Ағза (биология)
Ағза (бор. грек. ὄργανον — «инструмент») — организмдағы бер төрлө типтағы, билдәле бер функция үтәүсе күҙәнәктәр һәм туҡымалар тупланмаһы.
Һәр ағзаның организмда үҙ урыны, формаһы, ҙурлығы була. Бер һәм бер нисә функция үтәй. Уны барлыҡҡа килтереүҙә бер йәки бер нисә туҡыма ҡатнаша. Шул туҡымаларҙың береһе өҫтөнлөк итә һәм ағзаның төп функцияһын билдәләй.
Мәҫәлән, йөрәкте төҙөүҙә эпителиаль, тоташтырғыс, нервы һәм мускул туҡымаһы ҡатнаша. Ләкин мускул туҡымаһы(арҡыры һыҙатлы йөрәк мускулатураһы) өҫтөнлөк итә. Йөрәк билдәле бер йышлыҡта ҡыҫҡарып, ҡанды тамырҙар буйлап ҡыуа, насос функцияһын үтәй.
Ағза — организмдың функциональ берәмеге. Һәр ағза башҡаларынан айырымланған, ләкин бөтәһе бергә берләшеп бер бөтөндө тәшкил итә. Хайуан организмында ағзалар башҡарған эштәре буйынса бер төркөмгә — ағзалар системаһына берләшә.
Ағза — организмдың үҫеше (онтогенез) барышында билдәле бер яралғы (экзодерма, эндодерма, мезодерма) япрағынан (органогенез) хасил була.
Туҡыма һәм ағзалар хайуандар менән юғары төҙөлөшле үҫемлектәргә хас. Ылымыҡтарҙа (түбән төҙөлөшле үҫемлектәр), күп күҙәнәкле колониаль организмдар протистар, бәшмәктәрҙә, иң ябай хайуандарҙа туҡымалар һәм ағзалар булмай. Шулай ҙа, фәнни әҙәбиәттә бәшмәктәрҙәге һәм ылымыҡтарҙағы спорангийҙарҙы, пишайниктарҙағы соредийҙарҙы һәм изидийҙарҙы ағза тип атау осраҡтары бар.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Органдар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Ағза (биология) темаһы буйынса медиафайлдар бар.