Бенин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бенин Республикаһы
Республика Бенин
République du Bénin  (фр.)
Orílẹ̀-èdè Olómìnira ilẹ̀ Benin  (йоруба)
Бенин Бенин гербы
Бенин флагы Бенин гербы

Координаталар: 8°50′00″ с. ш. 2°11′00″ в. д. / 8.83333° с. ш. 2.18333° в. д. / 8.83333; 2.18333 (G) (O)

Девиз: «Братство, Справедливость, Труд
(франц. 
Fraternité, Justice, Travail
Гимн: Бенин гимны
Location Benin AU Africa.svg
Бойондороҡһоҙлоҡ датаһы 1 август 1960 (Франциянан дәүләтенән)
Рәсми тел француз
Баш ҡала Порто-Ново, Котону[i 1]
Эре ҡалаһы Котону
Идара итеү формаһы Президент республикаһы[1]
Президент Яи Бони
Территория
• Барлығы
Донъялағы урыны: 101
112 622 км²
Халыҡ
• Баһалау (2013)
Тығыҙлыҡ

9 877 292[2][3] кеше (Урыны: 89)
79 кеше/км²
ЭТП
  • Барлығы (2008)
  • Йән башына

13,035 млрд[4] $ (Урыны: 140)
1608[4] $
КПҮИ (2013) 0,436 (низкий) (Урыны: 166)
Валюта Франк (Франк КФА (Африканского финансового сообщества)
Интернет-домены .bj
Телефон коды +229
Сәғәт бүлкәте +1
  1. Резиденция президента, правительства и иностранные посольства.

Бенин (фр.  Bénin), тулы рәсми атамаһы — Бенин Республикаһы (фр. République du Bénin, 1975 йылға тиклем Дагомея) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Илдең Гвинея ҡултығының Бенин ҡултығына сығыу юлы бар. Төньяҡта Буркина-Фасо һәм Нигер, көнсығыштаНигерия, көнбайышта Того менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Порто-Ново булһа ла, хөкүмәт Котону ҡалаһында эшләй, ул илдең иң ҙур ҡалаһы. Бенин 12 административ департаментҡа бүленгән.

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Борондан илдең төньяғында гурма ҡәбиләләре йәшәгән, һуңынан уларҙы хәҙерге Нигерия биләмәләренән килгән барба ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығарған. Илдең көньяғында фон һәм аджа ҡәбиләләре көн иткән. XV быуатта Бенинға тәүге европалылар — португалдар килә. XVI—XVII быуаттарҙа илдә француз, голланд, инглиз сауҙагәрҙәренең һәм ҡол һатыусыларҙың форттары һәм факториялары төҙөлә. XVII быуаттан Бениндың һәм күрше өлкәләрҙең яр буйҙары европалылар тарафынан Африкалағы иң эре ҡолдар һатыу төбәгенә әйләндерелә. Был яр буйы шуға күрә Ҡолдар яры тип атала.

XVII быуатта Дагомея дәүләте барлыҡҡа килгән. Уның халҡы башлыса кәтмәнле игенселек менән шөғөлләнгән. Ижтимағи ҡоролош — тәүтормоштан феодаль ҡоролошҡа күсеү кимәлендә (ҡол биләүселек элементтары менән) булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Атлас мира. Государства и территории мира. Справочные сведения. — Роскартография, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295
  2. Census.gov Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 май 2013. 9 май 2013 тикшерелгән.
  3. Department of Economic and Social Affairs Population Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations). Проверено 2009-03-12.
  4. 4,0 4,1 Benin. International Monetary Fund. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 1 октябрь 2009 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Донъя Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.