Мәғриб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәғриб дәүләттәре
Ғәрәп Мәғрибе Союзы эмблемаһы — Мәғриб илдәренең союзлығы символы. Эмблемала ғәрәп Мәғрибе Союзында ҡатнашыусы илдәрҙең — Алжир, Ливия, Мавритания, Марокко, Тунистың һыҙаттары, шулай уҡ бойҙай башаҡтары һәм ҡамыштың стилләштерелгән һүрәттәре төшөрөлгән.

Мәғриб (ғәр. المغرب‎المغرب‎, әл-Мәғриб: «ҡояш байыған яҡ») — урта быуаттарҙа ғәрәп диңгеҙселәре, тарихсылары һәм географтары тарафынан Төньяҡ Африкалағы Мысырҙан көнбайышта урынлашҡан илдәргә бирелгән атама[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәп телендә был атама хәҙер ҙә һаҡланған, бының асыҡ миҫалы — Марокконың был телдә әлегә тиклем нәҡ шулай аталыуы. Ғәҙәт буйынса, «Мәғриб» тип көньяктан Сахара Атласы һәм төньяктан Атлантик океан йәки Урта диңгеҙ ярҙары менән сикләнгән Марокко, Алжир, Тунистың төньяҡ өлөшөндәге ерҙәрҙе атайҙар.

Әлеге ваҡытта Мәғриб төшөнсәһе сәйәсәттә киң мәғәнәгә эйә (йәғни Ҙур Мәғриб) һәм уға (көнбайыштан көнсығышҡа) Көнбайыш Шәкәр, Мавритания, Марокко, Алжир, Тунис, Ливия илдәре инә. Урта быуаттарҙа «Мәғриб» төшөнсәһенә мосолман Испанияһы (Андалусия) һәм Урта диңгеҙҙең көнбайышындағы элекке Ғәрәп Хәлифәтенең башҡа биләмәләре (Балеар утрауҙары, Сардиния, Сицилия) инә.

Дөйөм атаманы «эль-Мәғриб» тип был дәүләттәр ғәрәптәрҙең баҫып алыу походтары осоронда алалар. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә эль-Мәғриб — «ҡояш байыған ил» йәки «Көнбайыш». Эль-Машрик (йәғни «Көнсығыш») атамаһына ҡаршы мәғәнәлә.

1956 йылда Марокко һәм Тунис бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Марокко короле Мөхәммәт V менән Тунистың премьер-министры Хәбиб Бургиб «Бөйөк Ғәрәп Мәғрибе» төбәк берекмәһен булдырыу идеяһын тәҡдим итәләр.

Танжерҙа (1958) һәм Рабатта (1963) ҡайһы бер Мәғриб илдәренең берләшмәләр проблемаларына арналған конференциялары үткәрелә. 1964 йылда Мәғриб илдәренең даими консультатив комитеты булдырылып, уға Марокко, Алжир, Тунис, Ливияның иҡтисад министрҙары инә. 19641968 йылдарҙа комитет ҡарамағында тармаҡ комитеттары булдырыла. Мәғриб илдәренең иҡтисадтың төрлө өлкәһендә хеҙмәттәшлеге тураһында бер нисә килешеү төҙөлә. Ливия бөтә Мәғриб төбәк ойошмаларынан 1970 йылда сыға. Ошо уҡ йылда комитетта күҙәтеүсе сифатында Мавритания ҡатнаша.

Күп быуаттар дауамында Мәғриб илдәре халыҡтары баҫып алыусылар менән алып барған көрәштә үҙенең иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай. Ғәрәпләштерелгән бәрбәр, рим оккупацияһы, романизация, вандалдар, Византия, ғәрәп, төрөк, француз колониаль хакимлығы — былар бөтәһе ошо төбәктең оҙайлы һәм ҡатмарлы тарих биттәре. Мәғриб илдәренең бойондороҡһоҙлоҡ алыуы менән был дәүләттәр үҫешендә яңы этап асыла.

1989 йылдың февралендә Алжир, Марокко, Тунис, Ливия, Мавританияның етәкселәре Ғәрәп Мәғрибе Союзы (Союз Арабского Магриба — САМ) — төбәк яңы сәйәси-административ ойошма төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Никонов В.А. Краткий топонимический словарь. — М.: Мысль, 1966. — 512 с. — 32 000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Апродов В. А. Тысячелетия восточного Магриба / Отв. ред. Е. С. Голубцова; Академия наук СССР. — М.: Наука, 1976. — 152 с. — (Из истории мировой культуры). — 42 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]