Эстәлеккә күсергә

Яунде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Яунде
франц. Yaoundé
Ил

Камерун

Статус

баш ҡала, регион һәм департамент үҙәге

Регион

Үҙәк

Департамент

Мфунди

Координаталар

3°52′ с. ш. 11°31′ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1888

Майҙаны

180 км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

750 м

Халҡы

1 817 524[1][2] кеше (2005)

Тығыҙлығы

10 097,36 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Яунде (Камерун)
Яунде
Яунде

Я́унде[3] (франц. Yaoundé) — Камерундың баш ҡалаһы, Үҙәк региондың һәм Мфунди департаментының административ үҙәге. Баш ҡаланың барлыҡ тиерлек территорияһын үҙәк урам — авеню Кеннеди буйлап урынлашҡан райондар, һәм шулай уҡ уға яҡын булған убалар биләй.

Географик урынлашыуы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яунде Камерундың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, диңгеҙ кимәленән 730 метр бейеклектә урынлашҡан[4]. Ҡала тау платоһы — Камерун яҫы таулығында ята[4]. Климаты субэкваториаль. Ике оҙон дымлы һәм ике ҡыҫҡа ҡоро миҙгелдәр (ғинуар-февраль һәм июль) бар. Ғинуарҙың уртаса һауа температураһы +23°С, ә июлдеке +21°С тирәһе. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 1750 мм. Ямғырҙар башлыса сентябрҙән ноябргә һәм апрелдән июнгә тиклем осорҙа яуа.

климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 30,9 30,6 30,0 29,5 28,7 27,5 26,2 26,3 27,2 27,6 28,2 28,3 28,4
Уртаса температура, °C 23,7 25,3 25,0 24,6 24,1 23,4 22,6 23,0 23,1 23,3 23,7 23,7 23,8
Уртаса минимум, °C 17,1 20,0 19,9 19,7 19,5 19,3 19,0 19,0 19,0 18,9 19,2 19,1 19,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 17,3 51,4 139,6 180,0 219,7 162,3 69,2 102,3 254,0 296,1 110,9 25,2 1628,0
Сығанаҡ: [1]
Бельгия армияһы частары Яундены биләй. 1915 йыл.

Яунде 1888 йылда (йәки 1889 йылда[4]), Камерун Германия протектораты аҫтында булған осорҙа нигеҙләнгән[5]. Беренсе донъя һуғышы осоронда, 1915 йылда Яунде Бельгия ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана, ә 1922 йылда Француз Камерунының баш ҡалаһы тип иғлан ителә[5]. 1940—1946 йылдарҙа баш ҡала статусын Дуала ҡалаһы үтәй. 1960 йылда Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Яундела хөкүмәт, 1961 йылдан — федераль хөкүмәт, 1972 йылдан — Берҙәм Камерун Республикаһы Хөкүмәтенең резиенцияһы урынлаша.

Яундела автобустар.
Ҡала өлөшөнөң күренеше.
Яундела спорт һарайы.

Яунде халҡының иҫәбе 1 миллион 800 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Ҡалала бамилеке (бөтә ҡала халҡының яҡынса 25 %-ын тәшкил итә), фулани (яҡынса 10 %), һәм шулай уҡ фанг, дуала, фульбе этник төркөмдәренең вәкилдәре йәшәй. Дәүләт телдәре итеп инглиз һәм француз телдәре иҫәпләнә, бер нисә африка һөйләшсәләре таралған (башлыса банту телдәре төркөмөнөң). Баш ҡала халҡының яртыһы тиерлек — католиктар, ә ҡалғандары мосолмандар һәм төбәк традицион ышаныуҙарҙын тотоусылар.

Численность населения по годам[6]
Йән иҫәбен алыу датаһы 1976 1979[7] 1987 2005
Халыҡ иҫәбе 313 706 400 000 649 252 1 817 524

Ҡаланың иң ҙур дауаханаһы тип Яунде үҙәк дауаханаһы иҫәпләнә, бында 650 койка бар[8]. 1985 йылда төҙөлгән Яунде дөйөм дауаханаһында 302 койка бар[9].

1962 йылда Яундела университет асыла[10][5]. Ҡалала башҡа юғары уҡыу йорттары бар: Юғары ауыл хужалығы мәктәбе, Юғары милли политехник мәктәбе, Юғары педагогия мәктәбе, Хакимиәт милли мәктәбе һәм Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты[5]. Камерун милли[5] һәм университет китапханалары илдең иң ҙур китапханалары булып тора[10]. Ҡалала шулай уҡ Камерун дәүләт архивы урынлашҡан[5].

1996 йылда ҡалала еңел атлетика буйынса Африка чемпионаты уҙғарыла.

  1. Перепись населения 2005 года (geohive) 2013 йыл 11 май архивланған.
  2. Перепись населения 2005 года (citypopulation)
  3. Агеенко Ф. Л. Русское словесное ударение. Словарь имён собственных. — М.: ЭНАС, 2001.
  4. 4,0 4,1 4,2 Яунде — Энциклопедия «Вокруг Света». Vokrugsveta.ru. Дата обращения: 13 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 «Yaoundé.» Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Ultimate Reference Suite. Chicago: Encyclopædia Britannica, 2012
  6. GeoHive — Cameroon population statistics 2013 йыл 11 май архивланған.
  7. Яунде  (укр.) // Украинская советская энциклопедия / Бажан, Микола Платонович. — К., 1985. — Т. XII: Функционализм-Ящур.
  8. Общая информация (фр.). Центральная больница Яунде. Дата обращения: 19 апрель 2013. Архивировано 20 апрель 2013 года. 2013 йыл 26 июль архивланған.
  9. Montois Partners: Selected and Current Works / Binder, George. — Images Publishing, 2001. — P. 126. — 256 p. — ISBN 978-1-86470-069-5.
  10. 10,0 10,1 Яунде // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.