Тәүге ваҡыттарҙа зебралар бар Африкала таралған булған. Төньяҡ Африкала борон замандарҙа уҡ кеше тарафынан ҡырып бөтөрөлгән.
Бөгөнгө көндә улар Судан һәм Эфиопия тигеҙлектәрендә йыш осрай. Шулай уҡ Көнсығыш Африка саванналарында, материктың көньяҡ сигенәсә таралған. Дала зебраһы Көнсығыш Африка ҡоро саванналарында, Суданда, Кенияла һәм Сомалиҙа осрай. Ә тау зебраһының таралған ерҙәре Намибия һырты (платоһы) һәм Көньяҡ Африка Республикаһы. Улар был биләмәләрҙә 2000 метр бейеклектә лә осрайҙар.