Ухань

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ухань
ҡыт. 武汉
Рәсем
Рәсми атамаһы 武汉市
Этнохороним Wuhanais[1] һәм Wuhanaise[1]
Дәүләт  Ҡытай
Административ үҙәге Хубэй[d]
Административ-территориаль берәмек Хубэй[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Янцзы
Хөкүмәт башлығы Чжоу Сяньван[d] һәм Чэн Юнвен[d]
Закондар сығарыу органы Wuhan Municipal people's Congress[d][2]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d] һәм Всемирная федерация туристических городов[d][3]
Халыҡ һаны 12 326 518 кеше (2020)[4]
Административ рәүештә бүленә Цзянъань[d], Цзянхань[d], Цяокоу[d], Ханьян[d], Учан[d], Циншань[d], Хуншань[d], Дунсиху[d], Ханьнань[d], Цайдянь[d], Цзянся[d], Хуанпи[d] һәм Синьчжоу[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 37 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Дуйсбург, Галац[d], Киев[5][6], Хартум, Оита[d], Бордо[d][7], Манчестер[d], Крайстчерч, Ашдод[8], Арнем, Санкт-Пёльтен[d], Питтсбург[d], Бангкок, Сент-Луис[d][9], Дьёр[d][10], Копавогур, Суонси, Измир[11], Паттайя[d], Льеж[12] һәм Ижевск[13]
Милке Line 2[d], Line 1[d], Line 4[d], Yangluo line[d], Line 8[d], Line 6[d], Line 7[d], Line 3[d] һәм Wuhan Metro Line 11[d]
Алыштырған Wuhan[d]
Майҙан 8569,15 км²
Почта индексы 430000
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
Коллаж
Һештег Wuhan
Тема иҡтисады economy of Wuhan[d]
Рәсми сайт wuhan.gov.cn
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Wuhan[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Wuhan[d]
Урындағы телефон коды 027
Номер тамғаһы коды 鄂A
Карта
 Ухань Викимилектә

Уха́нь  (ҡыт. ябайл. 武汉, пиньин: Wǔhàn) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының субпровинциаль әһәмиәтендәге ҡала, Хубэй провицияһының административ үҙәге. Үҙәк Ҡытайҙың халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан ҡалаларҙың береһе. Янцзы менән Ханьшуй йылғалары ҡушылған урында уырнлашҡан.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Учанда Йылан (Шэшань) убаһындағы Һары Торна манараһынан күренеш. Артҡы планда — Янцзы аша Беренсе күпер һәм Ханьянда телебашня менән бергә Гөбөргәйел (Гуйшань) убаһы

Метрополияның территорияһы 3 өлөштән тора — Учан (武昌), Ханько́у (汉口) һәм Ханьян (汉阳), улар бергәләп «Ухандың өс ҡалалығы» тип атала. Был өс өлөштәр йылғаларҙың төрлө ярҙарында бер-береһенә ҡаршылаш урынлашҡан. Уларҙы бихисап күперҙәр бәйләй, шуларҙың береһе Ҡытайҙа заманса төрҙәге тәүге күпер тип иҫәпләнә һәм ябай ғына «Беренсе күпер» тип атала. Ҡаланың үҙәге тигеҙлектә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта уның көньяҡ өлөшө убалы.

