Сан-Томе (ҡала)
Ҡала | |||||
Сан-Томе | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Провинция | |||||
Округ | |||||
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
17 км² | ||||
Халҡы |
56 166 кеше (2005) | ||||
Тығыҙлығы |
180 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+239-22x-xxxx | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Сан-Томе́ (порт. São Tomé) — Сан-Томе һәм Принсипи дәүләтенең баш ҡалаһы. Апостол Фома (São Tomé) хөрмәтенә аталған[1]. Сан-Томе провинцияһының һәм Агуа-Гранде округының административ үҙәге булып тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1485 йылда португалдар тарафынан нигеҙләнә. Ҡала янында шәкәр ҡамышы плантациялары булған, унда Конго короллегенән килтерелгән ҡолдар эшләгән. 1525 йылда Португалия короле Жуан II ҡала статусын бирә[2] XVI быуатта бында католик собор төҙөлә. 1575 йылда ҡалала Сан-Себастьян форты ҡорола (хәҙерге ваҡытта бында Сан-Томе милли музейы урынлашҡан). 1599 йылда, һәм йәнә 1641—1648 йылдарҙа Голландия ҡулы аҫтында була[3]. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Сан-Томе һәм Принсипи португал колонияһының үҙәге булып тора. 1975 йылда Сан-Томе һәм Принсипи бойондороҡһоҙлоҡ ала, ә Сан-Томе уның баш ҡалаһы булып китә.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Сан-Томе утрауының төньяҡ-көнсығышында, Кабраш утрауы янында урынлашҡан. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа табан — Триндади, төньяҡ-көнбайышҡа табан — Гвадалупе, көньяҡ-көнсығышҡа табан — Сантана ҡалалары урынлашҡан, уларҙы үҙ-ара шоссе юлдары тоташтыра. Аҙнаһына бер тапҡыр Кабо-Верде ҡалаһынан Сан-Томеға паром йөрөй. Халыҡ-ара аэропортта Ангола, Габон, Португалия илдәренә һәм күрше Принсипи утрауына даими рейстар башҡарыла.
Ҡаланың иҫтәлекле урындарына президент һарайы, собор һәм кинотеатр керә. Ҡалала төрлө мәктәптәр, лицейҙар, политехник институты, ике баҙар, өс радиостанция урынлашҡан. Сан-Томела TVSP коммерция булмаған телевизион станцияһы, халыҡ-ара аэропорт, клиникалар һәм дауаханалар эшләй, бер нисә ҡала майҙаны бар.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл | 1991 | 1997 | 2000 | 2001 | 2003 | 2005 | 2013 |
Халыҡ иҫәбе |
42 331[4] | 49 541[4] | 49 997 | 49 957[5] | 53 300 | 56 166 | 69 167[4] (баһалама) |
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сан-Томела оҙайлы ямғырҙар миҙгеле (октябрҙән майға тиклем) һәм ҡыҫҡа ҡоро миҙгел (июнь—сентябрь) менән саванналарҙың тропик климаты өҫтөнлөк итә. Яуым-төшөмдәр миҡдары — йылына 1000 мм-ҙан саҡ ҡына аҙыраҡ. Ҡалала сағыштырмаса даими температура күҙәтелә.
климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 32 | 33 | 33 | 33 | 32 | 31 | 31 | 31 | 32 | 32 | 32 | 32 | 33 |
Уртаса максимум, °C | 30 | 30 | 31 | 30 | 29 | 28 | 28 | 28 | 29 | 29 | 29 | 29 | 29 |
Уртаса минимум, °C | 23 | 23 | 23 | 23 | 23 | 22 | 21 | 21 | 21 | 22 | 22 | 22 | 22 |
Абсолют минимум, °C | 20 | 20 | 20 | 20 | 19 | 19 | 19 | 19 | 19 | 19 | 19 | 19 | 19 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 81 | 107 | 150 | 127 | 135 | 28 | 0 | 0 | 23 | 109 | 117 | 89 | 966 |
Сығанаҡ: «Average Conditions Sao Tome, Sao Tome Principe». BBC Weather (ингл.). Архивировано 12 октябрь 2007 года. |
Фотографии[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ День Святого Апостола Фомы . Архивировано 2 февраль 2013 года. 2013 йылдың 19 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Becker, Kathleen. [1] = São Tomé and Príncipe: the Bradt travel guide. — USA, 2008. — ISBN 978-1-84162-216-3.
- ↑ Huang, Morrissete, p. 970
- ↑ 4,0 4,1 4,2 World Gazetter: São Tome
- ↑ São Tomé and Príncipe: Cities, Towns & Provinces
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Сан-Томе (ҡала) Викимилектә |
---|
- Sao Tome and Principe 2010 йылдың 26 июль көнөндә архивланған. at the Open Directory Project
- Карталар һәм аэрофотографиялар:
- Street map: Street map from Mapquest, MapPoint 2008 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған. or Google or Yahoo! Maps
- Satellite images: Google or Microsoft Virtual Earth — image not yet available
- www.saotome.st — Facts about the country, how to get there, where to stay, what do to, images etc. (инг.)
- Local travel agency Navetur-Equatour — information&pictures http://www.navetur-equatour.st/