Эстәлеккә күсергә

Хартум

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хартум
ғәр. الخرطوم
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы الخرطوم
Этнохороним Khartoumese, Khartoumais[1] һәм Khartoumaise[1]
Дәүләт  Судан[2]
Административ үҙәге Судан һәм Англия-Мысыр Суданы[d]
Административ-территориаль берәмек Хартум[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Нил, Аҡ Нил һәм Зәңгәр Нил
Халыҡ һаны 5 345 000 кеше (2018)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 382 метр
Туғандаш ҡала Джибути[d], Истанбул, Харгейса[d], Анкара, Ухань, Ҡаһирә, Амман, Санкт-Петербург[4], Асмэра[d], Аддис-Абеба, Бразилиа[d], Дубай һәм Тәһран
Сиктәш Төньяҡ Хартум[d] һәм Омдурман[d]
Майҙан 30 000 км²[5]
Һештег Khartoum
Урынлашыу картаһы
Карта
 Хартум Викимилектә

Харту́м (ғәр. الخرطوم‎) — Судандың баш ҡалаһы. Аҡ Нил һәм Зәңгәр Нил йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан. Бынан Нил йылғаһы төньяҡҡа, Мысырға һәм Урта диңгеҙгә табан аға.

Ҡала 1823 йылда Аҡ Нил һәм Зәңгәр Нил ҡушылған ерҙә барлыҡҡа килгән. Был йылғалар араһындағы тар һәм оҙон морон урындағы халыҡ араһында «томшоҡ» (ғәрәп телендә Хартум) тигән исем алған, был исем унда барлыҡҡа килгән ҡаланың атамаһына әйләнгән дә инде[6].

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың архитектураһы башлыса ғәрәп, көнсығыш характерҙа. Үҙәк өлөшө Зәңгәр Нил үҙәне буйлап урынлашҡан. Яр буйындағы дәүләт башлығы резиденцияһы — Республика һарайында төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар урынлашҡан. Яҡында ғына Хартумдың «Сити»һы — ҡаланың финанс-сауҙа үҙәге урынлашҡан.

Зәңгәр Нил аша заманса күпер университет ҡаласығына, тәбиғи тарих һәм этнография музейына илтә. Омдурман — Судан баш ҡалаһының иң йәнле өлөшө. Бында торлаҡ һәм административ биналар ғәрәп стилендә төҙөлгән, шулай уҡ бик күп бәләкәй магазиндар һәм һөнәрселек оҫтаханалары урынлашҡан. Бабкир биҫтәһенә Судан авиакомпанияһы самолеты Ил-76 ҡолаған. Пилоттар самолетты биналарҙан бороп ебәрә алған.

Бер төркөм күрһәткестәр буйынса, Хартум донъялағы иң эҫе ҙур ҡала булып тора. Хартум климаты тропик сүллек категорияһына ҡарай. Әммә географик киңлектең түбән булыуы сәбәпле, йәй менән ҡыш араһындағы тирбәлеүҙәр сағыштырмаса ҙур түгел, һәм ғинуар (иң һалҡын ай) менән июнь (иң йылы ай) араһындағы айырма 12 градус ҡына тәшкил итә.

Һалҡынса көндәр булған, үтә эҫе булмаған башҡа ҡалаларҙан (Бағдад, Финикс, Әр-Рияд) айырмалы рәүештә, Хартумда хатта ҡышҡы айҙарҙа ла уртаса максималь температура 30 градустан түбәнерәк төшмәй. Хартумда уртаса йыллыҡ максимумы 37 °С тәшкил итә, донъяның башҡа бер ҙур ҡалаһында ла бындай юғары уртаса йыллыҡ максимум юҡ.

Хатта ғинуарҙа ла 40 градус, ә май-июнь айҙарында 50 градусҡа яҡын температура булыуы ихтимал. Май-август айҙарында уртаса тәүлек температураһы 40 градустан юғарыраҡ булыуы мөмкин. Бөтә яуым-төшөмдәр (ә улар ни бары 150 миллиметр) июнь-сентябрь айҙарына тура килә, шулай итеп ҡыҫҡа дымлы миҙгел барлыҡҡа килә. Йылдың ҡалған ваҡытында яуым-төшөмдәр бөтөнләй булмай тиерлек. Ғинуар-июнь айҙарында уртаса температура 21,5 градус, июнь-май айҙарында 33,5 градус тәшкил итә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 41,7 42,5 45,5 48,0 47,5 47,7 44,6 45,3 44,5 44,5 41,5 39,0 48,0
Уртаса максимум, °C 29,9 32,5 36,0 39,8 40,9 41,1 38,0 36,9 38,6 38,5 35,0 31,3 36,5
Уртаса температура, °C 23,4 25,1 28,9 32,8 35,1 35,1 32,7 32,0 32,9 33,1 28,9 25,0 30,4
Уртаса минимум, °C 18,2 19,6 22,9 26,8 29,7 30,1 28,3 27,7 28,1 28,3 24,0 19,7 25,3
Абсолют минимум, °C 7,2 7,0 11,1 16,3 19,8 20,5 19,0 16,5 18,9 19,0 12,8 7,5 7,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 0,0 0,0 0,0 0,0 3,9 4,2 29,6 48,3 26,7 7,8 0,7 0,0 121,2
Сығанаҡ: Погода и Климат

Ҡала Мокрен йәки Рас-эль-Хартум (филдәр томшоғоноң осо) морононда барлыҡҡа килгән. Бынан ҡаланың исеме лә барлыҡҡа килә (al-Khartûm — ғәрәп телендә «фил томшоғо»).

