Лусака

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Лусака
ингл. Lusaka
Downtown Lusaka.JPG
Lusaka National Museum.JPGCommunity (5263000515).jpg
UNZA BRANCH LIBRARY.jpgZambia Lusaka Independence Avenue Krzysztof Błażyca 2011.jpg
Флаг
Флаг
Ил

Замбия

Провинция

Лусака

Координаталар

15°25′ ю. ш. 28°17′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Chilando Chitangala[d]

Нигеҙләнгән

1905

Ҡала с

1960

Майҙаны

418 км²

Бейеклеге

1300 м

Халҡы

1 742 979 кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2

Телефон коды

+260 1

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

lcc.gov.zm  (инг.)

Лусака (Замбия)
Лусака
Лусака

Луса́ка (ингл. Lusaka) — Замбияның баш ҡалаһы, уның сәйәси, индустриаль һәм мәҙәни үҙәге.

Халҡы — 1 451 145 кеше (2010 йыл)[1].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1905 йылда Лусака тимер юл станцияһы булараҡ ҡалаға нигеҙ һалына. Уға ледже ҡәбиләһенән күрше ауыл юлбашсыһының исеме бирелгән[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лусака — 1905 йылда бәләкәй ауыл урынында төҙөлгән сағыштырмаса йәш ҡала. Яңы ҡала күтәрелеш осоро кисергән Замбияның терәк пунктына әүерелергә тейеш булған, быға күбеһенсә донъя баҙарында баҡырға юғары хаҡтарҙың һаҡланыуы һәм сит ил державаларының Ливингстон—Броккен-Хилл (хәҙерге Кабве) яңы тимер юлын төҙөүгә ярҙамы булышлыҡ иткән.

Европа тибындағы төҙөкләндерелгән кварталдар төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан ҡала ҡәбилә юлбашсыларының береһенең хөрмәтенә аталған. Шулай итеп, бойондороҡһоҙ дәүләттең буласаҡ баш ҡалаһының тышҡы ҡиәфәтендә һәм исемендә урындағы традициялар һәм Европаның иң яҡшы ҡаҙаныштары аһәңле берләшкән.

1931 йылда Лусака Британия протектораты — Төньяҡ Родезияның административ үҙәгенә әүерелә, ә 1964 йылда Замбияны бойондороҡһоҙ республика итеп иғлан итеү һөҙөмтәһендә яңы дәүләт берәмегенең баш ҡалаһы итеп һайлана.

Әкренләп Лусака Замбияның ҙур сәйәси үҙәгенә әүерелә, бында мөһим сәйәси ваҡиғалар була (президенттарҙы һәм паоламент палаталары ағзаларын һайлау, 1991 йылда яңы Конституцияны ҡабул итеү һәм башҡалар). Баш ҡаланың мәҙәни тормошонда һәм иҡтисадында ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Ҡытай властары булышлығында Лусаканан Капири Мпоши станцияһынан (Лусаканан 185 саҡрым алыҫлыҡта) Танзанияның Дар-әс-Сәләм портына тимер юл линияһы һалынды.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лусака субэкваториаль климатлы тропик зонала диңгеҙ кимәленән 1280 метр бейеклектә урынлашҡан. Бында ямғырлы һәм йылы (ноябрь-апрель), ҡоро һәм һалҡын (май-июль), йылы һәм ҡоро (август-октябрь) миҙгелдәр күҙәтелә. Был ваҡытта Лусакалағы иң йылы ай — октябрь, термометр бағанаһы 31 градусҡа тиклем күтәрелә, июлдә һауа температураһы 10 градусҡа тиклем түбәнәйә, июнь-июлдә ҡалала абсолют минимум +2 °C тәшкил иткән. Шуға ҡарамаҫтан температураның бер йыллыҡ тирбәлеүе бик аҙ. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ нормаһы яҡынса 700 миллиметр тәшкил итә, өҫтәүенә күпселек өлөшө ноябрҙән апрелгә тиклем ямғыр булып яуа. Ямғырҙар миҙгелендә тупраҡтың һыу аҫтында ҡалыуы һәм үткеһеҙ һаҙлыҡтар барлыҡҡа килеүе күҙәтелә, был ваҡытта ҡаланың шоссе юлдары булғанлыҡтан ғына донъя менән бәйләнеш тота ала.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 32,5 33,5 33,6 33,0 32,4 30,1 30,7 33,5 36,0 37,8 38,6 33,6 38,6
Уртаса максимум, °C 26,1 26,2 26,5 26,2 24,9 23,0 22,7 25,7 29,1 30,6 29,7 26,8 26,5
Уртаса температура, °C 22,8 22,8 22,7 21,7 19,7 17,4 17,1 19,9 23,4 25,7 25,2 23,1 21,8
Уртаса минимум, °C 19,5 19,0 18,5 16,3 13,9 10,9 10,4 12,8 16,7 19,8 20,1 19,5 16,5
Абсолют минимум, °C 13,0 10,9 10,9 8,8 6,0 2,0 2,5 2,8 6,0 9,5 10,8 12,9 2,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 197 164 86 26 2 0 0 0 1 13 68 155 711
Сығанаҡ: Погода и Климат

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лусака тирә-яғында саванна һәм уның һирәк урмандарының тәбиғи үҫемлектәр донъяһы һаҡланған. Баш ҡала янындағы фауна фил, антилопа, зебра, жираф популяцияларынан, шулай уҡ йыртҡыс хайуандарҙан тора. Урындағы төрҙәрҙән тыш, бында төньяҡтан осоп килгән күсмә ҡоштар ҙа осрай. Йоҡо ауырыуын тыуҙырыусыларҙың төп таратыусыһы — цеце себене йыш ҡына ҡала эсенәдә осрай.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лусака — Замбияның иң ҙур ҡалаһы. Баш ҡаланың этник составы башлыса банту тел ғаиләһе халыҡтарынан ғибәрәт — ул бемба, тонга, лози, ньяндж, малави, ньянджа һәм башҡалар, шулай уҡ Европа илдәренән күсеп килгән кешеләр йәшәй.