Ҡала күлдәр һәм һаҙлыҡтар менән уратылған, улар өлөшләтә Янцзы йылғаһының иҫке йырыны ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән. Күлдәр зонаһына дамбалар буйынса баралар. Күлдәр зонаһы аръяғында ҡала автомобиль юлдары ҡулсаһы менән уратылған.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ухань муссондар йоғонтоһонда булған субтропик климаты зонаһында урынлашҡан. Был зона өсөн дүрт аныҡ айырылған миҙгел, йылы йәй һәм ҡыш хас. Ғинуарҙың уртаса температураһы 3,0°C, июндеке 29,3°C. Йәй миҙгеле 135 көнгә тиклем һуҙыла, яҡынса 60 көн яҙ менән көҙ дауам итә. Йәйге миҙгел осоронда ямғырлы яуым-төшөмдөң миҡдары 1205 мм кимәленә тиклем барып етә. 240 көн дауамында термометр бағанаһы 0°C-тан төшмәй.[14]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 25,4 29,1 32,4 35,1 36,1 37,8 39,3 39,6 37,6 34,4 30,4 23,3 39,6
Уртаса максимум, °C 8,1 10,7 15,2 22,1 27,1 30,2 32,9 32,5 28,5 23,0 16,8 10,8 21,5
Уртаса температура, °C 4,0 6,6 10,9 17,4 22,6 26,2 29,1 28,4 24,1 18,2 11,9 6,2 17,1
Уртаса минимум, °C 1,0 3,5 7,4 13,6 18,9 22,9 26,0 25,3 20,7 14,7 8,4 2,9 13,8
Абсолют минимум, °C −18,1 −14,8 −5 −0,3 7,2 13,0 17,3 16,4 10,1 1,3 −7,1 −10,1 −18,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 49,0 67,6 89,5 136,4 166,9 219,9 224,7 117,4 74,3 81,3 59,1 29,7 1315,8
Сығанаҡ: 中国气象局 国家气象信息中心 2014-02-01
Ҡояш яҡтылығы, ай өсөн сәғәттәр[15].
Ай Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Ҡояш яҡтылығы, сәғ 101.9 97.0 121.8 152.8 181.0 170.9 220.2 226.4 175.8 151.9 139.3 126.5 1865.5

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ухань субпровинциаль әһәмиәтендәге ҡала 13 районға бүленә:

Карта
Статусы Атамаһы Иероглифтар Пиньинь Халҡы
(2010)
Майҙаны (км²)
Район Цзянхань 江汉区 Jiānghàn qū
Район Цзянъань 江岸区 Jiāng'àn qū
Район Цяокоу 硚口区 Qiáokǒu qū
Район Ханьян 汉阳区 Hànyáng qū
Район Учан 武昌区 Wǔchāng qū
Район Циншань 青山区 Qīngshān qū
Район Хуншань 洪山区 Hóngshān qū
Район Дунсиху 东西湖区 Dōngxīhú qū
Район Ханьнань 汉南区 Hànnán qū
Район Цайдянь 蔡甸区 Càidiàn qū
Район Цзянся 江夏区 Jiāngxià qū
Район Хуанпи 黄陂区 Huángpí qū
Район Синьчжоу 新洲区 Xīnzhōu qū

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ханькоу (Британия, Рәсәй, Франция, Германия һәм Япония концессиялары менән), Ханьян һәм Учан 1915 йылда.

Көнбайыш Чжоу дәүерендә Янцзы йылғыһының көньяҡ яр буйындағы хәҙерге Учан тирәһе Э (鄂国) батшалығы составында булған, уның атамаһы урындағы топонимдарҙфң нигеҙе булып киткән. Беҙҙең эраға тиклем IX быуатта Э батшалығы Чу батшалығы тарафынан яуланған, һуңғыһы беҙҙең эраға тиклем III быуатта Цинь батшалығы тарафынан баҫып алынған.

Хань менән Янцзы йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан Ханьян, Хань империяһы осоронда мөһим порт булып китә. 223 йылда Шэшань тауында (хәҙерге Учан территорияһында) Сякоу (夏口城) нығытмаһы төҙөлгән — был ваҡиға Уханды нигеҙләү тип иҫәпләнә. Шул ваҡытта уҡ Һары Торна манараһы (黄鹤楼) төҙөлгән. Хань империяһы тарҡалған осорҙа был урындарҙа бер нисә алыш була һәм Чиби янындағы алыш һөҙөмтәләре буйынса төбәк Сунь Цюандең ҡулына күсә, аҙаҡ ул үҙен У дәүләтенең хакимы тип иғлан иткән.

