Арнем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арнем
нидерл. Arnhem
исп. Torres Colón
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1233
Рәсем
Рәсми атамаһы Arnhem
Этнохороним Arnhemmer[1] һәм arnhemano
Дәүләт  Нидерланд[2]
Административ үҙәге Верхний Эйссел[d], Q111748307?[3][4][5][…], Q111691641?[3][4][5] һәм Гелдерланд[d]
Административ-территориаль берәмек Гелдерланд[d][6]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Недеррейн[d], Q2229833?, Sint-Jansbeek[d], Рейн, Эйссел[d] һәм Нижний Рейн (участок Рейна)[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Arnhem[d]
Хөкүмәт башлығы Ahmed Marcouch[d]
Халыҡ һаны 164 096 кеше (31 ғинуар 2022)[7]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Malburgen[d], Schaarsbergen[d], Elden[d], De Praets[d], 't Vlot[d] һәм Terlet[d]
Процент водной поверхности 3,33 процент
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 13 метр
Туғандаш ҡала Ухань, Кройдон[d], Гера[8], Градец-Кралове[d][9] һәм Ковентри[d][10]
Сиктәш Апелдорн[d], Реден[d], Розендал[d], Овербетюве[d], Вестерворт[d], Эде[d] һәм Лингевард[d]
Майҙан 101,53 км²[11]
Почта индексы 6800–6846
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Q2291983?, Q14637007? һәм list of war memorials in Arnhem[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Stichting Kunst in de Publieke Ruimte in Arnhem[d][12][13] һәм Liemers Museum[d][12][14]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 893
Число домохозяйств 75 856[15]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 17 373
Рәсми сайт arnhem.nl[11]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Арнеме[d]
WordLift URL data.wordlift.io/wl01254…[16]
Урындағы телефон коды 026
Карта
 Арнем Викимилектә

Арнем (нидерл. Arnhem, МФА: [ˈɑrnɛm]) — Нидерландтың общинаһы һәм ҡалаһы, илдең көнбайышында, Рейн йылғаһы ярында урынлашҡан Гелдерланд провинцияның административ үҙәге.

Ойошманың структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арнем общинаһы Арнем ҡалаһынан, уның түбәндәге биҫтәләренән һәм ҡасабаларынан тора:

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арнем, 1840 йыл

Арнем 893 йылда беренсе тапҡыр Arnoldi Oppidium Villa исеме аҫтында телгә алына. 1233 йылда II Оттон, Зютфендан Гелдерн графы, Арнем ҡалаһына ҡала хоҡуҡтары бирә һәм ошо йыл ҡаланың нигеҙләнеү йылы тип иҫәпләнә.

1443 йылда Арнем Ганза союзына инә. 1473 йылда уны Бургундия герцогы Карл I Лысый баҫып ала.

1514 йылда Карл Эгмонтский, Гелдерн герцогы, ҡаланы Бургундиянан янынан ҡайтара; 1543 йылда Арнем ҡалаһы император Карл V ҡулына күсә.

1579 йылда Арнем Утрехт унияһына инә һәм 1585 йылда Нидерландтың ете берләшкән провинциялары республикаһының бер өлөшөнә әйләнә.

Франция 1672—1674 һәм 1795—1813 йылдарҙа Арнем ҡалаһын баҫып ала. XIX быуат башында ҡаланы киңәйтеү маҡсатында уның элекке нығытмалары тулыһынса тиерлек емертелә, ҡаланан өсөн киңәйтергә мөмкин.

XIX быуатта ҡала матур тәбиғәтле модалы курорт ҡалаһына әүерелә. Бында, Гаагалағы кеүек үк, океан артынан бай «шәкәр барондары» йәки плантаторҙары килә.

1944 йылдың сентябрендәге «Market Garden» хәрби операцияһы ваҡытында ҡалаға эре инглиз-америка десанты төшөрөлә һәм Голланд операцияһы барышында ҡала ҡаты һуғыш барған урынға әйләнә.

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала профессиональ футбол клубы «Витесс» урынлашҡан, ул үҙ уйындарын «Гелред» стадионында үткәрә, стадион 32,5 мең тамашасыны һыйҙыра.

1980 йылда ҡалала Паралимпия уйындары уҙҙы.

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нидерланд картаһында общинаның торған урыны.
  • Арнемда Нобель лауреаты Хендрик Лоренц тыуған;
  • Америка актрисаһы Одри Хепберн Арнем консерваторияһында уҡый (19391945);
  • Рәссам-график Мауриц Эшер Арнемға 5 йәшендә күсә һәм үҙенең йәш сағының күп өлөшөн бында үткәрә;
  • Ян Янсон (тыуған) — билдәле Голландия картографы (XVI—XVII быуаттар);
  • Карин Абма — голланд спортсыһы, ишкәксе. 1977, 1978 йылдарҙаң академик ишеү буйынса Донъя чемпионатының призеры.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бында йыл һайын Qlimax электрон музыка фестивале үткәрелә.
  • 1983 йылда халыҡ-ара Loesje ойошмаһы нигеҙләнгән;.
  • Арнем — Нидерландтың троллейбус йөрөгән берҙән-бер ҡалаһы (ҡара Троллейбусы в Арнеме[nl]). 1949 йылдан алып троллейбус системаһы эшләй.

Һүрәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • arnhem.nl — Арнема рәсми сайты  (нид.)