Төньяҡ Африка
Төньяҡ Африка | |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Африка |
Халыҡ һаны | 263 618 739 кеше (2023)[1] |
Сиктәш | Үҙәк Африка, Урта диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙ, Көнсығыш Африка, Көнбайыш Африка һәм Атлантик океан |
Мәктәптә уҡымаған балалар һаны | 3 319 759[2] |
Төньяҡ Африка Викимилектә |
Төньяҡ Африка (ғәр. شمال أفريقيا) — Африка төбәге, майҙаны яҡынса 10 млн км2. Төбәктең күпселек өлөшө Сахара сүллегендә урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Африка Урта диңгеҙҙән алып һуҙыла һәм Сахара сүленең ҙур өлөшөн алып тора. Тәбиғи шарттары яғынан бында субтропик төньяҡты һәм Сахара сүлен айырып күрһәтергә мөмкин.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Африканан айырмалы рәүештә, Төньяҡ Африка халҡының күпселек өлөшө европеоид расаһына ҡарай. Күпселек осраҡта улар ғәрәп һәм бербер тамырлы[3].
Африканы колонизациялау һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башына бөтә Төньяҡ Африка тиерлек европалылар хакимлығы аҫтында була. Франция Алжир, Мавритания, Тунис һәм Марокконың күпселек өлөшөн биләп тора. Бөйөк Британия Судан һәм Мысырға хужа була. Испания Марокконың төньяғына һәм Көнбайыш Сахараға хакимлыҡ итә. Италия 1911—1912 йылдарҙа Төрөк-итальян һуғышы һуңынан Ливияға баш була. Әммә 1950—1960 йылдарҙа Төньяҡ Африка илдәренең күбеһе бойондороҡһоҙлоҡ ала.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Африкала 7 ил бар: Мысыр, Судан, Ливия, Тунис, Алжир, Марокко һәм формаль рәүештә Көнбайыш Сахара. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: европеоид ғәрәп теллеләрҙең башҡа ҡара тәнле африкалылар менән этник һәм дини айырмалыҡтары төбәктә һәм континенттың сик буйы территорияларында күп һуғыштар һәм конфликттар тыуҙыра.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сахарала бер нисә йыл яуым-төшөм булмай, әммә һирәк-һаяҡ көслө ямғырҙар була, улар ташҡынға килтереүе ихтимал.
Әгәр ер өҫтөнә яҡын ер аҫты һыуҙары урынлашҡан булһа, йәшел оазистар осрай. Оазистар тирәләй ғәҙәттә сүллектең төп халҡы тупланған.
Төньяҡ Африка климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 28 | 36 | 38 | 41 | 43 | 44 | 46 | 44 | 45 | 41 | 36 | 31 | 46 |
Уртаса максимум, °C | 16 | 17 | 19 | 22 | 24 | 27 | 29 | 30 | 29 | 27 | 23 | 18 | 23 |
Уртаса минимум, °C | 8 | 9 | 11 | 14 | 16 | 19 | 22 | 22 | 22 | 18 | 14 | 9 | 15 |
Абсолют минимум, °C | 1 | 3 | 4 | 6 | 6 | 10 | 16 | 17 | 15 | 10 | 6 | 1 | 1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 81 | 46 | 28 | 10 | 5 | 3 | 0 | 0 | 10 | 41 | 66 | 94 | 384 |
Сахара сүллеге күләгәһендә ерҙәге иң юғары температура +58 °C теркәлгән. Әммә төндәр бында һалҡын.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғриб илдәре мәҙәниәте ҡара Африка, Урта диңгеҙ, Яҡын Көнсығыш һәм Европа мәҙәниәтенең ҡатмарлы синтезы булып тора.
Төньяҡ Африка территорияһында бик күп мәҙәни һәм тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Бөтә донъя мираҫы исемлегенә планетаның иң боронғо ҡалаларының береһе — Мемфис һәм районда пирамидалар Ғизә (Мысыр) емереклектәре индерелгән; Фәс (Марокко) ҡалаһының иң яҡшы һаҡланған урта быуат кварталдары һәм таш быуат осорондағы матур ҡая һүрәттәре менәнТассилин-Аджер (Алжир) яйлаһы индерелгән . Ливияла боронғо Лептис-Магна ҡалаһы ҡалдыҡтары һаҡланған.
Сахаранан төньяҡҡа ҡарай Африка халҡының күпселеге һөйләшә ғәрәпсә һөйләшә һәм ислам дине тота. Шуға күрә был илдәрҙең архитектураһы, әҙәбиәте һәм башҡа сәнғәт төрҙәре ғәрәп стиленең уртаҡлығы менән характерлана.
Ҡайһы бер илдәрҙә француз теле һәм һирәгерәк испан теле таралған.
Төньяҡ Африка дәүләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт | Төркөмләү ысулы | Баш ҡала | |||
---|---|---|---|---|---|
БМО версияһы буйынса[4] | ЦРУ версияһы буйынса[5] | СГНЗС версияһы буйынса | ОКСМ версияһы буйынса[6] | ||
Алжир | Алжир | ||||
Мысыр | Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Ҡаһирә | |||
Көнбайыш Сахара | Төньяҡ-Көнбайыш Африка | Эль-Аюн | |||
Ливия | Триполи | ||||
Марокко | Төньяҡ-Көнбайыш Африка | Рабат | |||
Судан | (англ. North-eastern Africa) | Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Хартум | ||
Тунис | Тунис | ||||
Көньяҡ Судан | Көнсығыш Африка | Көнсығыш Африка | н/св. | Джуба |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре базаһы.
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ Африка — Энциклопедия «Вокруг света» . www.vokrugsveta.ru. Дата обращения: 23 ноябрь 2021. Архивировано 2 март 2022 года.
- ↑ United Nations Statistics Division (ингл.). Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2010 года.
- ↑ The World Factbook. Location (ингл.). Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Общероссийский классификатор стран мира (ОКСМ). Приложение Д . Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- North of Africa (ингл.). Архивировано 13 ғинуар 2010 года. 2010 йыл 13 ғинуар архивланған.
- Северная Африка . Архивировано 6 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 6 сентябрь архивланған.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.