Европеоид раса
Европео́ид ра́са (шулай уҡ евразия расаһы[1][2] йәки кавказоид раса) — Бөйөк географик асыштарға тиклем Европала, Алғы Азияла, Төньяҡ Африкала, өлөшләтә Урта Азияла һәм Һиндостанда табылған; һуңғараҡ — барлыҡ ҡитғаларҙа ла асыҡланған раса. Европеоидтар бигерәк тә Төньяҡ Америкала һәм Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла киң таралған[3]. Ер йөҙөндәге иң күп һанлы раса (планета халҡының 40%-ы)[4].
Үҙенсәлекле билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенсәлекле билдәләренә, барыһынан алда, ортогнат [1] йөҙ инә, биттәре горизонталь яҫылыҡта ныҡ ҡына алға сығып тора. Сәстәре тура йәки тулҡынлы, ҡағиҙә булараҡ, йомшаҡ (атап әйткәндә, төньяҡ төркөмдәрҙә), күҙҙәре киң генә, мәгәр ҙур түгел, танауҙары бейек билле, уртаса ҙурлыҡта йәки ҙур, ирендәре йоҡа йәки уртаса ҡалынлыҡта, йөҙөндә һәм тәнендә төктәр ныҡ йәки уртаса үҫә. Ҡулдары һәм аяҡтары яҫы. Тән тиреһе, сәс һәм күҙ төҫтәре төрлө: төньяҡ төркөмдәрҙә зәңгәрһыуҙан башлап, көньяҡ һәм көнсығыш популяцияларҙа ҡараға тиклем осрай[5].
Барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фараз итеүҙәренсә, европеоид раса көньяҡ-көнбайыш Азия, Көньяҡ Европа һәм төньяҡ Африканы эсенә алған ҙур майҙанда барлыҡҡа килгән. Протоевропеоидтар ареалына, ихтимал, Алғы Азияның тауҙарға тиклемге өлөшө, шулай уҡ Урта диңгеҙ төбәктәре ингән булыуы мөмкин. Шунан инде улар Европаға һәм төньяҡ Африкаға таралып киткәндәрҙер[6]
Мезолит осоронда уҡ Европала йәшәүселәрҙә зәңгәр күҙҙәр осраған, мәгәр бронза быуатында ғына 100 % йышлыҡ менән нығынған[7].
Европеоидтар ике — төньяҡ һәм көньяҡ — тармаҡтарға бүленә. Улар башлыса тән тиреһе, күҙ һәм сәс пигментацияһы менән генә айырыла. Был ике тармаҡ араһында урталыҡта торған халыҡтар бар. Совет этнографы һәм тарих фәндәре докторы Н. Н. Чебоксаров 1930-сы йылдарҙа уҡ көньяҡ европеоидтар баштағы типҡа яҡыныраҡ, улар төньяҡҡа күсә бара депигментацияға бирелгән, тип белдергән булған[8]
Башҡорт антропологияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар европеоид һәм монголоид раса аралығындағы һыҙаттарға эйә. Антропологик тикшеренеүҙәр башҡорттарҙың дүрт төп антропологик тибы араһында аҡ йөҙлө европеоид төрсә лә булыуын асыҡлаған[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Европеоидная раса // Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия 1969—1978
- ↑ Раса Европеоидная // Большой медицинский словарь
- ↑ [ Европеоид раса] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ Глушкова В. Г., Симагин Ю. А. Демография.
- ↑ 5.5.3.Продолжение — Европа и Передняя Азия 2016 йыл 10 сентябрь архивланған. // Богатенков Д. В., Дробышевский С. В. Антропология
- ↑ Человеческие расы, Человеческие расы ЕВРОПЕОИДНАЯ РАСА . Дата обращения: 30 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. 2012 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ Палеогенетика подтвердила важный вклад причерноморско-каспийских степняков в формирование генофонда европейцев
- ↑ Происхождение европеоидов., Происхождение европеоидов РАННИЕ МИГРАЦИИ И РАСОВАЯ ЭВОЛЮЦИЯ HOMOSAPIENS . Дата обращения: 30 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Р. М. Юсупов «Башкиры: этническая история и традиционная культура»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Anthropologica.net 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.