Көнбайыш Африка
Көнбайыш Африка | |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Африка |
Сиктәш | Төньяҡ Африка, Үҙәк Африка һәм Атлантик океан |
Ҡайҙа өйрәнелә | West African studies[d] |
![]() | |
![]() |
Көнбайыш Африка — Африка континентының бер киҫәге. Континенттың көньяҡтан һәм көнбайыштан Атлантик океан һыуҙары йыуа торған, төньяҡта Сахараның бер ҡәҙәреһен эсенә алған, көнсығышта Чад куленә тиклем йәйелгән өлөшөн Көнбайыш Африкаға индерәләр.
Көнсығышта тәбиғи сик булып Камерун тауҙары тора.
Көнбайыш Африкалағы илдәре халҡының күпселек өлөшө ауылдарҙа йәшәй һәм игенселек, малсылыҡ, урман кәсебе менән шөғөлләнә. Халыҡ Атлантик океан яр буйҙарында йылға һәм үҙәндәрендә тығыҙ ултырған. Халҡы ифрат күп төрлө, нигеҙҙә был — негроид расаға ҡараған халыҡтар. Халыҡтың тел составы сыбар. Халыҡтарҙың тышҡы ҡиәфәте лә төрлө. Ҡайһы берҙәре ҡара тәнле һәм бөҙрә сәсле, икенселәре аҡ тәнле. Буйҙары менән дә ныҡ айырылалар.
Көнбайыш Африкалағы илдәр донъялағы күп кенә дәүләттәр менән йәнле сауҙа алып бара. Төп диңгеҙ порттары — Лагос, Луанда, Дакар.
Көнбайыш Африкаға ингән дәүләттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт | Төркөмләү ысулы | Баш ҡалаһы | |||
---|---|---|---|---|---|
БМО версияһы буйынса[1] | ЦРУ версияһы буйынса[2] | СГНЗС версияһы буйынса | ОКСМ версияһы буйынса[3] | ||
![]() |
Порто-Ново | ||||
![]() |
Уагадугу | ||||
![]() |
Банжул | ||||
![]() |
Аккра | ||||
![]() |
Конакри | ||||
![]() |
Бисау | ||||
![]() |
Атлантик океандағы утрау дәүләте |
Прая | |||
![]() |
Үҙәк Африка | Үҙәк Африка | Үҙәк Африка | Яунде | |
![]() |
Ямусукро | ||||
![]() |
Монровия | ||||
![]() |
Төньяҡ-Көнбайыш Африка | Нуакшот | |||
![]() |
Бамако | ||||
![]() |
Ниамей | ||||
![]() |
Абуджа | ||||
![]() |
(инглиз. Islands in the South Atlantic Ocean) |
Атлантик океандағы утрау территорияһы |
Джеймстаун | ||
![]() |
Дакар | ||||
![]() |
Фритаун | ||||
![]() |
Ломе |
Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юл инфраструктураһы насар үҫешкән, тимер юлдар эске төбәктәрҙән яр буйына тиклем генә бар һәм колониаль иҡтисади сәйәсәт мираҫы булып тора. Мөһим порттары — Дакар, Конакри, Абижан, Аккра, Ломе һәм Лагос.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сахель дәүләттәренең донъяның иң ярлы илдәренә ҡарай, нефть запастары бай булыуға ҡарамаҫтан Нигерия шулай уҡ үҫешендә ныҡ артта ҡала. Яр буйында ауыл хужалығында экспортҡа тәғәйенләнгән монокультуралар үҫтерелә. Көнбайыш африкалыларҙың күпселеге үҙ-үҙен тәьмин итеү менән шөғөлләнә.
Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнбайыш Африка африка телдәренең яртыһынан күберәгенең тыуған ере. Уларҙың күбеһе конго-кордофан һәм афро-азиат тел төркөмөнә инә. Саванналарҙа һәм тропик урмандарҙа йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәте өсөн телдән тапшырылған фольклор һәм белем биреү, шулай уҡ тантаналы сараларҙа битлектәр һәм бейеүҙәр ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ United Nations Statistics Division . Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2010 года.
- ↑ The World Factbook. Location . Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
- ↑ Общероссийский классификатор стран мира (ОКСМ). Приложение Д . Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.