Сунь Цюань 221 йылда Учан (武昌郡) округын ойошторған, уның хакимиәте Учан өйәҙендә (хәҙерге Эчжоу) урынлаша. Көньяҡ Сун империяһы дәүерендә Учан округы Инчжоу (郢州) өлкәһе составына индерелгән, уның хакимиәте Сякоуҙа урынлашҡан. Һөҙөмтәлә «Учан» топонимы әкренләп көнбайышҡа табан күсә барған: үҙенең атамаһында «Учан» һүҙен йөрөткән хакимиәт органдары инде ғәҙәтәгесә Учан өйәҙендә түгел, ә Сякоуҙа урынлашҡан.

Суй империяһы осоронда Цзянся һәм Ханьян өйәҙҙәре ойошторолған. Тан империяһы дәүерендә уларҙың статусы күтәрелә: өйәҙҙәр урынына Эчжоу (鄂州) һәм Мяньчжоу (沔州) өлкәләре ойошторола. 877 йылда төбәк Хуан Чао етәкселегендәге ихтилал барышында таланған.

Сун империяһы дәүерендә Ҡытайҙың милли геройы Юэ Фэй 8 йыл дауамында Эчжоуҙа чжурчжэндәрҙең Цзинь империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, бының өсөн уға «Э кенәзе» (鄂王) титулы бирелгән.

Монголдар баҫып алып, Юань империяһы нигеҙләнгәндән һуң, ил син-чжуншушэндар идара иткән эре төбәктәргә бүленгән. Цзянся өйәҙе Хугуан син-чжуншушэнының резиденцияһы булып китә.

XIV быуатта Чжу Юаньчжан монгол хакимлығына ҡаршы ихтилал күтәргән.

XIX быуат аҙағында был урындарға төньяҡтан көньяҡҡа тимер юл үтә, һәм улар йөктө тимер юлынан йылға транспортына күсереү буйынса мөһим пункт булып китә.

Ухандә Ихтилал майҙаны. Артҡы планда — Учан ихтилалынан һуң Хубэй провинцияһында баш күтәреүселәрҙең штабы урынлашҡан бина. Майҙанда Сунь Ятсенға һәйкәл ҡуйылған

1911 йылда Сунь Ятсендың арҡаҙаштары Цзянся өйәҙендә Учан ихтилалын ойошторған, ул Цин империяһының ҡолауынаһәм Ҡытайҙа республика урынлаштырылыуына килтергән. Синьхай инҡилабынан һуң Учан идаралығы бөтөрөлә, ә Цзянся өйәҙе Учан өйәҙе (武昌县) тип үҙгәртелә, элекке Учан өйәҙе («түбәнге Учан», хәҙерге Эчжоу) Шоучан өйәҙе (寿昌县) тип үҙгәртелгән.

1967 йылда Ҡытайҙа мәҙәни революция осоронда Ухань ҡалаһында хунвэйбиндар араһында ҡаты бәрелештәр булған. Ҡалала хәл үтә киҫкенләшкәс, урындағы халыҡ оборона отрядтарын төҙөй башлай.

1979 йылда Ухань властары идаралығы аҫтына Сяньнин округынан (咸宁地区) Учан өйәҙе (武昌县), һәм Сяогань округынан (孝感地区) Ханьян өйәҙе (汉阳县) күсерелгән. 1983 йылда Ухань властары идаралығы аҫтына Сяогань округынан Хуанпи өйәҙе (黄陂县), һәм Хуанган округынан (黄冈地区) Синьчжоу өйәҙе (新洲县) тапшырылған.

1984 йылда Ухань составында Ханьнань районы ойошторолған. 1992 йылда Ханьян өйәҙе бөтөрөлгән, уның урынына Цайдянь районы ойошторолған. 1995 йылда Учан өйәҙе бөтөрөлгән, ә уның урынына Цзянся районы ойошторолған. 1998 йылда Наньпи һәм Синьчжоу өйәҙҙәре шулай уҡ ҡала буйһоноуындағы райондар тип үҙгәртелгән.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]