Танау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кеше танауы

Танау — кеше йөҙөндәге йә хайуан моронондағы тын алыуҙа, еҫ һиҙеүҙә ҡатнашҡан өлөшө. 

Ҡоштарҙың тын юлы томшоғонда, суҡыш өҫтөндә урынлашҡан.

Хайуандарҙың танауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амфибия һәм ике төрлө тын алыусыларҙың тын юлы бер төрлөрәк булһа ла, һәр ҡайһыһының үҙенсәлеге бар.

Һөйрәлеүсе хайуандарҙың танау ҡыуышлығы күпкә ҙурыраҡ. Мәҫәлән, крокодилдың томшоғо оҙон, был уға яртылаш һыу аҫтында тын алырға мөмкинлек бирә.

Ҡоштарҙың томшоҡ төҙөлөшө хайуандарҙың моронона оҡшаш, әммә еҫ һиҙеү ҡыуышлығы күпкә кесерәк һәм насар үҫешкән.

Һөтимәр хайуандарҙың танау ҡыуышлығы ныҡ ҙур, ғәҙәттә баштың яртыһын биләй. Шулай ҙа уларҙың ҡайһы берҙәренең еҫ тойоу һәләте түбән.

Кешенең танауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танау төҙөлөшө

Йөҙҙәге танауҙың төбө, һырты, осо, япраҡтары була. Ул танау һөйәгенән, кимерсәктәрҙән төҙөлгән.

Танау ҡыуышлығының анатомияһы бик ҡатмарлы. Уның дүрт бүлемен билдәләйҙәр: сикәләре (латераль), эске (медиаль), өҫкө һәм аҫҡы.

 Антропологияла танауҙың әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танауҙың күләме һәм формаһы антропологияла кешенең ниндәй расаға ҡарауын, йәшен, енесен, шәхсилеген билдәләүсе мөһим күрһәткес булып тора.

Танау билгеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Расаны танауҙың күләме (оҙонлоғо һәм киңлеге) генә түгел, уларҙың бер-береһенә ҡарата процент нисбәте күрһәтә.

Танау билгеһе (оҙонлоғоноң киңлегенә ҡарата процент нисбәте) төркөмдәр буйынса  60-тан 110-ға тиклем етә, шәхси осраҡта ул тағы ла киңерәк. Танау күрһәткесе өсөн түбәндәге рубрикация алынған:

  • лепториния -  69,9 (тар ҡалҡыу танау);
  • мезориния — 70,0-84,9 (урта);
  • хамэриния — 85,0-99,9 (тәпәш киң);
  • гиперхамэриния — 100-ҙән юғарыраҡ.

Лепториния йышыраҡ эскимостарҙа, европа төркөмөндә осрай. Киң танаулылар  Африка пигмейҙарында, негр һәм малайзиялыларға хас.  Ҡатын-ҡыҙҙарҙың танауҙары ирҙәрҙекенә ҡарағанда бәләкәй, әммә киңерәк була.

Танауҙың яраҡлашыуы һәм уның бурыстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антропологик әҙәбиәттә танауҙың климатҡа бәйлелеге билдәләнә: лепториния төрө һалҡын һәм ҡоро һауа шарттарында, хэмириния — эҫе һәмдымлы климатта таралған.

Танау һөйәгенең кешенең йөҙө төҙөлөшөндә ныҡ ҡалҡып тороуы уны башҡа приматтарҙан айырып, түбәндәге функцияларҙы башҡара:

  • һалҡын һауа ағымы танау ҡыуышлығында йылына, был үҙ сиратында кешенең мейеһен һәм тамаҡ төбөн һаҡлай;
  • фильтр ролен үтәй - туҙан, микробтарҙы танауҙағы лайлалы тиресә һәм төктәр туҡтата;
  • тауыш резонаторы булып тора - тауыштың үҙенслекле тембры, сағыулығы танауға бәйле;
  • барлыҡ хайуандар өсөн дөйөм үҙенсәлек — еҫте тойоу.

Әҙәби әҫәрҙәр, музыка  һәм кино:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оториноларингология
  • Ринопластика
  • Конхотомия
  • Хобот

  Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хомутов-А. Е. Антропология. — Ростов н/Д: Феникс,  2004. ISBN 5-222-05286-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]