ тора. «Лимитһыҙ интернет» хеҙмәте әлегә бирелмәй.
2006 йылдың 27 сентябренән цифрового ТВ на основе IP-технологий . Архивировано из оригинала 5 май 2017 года. 2017 йыл 5 май архивланған. пакеттары бирелә.
2002 йылда 12 000 интернет-ҡулланыусы булған.
Почтаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнғәте һәм мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл райондарының ғәҙәттәге торлағы — бер йәки ике бүлмәле ер иҙәнле һәм тәҙрәләрендә ҡапҡасы мотлаҡ булған таш йорттар (функу). Ике яҡлы ҡыйыҡ һаламдан йәки черепицанан түшәлә.
Төҙөлөш материалы сифатында ҡатып ҡалған янартау лаваһы сығыш яһай. Йорттар төҙөгәндә бер ниндәй цемент төрө лә файҙаланылмай
Һаламдан йәки черепицанан түшәлгән ике яҡлы ҡыйыҡ.
Төҙөлөш материалы сифатында ҡатып ҡалған янартау лаваһы сығыш яһай. Йорттар төҙөгәндә цемент ҡулланылмай.
Архипелагтағы европалыларҙың тәүге торамаһы — Сьюдад Велья (Иҫке ҡала). Прая ҡалаһынан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. ЮНЕСКО һаҡлауында. Уның биләмәһендә Португалияның Реал-да-Санту-Фелипе форты урынлашҡан.
1990-сы йылдарҙа колониаль осорондағы боронғо особняктар менән органик рәүештә аралашҡан бар уңайлыҡтары булған күп ҡатлы биналар һәм коттедждар төҙөлә башлай.
Заманса фешенебель отелдәре, быяланан һәм тимер-бетон конструкцияларҙан супермаркеттар ҡалаларҙың айырмалыҡ һыҙаты булып тора.
2007 йылдың июлендә Сал утрауында «Вила Педре де Луме һәм Гольф Резорт» яңы отель комплексы төҙөлә башлай. Төҙөлөш эштәрен 2013 йылда тамамлау планлаштырыла.
Һынлы сәнғәте һәм һөнәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге заман рәссамдары — Б. Баррос-Гиззи, Д. Ж. Карвальу, М. Куэйрош, Карлош Лима, Л. Лопеш, Ж. Миранда, М. Фернандеш, М. Фигуэйр һәм Ч. Фигуэйра, Белла Дуарте.
Лиманың эштәре тыуған илендә генә түгел, Испанияла, Кубала, Нидерландта, Португалияла, Францияла, Швейцарияла һәм Латин Америкаһы илдәрендә лә яҡшы билдәле.
Праяла урындағы рәссамдарҙың күргәҙмәләре һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәләре даими үткәрелә.
Балсыҡтан көршәк яһау, һаламдан әйберҙәр үреү, ағастан һәм кокос сәтләүектәре ҡабығынан сувенирҙар (тәмәке һауыты, яҡтыртҡыстар, ҡумталар), керамиканан, диңгеҙ ҡыҫалаларынан һәм балыҡ тештәренән биҙәүестәр эшләү үҫешкән.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башынан португал һәм креоль телдәрендә яҙалар.
Э.Тавареш креоль әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Португал телендәге әҙәбиәткә Жоржи Барбоза, Мануэл Лопеш һәм Освальдо Алкантара нигеҙ һалған тип иҫәпләнә.
Тәүге романдарҙың береһе — Б. Лопештың «Шикиньо» әҫәре (1947).
1989 йылда Кабо-Верде Яҙыусылар союзы булдырыла.
Каобердиано Дамбара, Жерману Армейда, Д. Алмада, Ж. Вареле, Фонсека Агиналду Бриту, М. Вейга, А. Виейра, А. Гонсалвеш, В. Дуарте, О. Осориу, М. Фонсека — хәҙерге заман әҙәбиәтселәре. Күптәре Ангола, Бельгияла, Бразилияла, Португалияла, Рәсәйҙә һәм Францияла баҫыла.
2006 йылда архипелаг яҙыусыларының «Кабо-Верде — утрауҙар һәм әҙәбиәт» әҫәрҙәре антологияһы баҫылып сыҡты.
Китапханалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]КХР хөкүмәтенең финанс ярҙамы менән төҙөлгән[16], 1999 йылдың 21 майында Праяла рәсми рәүештә Кабо Верде Милли китапхана бинаһы асыла. Быға тиклем китапхана функцияһын Милли тарихи архив үтәй ине.
Китапхананың 2 уҡыу залы, конференциялар залы, күргәҙмә залы, кафеһы, 650 000 томлыҡ һаҡлағысы бар[17].
Музыкаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ил халҡы музыкаль һәләтле. Кабо-Верде милли музыкаһы Европа, Африка һәм Латин Америкаһы традицияларын берләштерә.
Музыкаль стилдәре:
- морна — тыуған төйәктән ситтә йәшәгәндә яҙмыш ауырлыҡтары тураһында ҡыҫҡа һағышлы йырҙар. Боавишта утрауында тыуған;
- коладейра — Бразилия самбаһына яҡын, шат күңелле йырҙар;
- фунана — Африка халыҡтарының ритмдары һәм көйҙәре.
Музыка инструменттары:
- алты ҡыллы гитара;
- кокос сәтләүеге ҡабығынан бер ҡыллы симбоа.
Февраль — карнавалдар айы (сағыу кейемдәрҙә һәм битлектәрҙә ҡатнашыусылар барабан, ксилофон һәм торба аккомпанементына бейей)
Ысынында иһә, Бразилиялағы кеүек, төп Карнавал Католик Пасханан 47 көн алда үткәрелә.
Билдәле башҡарыусылар араһында Сезария Эворе айырыуса ҙур популярлыҡ яуланы. Сәхнәгә ялан аяҡ сығыу манераһы булғанлыҡтан, уны ялан аяҡлы ҡыҙ тип йөрөтәләр (әйтер кәрәк, йырсы көнкүреш тормошонда ла яланаяҡ йөрөй, һирәк кенә сандали кейә), донъя кимәлендә популярлыҡ яулай һәм гастролдәрҙә йыш була.
Калу Бана, Руи Пина, Жак Пина, Мария де Баррос, Мариус, Теофилио Шантре һәм Тито Парис, Агусто Сега, Титина, Лура кеүек һәм башҡа йырсылар португал телле илдәрҙә билдәле.
Музыкаль коллективтар араһында «Булимунду» һәм «Тубароиш» айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Анголанан, Бразилиянан, Португалиянан һәм Америка Ҡушма Штаттарынан башҡарыусылар ҡатнашлығында музыкаль фестивалдәр үткәрелә.
Театр һәм кино
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабо-Вердела профессиональ театр юҡ. «Йәштәр маршта», «Канизаде», «Корда Каоберди», «Рамонда» һәүәҫкәр театр труппалары, Португалия мәҙәни үҙәге труппаһы һ. б. бар. «Йәштәр маршта» труппаһы Бельгия, Нидерланд, Португалия, Франция, Африка һәм Латин Америкаһы илдәрендә гастролдәрҙә ҙур уңыш менән сығыш яһай. 1995 йылда Минделу ҡалаһында 1997 йылда халыҡ-ара статус алған тәүге «Минделакт» театр фестивале уҙғарылды.
1980 йылдар аҙағында милли кинематограф үҫешә башлай. Беренсе фильм — Кабо Верде Республикаһы һәм СССР кинематографсыларының берлектәге эше — «Ер һәм диңгеҙ йырҙары» («Песни земли и море») документаль таҫмаһы (1989), ә 1999 йылда Сал утрауында беренсе кинофестиваль уҙҙы. Ангола, Кабо-Верде, Португалия һәм Сенегал режиссёрҙарының эштәре тәҡдим ителде.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кабо-Верде идарасылары
- Макаронезия
- Аҡ яға — 4-се миҙгелдең тәүге 2 серияһы тулыһынса Кабо-Вердела бара.
- Поклонская Наталья Владимировна
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
- ↑ Cabo Verde põe fim à tradução da sua designação oficial (порт.). Panapress (31 октябрь 2013). — trans-title «Cabo Verde puts an end to translation of its official designation». Дата обращения: 17 декабрь 2013. Архивировано 17 декабрь 2013 года.
- ↑ The Islands (ингл.) (недоступная ссылка — история). Europcar. Дата обращения: 23 ғинуар 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Lib.ru/Классика: Гончаров Иван Александрович. Фрегат «Паллада». Том 1
- ↑ Доклад по Кабо Верде(2008) на сайте организации «Freedom House» 2009 йыл 19 март архивланған. (инг.)