1823 йыл ҡаланың барлыҡҡа килеү йылы тип иҫәпләнә. Хартум — Судандың биш провинцияһы өҫтөнән хакимлыҡ иткән, хөкөмдар (Мысыр генерал-губернаторы) резиденцияһы була. 1862 йылда Хартумда 45 000 кеше йәшәгән.

Хартум бик уңайлы урынлашыуы арҡаһында тиҙ арала Төньяҡ-Көнсығыш Африканың сауҙа үҙәгенә әүерелә.

Хартумда төҙөлөш

1884 йылдың мартында — 1885 йылдың ғинуарында Мәхдиҙәр ихтилалы барышында Мәхди (Мөхәмәт ибн Абдулла) ғәскәрҙәре Хартумды ҡамай һәм уны яулап ала. Инглиз губернаторы Чарльз Джордж Гордон үлем язаһына тарттырыла. Һуңыраҡ, 1898 йылдың 2 сентябрендә Омдурман ҡалаһында ҡанлы алыш була, уның барышында Бөйөк Британия ғәскәрҙәре ҡаланы һаҡлаған Мәхди армияһын ҡыйратҡан.

1967 йылдың 29 авгусынан 1 сентябренә тиклем, Алты көнлөк һуғыш тамамланғандан һуң, ҡалала 1967 йылда Ғәрәп дәүләттәре лигаһы саммиты үтә. Саммитта Израиль менән һуғышты дауам итеүгә («өс юҡ» принцибы), Алты көнлөк һуғыш ваҡытында иғлан ителгән ғәрәп нефть бойкотын бөтөрөүгә, Төньяҡ Йәмәндә граждандар һуғышын туҡтатыуға, Мысыр һәм Иордания өсөн иҡтисади ярҙам күрһәтеүгә саҡырыусы Хартум резолюцияһы ҡабул ителә[7][8].

1973 йылда Хартумда Европа һәм Америка илселектәре хеҙмәткәрҙәре, Сәғүд Ғәрәбстаны илселегенең 10 хеҙмәткәре аманатҡа алына, уларҙың бишәүһе дипломат була. АҠШ илсеһе һәм уның урынбаҫары, бер Бельгия дипломаты үлтерелгән. Ҡалған тотҡондар азат ителә. 1973 йылда "Хартум операцияһы"ның алдан планлаштырылыуы һәм уны Ясир Арафаттың шәхси хуплауы хаҡында билдәле була[9].

Хартум менән Порт-Судан араһындағы беренсе нефть үткәргес төҙөлөшө 1977 йылда тамамлана.

1998 йылда Америка илселектәрендә бомба шартлауҙарҙан һуң, АҠШ ғәйепте «Әл-Ҡаидә» экстремистик ойошмаһына һалып, 20 августа улар Афғанстандағы «Әл-Ҡаидә» лагерҙарына һәм Хартумдағы Әл-Шифа фармацевтика фабрикаһына ҡанатлы ракеталар уты аҫтында тота.

Хартум панорамаһы
Хартум панорамаһы
Йыл Халыҡ иҫәбе[10]
Ҡала Агломерация
1907[11] 69 349 билдәһеҙ
1956 93 100 245 800
1973 333 906 748 300
1983 476 218 1 340 646
1993 947 483 2 919 773
2008 (халыҡ иҫәбен алыу) 639 598 5 274 321

Хартумда бер нисә юғары уҡыу йорто бар: Хартум университеты, техник һәм педагогия институттары, Ҡаһирә университетының филиалы.

Хартум — илдең мөһим транспорт үҙәктәренең береһе, бер нисә тимер юл һәм йылға юлдарының киҫешкән урыны. Нил йылғаһы буйлап илдә етештерелгән тауарҙар сығарыла һәм импорттың күп өлөшө килтерелә. Йылға аша бер нисә күпер төҙөлгән.

Ҡалала Хартум халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан. Бынан 40 саҡрым алыҫлыҡта яңы аэропорт төҙөү планлаштырыла[12].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Судан милли музейы
  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. http://www.demographia.com/db-worldua.pdf
  4. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  5. http://geosfera.info/afrika/sudan/1336-hartum-stolica-sudana.html
  6. Поспелов, 2002, с. 447
  7. The Khartoum The joint resolution passed by eight the member states of the Arab League: Egypt, Syria, Jordan, Lebanon, Iraq, Algeria, Kuwait and Sudan. Resolutions. American-Israeli Cooperative Enterprise. Jewish Virtual Library. Дата обращения: 8 июнь 2012.
  8. Essential Documents: Khartoum Resolution. Council on Foreign Relations. Дата обращения: 8 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 9 ноябрь 2009 года. 2014 йыл 18 апрель архивланған.
  9. The Seizure of the Saudi Arabian Embassy in Khartoum. U.S. Department of State (4 май 2006). Архивировано 10 июнь 2006 года.
  10. http://bevoelkerungsstatistik.de
  11. Encyclopedia Britannica von 1911: Band 15, Seite 773. Дата обращения: 8 март 2009. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2018 года. 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
  12. MK-Turkey.ru. Турция построит в столице Судана новый аэропорт с инвестициями более 1 млрд долларов. 15 декабрь 2020 тикшерелгән.
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
  • Густерин П. В. Санайская группа сотрудничества: результаты и перспективы // Дипломатическая служба. 2009, № 2.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.