Тире

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Тире (лат. cutis) — кешенең йәки хайуандарҙың тән ҡатламы[1] — ҡатмарлы биологик орган[2]. Биологияла — умыртҡалы хайуандарҙың тышҡы ҡатламы.

Тире организмға сит матдәләр һәм есемдәр, башҡа организмдар, артыҡ дымдың үтеп инеүенән һәм механик зарарланыуҙан һаҡлай. Тиренең тән температураһын көйләү, кибеүҙән һаҡлау кеүек организмды һаҡлау функцияһы бар. Тире матдәләр алышыныу процессында ҡатнаша. Тирелә бик күп һиҙеү рецепторҙары урынлашҡан (ауыртыу, температура, баҫым). Тире ҙурлығы буйынса иң ҙур орган[3]. Оло кешенең тән япмаһы майҙаны 1,5—2,3 м² етә[4], массаһы буйынса 4-6 %, ә гиподерма менән дөйөм массаның 16—17 % тәшкил итә[5].

Тире төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тән япмаһының киҫелеше
Кешенең эпидермис һәм тире дерма төҙөлөшө.

Тән япмаһы эпидермис, дерма һәм тире аҫты май клетчаткаһынан тора (гиподерма).

  • Эпидермис биш ҡат эпидермаль күҙәнәктәрҙән тора. Был ҡатламда мөгөҙ тәңкәләр, ҡауарһындар, тарнаҡтар,, тояҡтар, ҡыуыш мөгөҙҙәр, төктәр барлыҡҡа килә. Тирегә төҫ биреүсе пинмнт күҙәнәктәре, күп һанлы биҙҙәр эпидемиста урынлашҡан. Бүленеүсе куҙәнәктәр эпидермистың аҫҡы өлөшөн барлыҡҡа килтерә. Өҫкө өлөштә күҙәнәктәр үлә һәм аҡрынлап сыға.
  • Дерма, йәғни ысын тире. Был ҡатламда капиллярҙар, нерв төйөндәре, ҡан һәм лимфа тамырҙары, сәс төбө, тиренең мөгөҙ ҡатламы, май һәм тир биҙҙәре урынлашҡан.
  • Гиподерма йәғни тире аҫты клетчаткаһы — тиренең иң төптәге ҡатламы. Был ҡатламда организм запасҡа ҡалдырған май уҡҙәнәктәре була. Май ҡатламы тышҡы тәьҫирҙән һаҡлай һәм йылылыҡ тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кожа в толковом словаре Ожегова. С. И. Ожегов, Н. Ю. Шведова. 1949—1992.
  2. Кожа в статье Малой медицинской энциклопедии. — М.: Медицинская энциклопедия. 1991—96 гг. на dic.academic.ru
  3. Быков, 2001
  4. Самусев, Липченко, 2002
  5. Медицинская энциклопедия. Кожа