Сьерра-Леоне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сьерра-Леоне Республикаһы
Republic of Sierra Leone  (инг.)  Republic na Salone Ҡалып:Ref-kri
Сьерра-Леоне гербы
Флаг
Девиз: «Unity — Freedom — Justice (Берҙемлек — Азатлыҡ — Ғәҙеллек)»
Гимн: «High We Exalt Thee, Realm of the Free»
Үҙаллылыҡ датаһы 27 апрель 1961Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Фритаун
Идара итеү төрө Унитар Президент республикаһы
Президент

Вице-президент

Эрнест Бай Корома

Сэмуэль Сумана

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
117
71 740 км²
0,2
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

5 363 669[1] чел. (112)
76 чел./км²
ИЧР  0,365 (түбән) (180 урын)
Валюта Леоне Сьерра-Леоне
Интернет-домен .sl
Код ISO SL
МОК коды SLE
Телефон коды +232
Сәғәт бүлкәте 0

Сьерра-Лео́не республикаһы — Көнбайыш Африкалағы Атлантик океан яры буйында урынлашҡан дәүләт. Гвинея һәм Либерия менән сиктәш. Майҙаны — 72 тыс. км². Баш ҡалаһы — Фритаун ҡалаһы.

Сьерра-Леоне минерал, ауыл хужалығы, балыҡ ресурстарына бай, шулай ҙа донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. 2009 йылда йән башына төшкән продукт — 900 долл. (донъяла 215-се урын). Халыҡтың 70 % тирәһе ярлылыҡ аимәленән түбәнерәк йәшәй.

Эшләүселәрҙең яртыһы натуралы ауыл хужалығы менән шөғөлләнә: дөгө, кофе, какао, пальмы (сәтләүек һәм май), арахис үҫтереү; мал аҫраү; балыҡсылыҡ.

Сәнәғәттә — алмаздар сығарыу, һыра, сигарет, аяҡ кейемдәре етештереү.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы — 5,2 млн (2010).

Этник составы — абориген 20 ҡәбилә халыҡтың 90 % алып тора (темне — 30 %, менде — 30 %, другие — 30 %), креолдар (Кариб диңгеҙендә азат ителгән ҡол-негрҙар нәҫеле)) — 10 % тирәһе, аҡ раса, ғәрәп һәм индийцтәр.

Телдәр — инглиз (рәсми тел, халыҡтың күп өлөшө белмәй), менде (көньяғында таралған), темне (төньяғыгда таралған), крио (инглиз теле нигеҙендә крео телен халыҡтың 95 % аңлай).

Диндәр: мусульмандар — 60 %, абориген культтары — 30 %, христиандар — 10 % (англикандар, методисттар, католиктар, адвентисттар һ.б.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]