Баш ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе һөйләшкән рәсми тел — инглиз теле. Рәсми булмаған шәхес-ара аралашыу урындағы диалекттар (бемба, лаз, лувал, тонга, ньянджа) ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Баш ҡала халҡының күпселек өлөшө урындағы традицион инаныуҙарға тоғро, христиандар осрай, улар араһында католиктар һәм протестанттар күп.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала 1993 йылда нигеҙләнгән Лусака фонд биржаһы эшләй[3]. 2007 йылда унда 12 компания листингҡа эйә булған.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лусака халыҡ-ара аэропорты.

Лусака ҡалаһы Ндола, Кабве, Ливингстон, Капири, Мпоша, Мпика, Накоде ҡалалары менән тимер юл бәйләнеше булдырылған[4].

Ҡаланан төньяҡ-көнсығышҡа табан 26 саҡрым алыҫлыҡта Кеннет Каунда исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Уны реконструкциялау планлаштырыла[5]. Ҡала эсендә Лусака аэропорты урынлашҡан, уны Замбия хөкүмәте һәм Хәрби һауа көстәре файҙалана.

Барлыҡ йәмәғәт транспорты башлыса маршрут таксиҙары һәм микроавтобустарҙан тора. Бөтә пассажир ташыусылар ҙа шәхси. Бынан тыш, ҡала яны автобус бәйләнеше бар.

Мәҙәни әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лусакала урам.
Ҡала футбол стадионы (Бойондороҡһоҙлоҡ стадионы).

Лусака — Замбияның мәҙәни үҙәге. Бында илдең күпселек уҡыу йорттары тупланған. Ҡалала Замбия университеты (уның ҡарамағында Африканы өйрәнеү институты бар), шулай уҡ техник, педагогия, ауыл хужалығы колледждары, ҡала китапханаһы, антропология музейы һәм Африка көнкүреше ауыл-музейы эшләй. Замбия биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың традицион биҙәү-ҡулланма сәнғәтен сағылдырған Зинту берләшмәһе музейы айырым иғтибарға лайыҡ.

Лусака ҡалаһында Ғилми тикшеренеүҙәр буйынса милли совет һәм Замбияның ҡырағай хайуандарын һәм тәбиғәтен һаҡлау буйынса йәмғиәте эшләй, бер нисә кинотеатр һәм ҙур булмаған театр бар, сәхнәлә урындағы һәүәҫкәр коллективтар сығыш яһай.

Ҡала архитектура һәм тарихи ҡомартҡыларға бай булмаһа ла, унда урындағы рәссамдарҙың эштәре күрһәтелгән галереялар бар. Бындай күргәҙмә үҙәктәренең иң яҡшылары тип хаҡлы рәүештә Шоуграундс районындағы Генри Тайяли һынлы сәнғәттең визуаль галереяһы һәм үҙәктән алыҫ түгел урынлашҡан Мпала галереяһы һәм «Гарден Хаус» ҡунаҡханаһында урынлашҡан Скульптуралар баҡсаһы һанала. Үҙәк райондарҙан көньяҡтараҡ бер нисә сауҙа кварталын биләгән Камвал һөнәрселек баҙары ла Лусаканың тағы бер иҫтәлекле урыны булып тора. Был баҙар асыҡ һауа аҫтында урынлашҡан һәм үҙенең сыбарлығы һәм шау-шыуы менән көнсығыш баҙарҙарын хәтерләтә.

Шулай уҡ ҡаланың иҫтәлекле урындарына Милли музейҙы, англикан соборын, зоопаркты һәм ботаника паркын индерергә була.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Город Лусака — население (билдәһеҙ). World Gazetteer. Дата обращения: 12 март 2011. Архивировано 24 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  2. Поспелов, 2002, с. 248
  3. LuSE. www.luse.co.zm. Дата обращения: 15 апрель 2020. Архивировано 27 апрель 2020 года. 2020 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
  4. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 10. Железное дерево — Излучение. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2009. — 767 с.: ил.: карт.
  5. Zambia : EXIM bank of Zambia releases US$108 million for airport expansion (билдәһеҙ). LusakaTimes.com (10 июнь 2015). Дата обращения: 20 декабрь 2020. Архивировано 11 ноябрь 2020 года.
  6. Сомонаи расмии Мақомоти иҷроияи маҳаллии ҳокимияти давлатӣ дар шаҳри Душанбе. Дата обращения: 29 сентябрь 2006. Архивировано 12 март 2007 года.
  7. Город Лусака, Замбия — IZH.RU (недоступная ссылка). Дата обращения: 6 июнь 2009. Архивировано 26 февраль 2010 года. 2010 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]