- ↑ 6,0 6,1 Cape Verde (ингл.). CIA. Дата обращения: 23 ғинуар 2009. 2020 йыл 31 август архивланған.
- ↑ Кабо-Верде // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- ↑ Внешняя торговля Кабо Верде на справочнике oec.world
- ↑ 9,0 9,1 CIA World Factbook: Cabo Verde . 2020 йыл 31 август архивланған.
- ↑ Взлётно-посадочная полоса на острове Сал в Кабо-Верде, способна принять на дозаправку гигантские грузовые воздушные судна «Мрия» и «Руслан».
- ↑ Jehovah’s Witnesses Around the World | Cape Verde
- ↑ Кабо-Верде // Страны Африки : политико-экономический справочник / Под общ. ред. Ан. А. Громыко, Ю. С. Грядунова, П. И. Манчхи; Сост. Г. Б. Старушенко. — М.: Политиздат, 1988. — С. 170. — 336 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-250-00009-6.
- ↑ Образование в Кабо-Верде . ru.countries.world. Дата обращения: 4 февраль 2021.(недоступная ссылка)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;newadvent.org
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ http://www.ria.ru/culture/20111218/519533099.html Сезария Эвора сделала музыку островов Зелёного мыса всемирным трендом
- ↑ João Paulo Madeira The Dragon Embraces Africa: Cape Verde-China Relations (инг.) // Austral: Brazilian Journal of Strategy & International Relations. — 2017. — Т. 6. — № 12. — С. 123.
- ↑ Serviços Suspensos . Архивировано из оригинала 14 февраль 2009 года. 2009 йыл 14 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новейшая история Африки. — М.: Наука, 1968
- Данилов П. П. Республика Зеленого мыса. — М.: Мысль, 1984. — 141 с. — (Социально-экономические проблемы развивающихся стран). — 42 000 экз.
- Григорович А. А., Грибанов В. В. Кабо-Верде. — М.: Мысль, 1988. — 108 с. — (У карты мира). — 55 000 экз. — ISBN 5-244-00162-0.
- Данилов П. П., Шмельков П. М. Республика Кабо-Верде: Справочник / Институт Африки РАН. — М.: Восточная литература, 2001. — 135 с. — ISBN 5-02-018242-7.
- Геология острова Маю //Докл. АН СССР. — 1985. Т. 283. — № 5. — C. 1252—1255. (соавторы Ахметьев М. А., Золотарев Б. П., Копорулин В. И., Рихтер А. В., Фрих-Хар Д. И.)
- Геология острова Сан-Висенти (архипелаг Зелёного Мыса) //Докл. АН СССР. — 1985. Т. 284. — № 2. — C. 419—423. (соавторы Ахметьев М. А., Копорулин В. И., Рихтер А. В., Фрих-Хар Д. И.)
- Структура острова Маю (Острова Зелёного Мыса) //Докл. АН СССР. — 1986. Т. 290. — № 2. — C. 425—429. (соавтор Рихтер А. В.)
- Foy C. Cape Verde: Politics, Economics and Society. — L.—N.Y., 1988.
- Cape Verde. Boulder, CO. — L.: Westview Press, 1998.
- Encyclopedia of African Peoples. — L., 2000.
- Africa South of the Sahara. 2003. — L.—N.Y.: Europa Publications, 2002.
- The World of Learning 2003, 53rd Edition. — L.—N.Y.: Europa Publications, 2002.
- African Development Indicators 2003. The World Bank. — Washington, 2003.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Кабо-Верде» | |
Кабо-Верде Викимилектә | |
Кабо-Верде Викияңылыҡтарҙа | |
Кабо-Верде Викигид |
- Почётное Консульство Республики Кабо-Верде в РФ . Дата обращения: 3 август 2019. Архивировано из оригинала 12 ноябрь 2018 года.
- Кабо Верде энциклопедия «Кругосвет»
- Кабо-Верде: забытые острова 2021 йыл 4 декабрь архивланған. Андрей Боген, «Немецкая волна», 25 октября 2000 года
- Кабо-Верде Overview (инг.)
- www.caboverde.com (порт.)
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |