Эстәлеккә күсергә

Одри Хепбёрн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одри Хепбёрн
ингл. Audrey Hepburn
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Audrey Kathleen Ruston
Псевдоним Edda van Heemstra
Ҡушамат Adriaantje
Тыуған көнө 4 май 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4][1][3][…]
Тыуған урыны , Иксель[d], Бельгия
Вафат булған көнө 20 ғинуар 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[4][1][3][…] (63 йәш)
Вафат булған урыны Толошна[d], Морж[d], Во[d], Швейцария[5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны Cemetery of Tolochenaz[d][6]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Joseph Victor Anthony Hepburn-Ruston[d][7]
Әсәһе Ella van Heemstra[d][8]
Бер туғандары Arnoud Quarles van Ufford[d] һәм Ian Quarles van Ufford[d]
Хәләл ефете Мел Феррер[d][8] һәм Andrea Dotti[d][8]
Внебрачный партнёр Роберт Уолдерс[d]
Балалары Шон Х. Феррер[d][8] һәм Luca Dotti[d][7]
Туған тел Нидерланд теле
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө театр актёры, модель, кино актёры, филантроп, бейеүсе, балет артисы, актёр, гуманист
Эшмәкәрлек төрө актёрлыҡ оҫталығы[d][9], игра в кино[d][9] һәм агентство по оказанию помощи[d][9]
Эш урыны ЮНИСЕФ[d]
Биләгән вазифаһы посол доброй воли ЮНИСЕФ[d][8][10]
Кемдә уҡыған Констанс Колльер[d], Соня Гаскелл[d], Мари Рамбер[d][11] һәм Феликс Эйлмер[d]
Әүҙемлек урыны Бөйөк Британия[12]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1989
Надето Маленькое чёрное платье Одри Хепбёрн[d] һәм Пикси (причёска)[d]
Сәс төҫө көрән сәс[d]
Сәләмәтлек торошо Псевдомиксома брюшной полости[d]
Фильмография Фильмография Одри Хепбёрн[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Награда имени Джина Хершолта[d] (29 март 1993)

Президентская медаль Свободы

Прайм-тайм премия «Эмми»[d] (1993)

Премия Гильдии киноактёров США за вклад в кинематограф[d] (1992)

премия кинокритиков Нью-Йорка за лучшую женскую роль[d] (1959)

специальная премия «Тони»[d] (1968)

премия «Давид ди Донателло» лучшей иностранной актрисе[d] (1965)

Grammy Award for Best Spoken Word Album for Children

премия «Давид ди Донателло» лучшей иностранной актрисе[d] (1960)

Премия «Золотой глобус» за лучшую женскую роль — драма

премия «Давид ди Донателло» лучшей иностранной актрисе[d] (1962)

премия Сесиля Б. Де Милля[d] (1989)

премия «Оскар» за лучшую женскую роль

премия «Тони» за лучшую женскую роль в пьесе[d] (1954)

Театральный мир[d] (1952)

Звезда на голливудской «Аллее славы»[d] (8 февраль 1980)

премия «Кристалл»[d] (1996)

командор ордена Искусств и литературы

премия Дональдсона[d]

Алтын глобус Оскар

Давид ди Донателло[d] (1960)

Эмми

премия Гильдии киноактёров США[d] (1993)

Грэмми
Бейеклеге/буйы 170 сантиметр
Изображение памятной доски
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 26 130
 Одри Хепбёрн Викимилектә

Одри Хепбёрн (ингл. Audrey Hepburn; ысын исеме Одри Кэтлин Растон, ингл. Audrey Kathleen Ruston; 4 май 1929 йыл) — 20 ғинуар 1993 йыл, Толошеназда вафат булған) — Британия актёры, фотомодель һәм гуманитар эшмәкәр. 1954 йылда «Рим каникулдары» фильмында уйнаған иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Оскар» премияһы алған (1953), шулай уҡ дүрт тапҡыр номинацияла, 1955, 1960, 1962, 1968 йылдарҙа, еңә.

Икселдә (Брюссель баш ҡала регионы коммунаһында) тыуған саҡтағы исеме Одри Кэтлин Растон булған, бала сағын һәм үҫмер йылдарын башлыса  Нидерландта үткәргән, Икенсе донъя һуғышы осоронда нацист Германияһы оккупациялаған Арнемда йәшәгән. Арнемдабалетҡа уҡыған, 1948 йылда Лондонға күсә һәм лондон театрҙары  сәхнәһендә бейеүсе булып эшләй. Бер нисә европа фильмда төшкәндән һуң, Одри Колеттың үҙенә тейешле иғтибарын йүнәлтә, һәм ул уны «Жижи» тигән бродвей спектаклендәге төп ролгә һайлай. 1952 йылда «Рим каникулдары» (1953) тигән америка фильмында төп ҡатын-ҡыҙ ролен уйнаған өсөн «Оскар», «Алтын глобус», BAFTA премияларын алған. 1954 йылда «Ундина»ны (1954) бродвей сәхнәләштереүе өсөн «Тони» премияһын алған.

Хепбёрн үҙ осороноң иң яҡшы түләнгән кино актрисаларының береһе булып киткән һәмГрегори Пек, Рекс Харрисон, Кэри Грант, Генри Фонда, Гэри Купер, Уильям Холден, Фред Астер, Питер О' Тул  һәм Альберт Финни кеүек актёрҙар менән уйнаған. Хепбёрн «Сабрина» (1954), «История монахини» (1959), «Завтрак у Тиффани» (1961) һәм «Дождись темноты» (1967) фильмдары өсөн «Оскар» премияһына номинациялана, шулай уҡ «История монахини» (1959) һәм «Шарада» (1963) фильмдары өсөн BAFTA премияһына лайыҡ була. «Дождись темноты» (1967) фильмы төшөрөлгәндән һуң, ике улын тәрбиәләү маҡсатында, оҙайлы ваҡытҡа кинола төшөүҙән туҡталып тора. Хепбёрндың киләһе фильмы — «Робин һәм Мэриан» (1976), унан һуң ул тағы бер нисә фильмда уйнай, Стивен Спилбергтың «Всегда» (1988) тигән фильмы иң һуңғы фильм булып тора.

1988 йылда Хепбёрн ЮНИСЕФ-тың халыҡ-ара изге ихтыяр илсеһе була, ошо сифатта ул Африка, Көньяҡ Америка һәм Азияның уңышһыҙ төбәктәрендә йәшәгән балалар проблемаларына әүҙем рәүештә иғтибар йәлеп иттергән. 1992 йылда Хепбёрн ЮНИСЕФ-тағы эшмәкәрлеге өсөн Президенттың Азатлыҡ миҙалы менән бүләкләнә.

Одри Хепбёрн Америка кино сәнғәте институты тарафынан Америка киноһының бөйөк актрисалары исемлегендә өсөнсө урынға ҡуйылған.

Одри Хепбёрн 1929 йылдың 4 май]нда Брюсселдә тыуған.

Одри әсәһе яғынан һолланд милләтле булған. Ван Хеемстра ғаиләһе XVI быуат башында үҙ эсенә оҙон сиратлы  аристократтарҙы — ер хужалары, юғары чинлы  армия офицерҙары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм һарайға яҡын кешеләр индергән. Одриҙың әсәһе, баронесса Элла Хеемстра, 1900 йылда Арнемдан йыраҡ түгел урынлашҡан Вельпе атамалы фамилия биләмәһендә тыуған. Ғаиләлә унан тыш  барон һәм баронесса титулын мираҫ итеп алыусы тағы ла биш бала — дүрт ҡыҙ һәм ул булған. Элланың атаһы — Арнольд ван Хеемстра, юстиция министрлығының юғары чиновнигы, арнем суды судьяһы һәм Арнем мэры. Баронесса Эллала күп ҡан — һолланд, француз, венгр ҡандары  ҡушылдығы аҡҡан. Ике тапҡыр кейәүҙә була. Тәүге ире, Хендрик ван Уффордҡа, король ат ҡараусыһына, егерме йәшенә саҡлы  кейәүгә сыға. Кейәүҙә оҙаҡ булмаған, ике балаһы, Ян  һәм Александр, тыуа. Икенсе ире ирландлы Джозеф Виктор Энтони Хепбёрн-Растон, Одриҙың атаһы. Уның тураһында мәғлүмәттәр аҙ, һәм күп өлөшө — имеш-мимештәр. Ғәҙәттә, тыуыу датаһын килтерәләр — 1889 йылда, һәм тыуған урынын — Лондон тиҙәр, әммә был мәғлүмәт бер нисек тә  раҫланмаған. Ул Тымыҡ океандың илдәрен һәм утрауҙарын яҡшы белгәнлектән, Растон тыумышы менән Австралиянан тигән фараз да бар. Уның биографияһындағы документтар менән раҫланған иң иртә факт — уның исеменең 1923-1924 йылдарҙағы сит ил эштәре министрлығы исемлегендә телгә алыныуы, ул Явалағы Семарангта почётлы консул булған. Бәлки, тап шул ваҡытта Явала үҙенең баллы айын үткәреүсе Элла уның менән танышҡандыр. 1926 йылдың 7 сентябрендә Джакартала Элла менән Джозеф никахлаша. Европаға ҡайтҡас, ғаилә Бельгияла,  Брюссель ҡалаһы янында урынлашҡан. Ирле-ҡатынлының характерҙары үҙ-ара һыйышмаған, улар йыш ҡына талашҡан. Һөҙөмтәлә 1935 йылда Элла, ирен бала ҡараусы няня менән түшәктә тотоу сәбәпле килеп сыҡҡан ғауғанан һуң, Хепбёрн-Растон ҡатыны менән балаларын ташлап киткән.

1930 йылдарҙа Одриҙың ата-әсәһе сәйәсәткә йәлеп ителә. Улар нацистар яҡлы булып, банк һәм сауҙа эшендә йәһүд өҫтөнлөгөнә ҡаршы сығыш яһай. Хепбёрн-Растондар Германиялағы нацистарҙың төрлө йыйылыштарына йөрөй. Джозеф партия исемлегендә күренмәгән һәм манифестар аҫтына үҙ фамилияһын ҡуймаған, Элла Британия фашистар берлеген әүҙем яҡлаусылары исемлегенә индерелгән, уларҙың «Ҡара күлдәк» тигән баҫмаһына бер нисә мәҡәлә яҙа. Әммә Арнемды ннемецтар оккупацияһынан һуң  үҙенең ҡараштарынан баш тарта һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәте төркөмөнә ярҙам күрһәтә башлай. Джозеф Англияла фашист пропагандаһы һәм Рейх өсөн йәшерен мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнеүсе Лондондағы европа пресс-агентлыҡ директоры булып, фашистар менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. «18-В ҡарары» нигеҙендә 1940 йылда ҡулға алына, башта Брикстонда, аҙаҡ, Лондонға тәүге һауа һөжүмдәренән һуң, Эскотта йәйелдерелгән концентрацион лагерҙа, һуңынан Ливерпулдәге  Волтон төрмәһендә тотола, ә һуңынан Певерил лагерына күсерелә. 1945 йылдың апреленә тиклем тотҡонлоҡта булған. Азат ителгәндән һуң, 1980 йылда вафат булғанға тиклем,  Дублинда, йәшәй.

Одри Кэтлин Растон[14] 1929 йылдың 4 майында Брюссель ҡалаһында тыуған. Ул Джозеф Виктор Растон-Хепбёрндың (Joseph Ruston Victor-Hepburn) берҙән-бер балаһы булған. Одриҙың әсәһенең нидерланд дворяны Һендрик ван Уффорд менән никахынан тыуған ике бер туған ағаһы: Александр һәм Ян ван Уоффордтар булған.

Одри Хепбёрндың әсәһенең бала сағы үткән Дорн усадьбаһы

Хепбёрн Англиялағы һәм Нидерландтағы хосуси мәктәптәрҙә уҡыған. Уның әсәһе талапсан ҡатын булған, атаһы шәфҡәтлерәк булған, шуның өсөн ҡыҙ уны яҡын күргән. Ул ғаиләнән киткәндә, Одри бала ғына булған. Һуңғараҡ ул атаһы менән айырылыуҙы тормошоноң иң ауыр дәүере тип атаған. Күп йылдар үткәс, ул Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы аша Дублинда йәшәгән атаһын эҙләп тапҡан һәм вафатына саҡлы уға матди ярҙам күрһәткән [15].

Бала сағында Одри Хепбёрн һүрәт төшөрөргә яратҡан. Уның ҡайһы бер бала саҡ һүрәттәре һаҡланған [16].

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң 1935 йылда, Икенсе донъя һуғышы тоҡанғанда һәм немец оккупацияһы осоро башланғанда, Хепбёрн әсәһе менән Арнемда (Нидерланд) йәшәгән. Был ваҡытта ул, «инглиз» исеме ҡурҡыныс тип һаналғанлыҡтан, әсәһенең (Элла ван Хеемстра) документтарын төҙәткеләштереп, Эдда ван Хеемстра псевдонимын ҡабул иткән. Был уйҙырма шул тиклем уңышлы булған, күпселек кеше иҫәпләгән  һәм хәҙерге көнгә тиклем[17] тап ошо исем (Эдда ван Хеемстра) Одри Хепбёрндың ысын исеме булған тип һанай. Был мәсьәләлә һуңғы нөктәне рәсми документ — Одри Кэтлин Растон метрикаһы ҡуя.

Союздаштар килеп төшкәс, немецтар оккупациялаған территорияларҙа халыҡтың хәле насарая. 1944 йылдың ҡышында аҙыҡ-түлеккә көсөргәнешлек   күҙәтелә («ас ҡыш» тип аталған осор). Йылылыҡ һәм аҙыҡ булмау сәбәпле, Нидерланд халҡы аслыҡтан интеккән, ҡайһы берҙәр хатта урамда туңып ятҡан. Союздаштар бомбаға тотҡан саҡта Арнем бушап ҡала. Одриҙың ағаһы һәм әсәһенең ике туған ағаһы,  Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн, атып үлтерелә. Уның ағаһы немец концлагерында тотолған. Аслыҡ сәбәпле Одри Хепбёрндың һаулығы ҡаҡшаған. Ул карауатта ятҡан да, аслыҡ тураһында оноторға тырышып, уҡыған. Ул, йәшерен ойошмаға аҡса йыйыр өсөн, балет номерҙары башҡарған. Был ваҡыттар шул тиклем дә яман булмаған, һәм ул бала саҡ осороноң яҡты урындарына шатланырлыҡ хәлдә лә булған. 1992 йылда Хепбёрн интервьюһында: «Әгәр баланың билдәле бер минимумы бар икән, ул бик бәхетле. Мин беҙгә бик күңелле булғанды ла хәтерләйем. Беҙ бит биш йыл рәттән иҙәндә илап ҡына ултырмағанбыҙ. Әлбиттә, ҡурҡыу һәм репрессиялар күләгәһе эленеп торҙо, һәм ҡурҡыныс нимәләр була ине...»

Тамағы туймау сәбәпле, Одри анемия, һулыш алыу органдары сирҙәренән һәм шешенеүҙән яфаланған. Артабанғы йылдарҙа яфаланған депрессия ла шулай уҡ, бәлки, ул кисергән аслыҡ һөҙөмтәһе булғандыр [18].

Нидерланд азат ителгәндән һуң, илгә гуманитар ярҙам килә башлай. Хепбёрн бер әҙер бер банка ҡуйыртылған һөт ашағанын, һәм һуңынан гуманитар ярҙам ризыҡтарының бер ашамлығынан, һоло бутҡаһына[19] артығыраҡ шәкәр һалғанлыҡтан, сирләгәнен телгә алған.

Иртә йәшлегендә уны ЮНИСЕФ ҡотҡарғанлыҡтан, аҙаҡ  ул бурысын ҡайтарырға булғандыр, 1954 йылда ул ЮНИСЕФ радиотапшырыуҙарында сығыш яһай башлаған.

Карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда, һуғыш тамамланғандан һуң, Хепбёрн арнем консерваторияһын тамамлай һәм әсәһе һәм үҙе ветерандар йортонда шәфҡәт туташы булып эшләгән Амстердамға күсеп килә. 1946 йылда эш менән йәнәш Хепбёрн Сони Гаскеллдан[20] балет дәрестәре ала. 1948 йылда Одри Лондонға килә һәм тарихтағы бөйөк бейеүселәрҙең береһе Вацлав Нижинскийҙың педагогы, данлыҡлы Мари Рамберҙан бейеү дәрестәре ала. Моғайын, Хепбёрн Рамберҙан үҙен балетта ни көткәнен белешкәндер. Рамбер уға эшләргә тәҡдим иткән һәм балерина булараҡ уңышҡа эйә буласағын, тик уның буйының (яҡынса 1 м 70 см) һәм һуғыш ваҡытында даими рәүештә асығыуы уға прима-балерина булыу мөмкинлеген бирмәйәсәк тигән. Хепбёрн педагогтың фекеренә ҡолаҡ һала һәм үҙен уңышҡа өмөт биргән драма сәнғәтенә, карьераға, бағышларға ҡарар итә [21]. Одри йондоҙға әүерелгәс, Мари Рамбер интервьюһында: «Ул һоҡланғыс  уҡыусы булды. Әгәр ҙә ул балет менән шөғөлләнеүен дауам итһә, ул атаҡлы балерина булыр ине» тигән [22]. Хепбёрндың әсәһе, ғаиләһен туйҙырыр өсөн, аристократ өсөн түбәнһеткес шарттарҙа хеҙмәт иткән. Одри үҙе эшләп аҡса табырға тейеш була, һәм актриса карьераһы иң тәбиғи ҡарар булып тойола.

Уның актёрлыҡ карьераһы «Голландский за семь уроков» тигән өйрәтеү фильмынан башланған. Һуңынан ул музыкаль театрҙа «Высокие ботинки на пуговицах» һәм «Пикантный соус» постановкаларында уйнаған. «One Wild Oat» британ фильмы Хепбёрн өсөн тәүге ысын нәфис фильм булған, ул отель регистратор ҡыҙ ролен башҡарған. «Рассказы молодых жён», «Смех в раю», «Банда с Лавендер Хилл» һәм «Дитя Монте-Карло» фильмдарында ул бер нисә икенсе планлы һәм эпизодик ролдәрҙә уйнаған.

Одри Хепбёрн 1951 йылда «The Secret People» фильмында кинолағы иң ҙур ролен, балет артисы ролен, уйнай. Одри балет менән бала саҡтан шөғөлләнгән һәм фильмда күрһәткән һәләте өсөн тәнҡиттең яҡшы баһаһына эйә булған. Уҡытыусылары, ир-егет балет артистарынан да бейегерәк булған өсөн, уны һөнәри бейеү өсөн «артыҡ буйсан» тип һанаған.

Грегори Пек һәм Одри Хепбёрн «Римские каникулы» фильмында (1953)

1951 йылдың 24 ноябрендә Бродвей постановкаһында «Жижи» донъя күргәндән һуң, «Дитя Монте-Карло» фильмын төшөргәндә, Хепбёрн төп ролгә раҫланған. Пьеса авторы Сидони Колетт, Хепбёрнды тәүге тапҡыр күргәндән һуң, әйткән имеш: «Вуаля! Бына беҙҙең Жижи!» Одри был роль өсөн Theatre World Award лайыҡ булған. Пьеса үҙе ярты йыл дауамында Нью-Йоркта барған.

Һуңынан уға, партнёры Грегори Пек менән бергә, «Римские каникулы» тигән һолливуд фильмында төп роль башҡарыуҙы тәҡдим иткәндәр. Баштараҡ Пектың исемен эре хәрефтәр менән фильм өҫтөнә урынлаштырырға һәм аҫҡы өлөшөнә генә Одри Хепбёрн исемен яҙыу планлаштырылған була. Пек, агентына шылтыратып, Хепбёрндың исемен үҙенеке кеүек яҙырға ҡуша, сөнки ул был роле өсөн Хепбёрн «Оскар» премияһын аласағын әйтеп йөрөгән. 1954 йылда ул иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн бүләк алған. Одри менән Пек араһында ғишыҡ романы бар тигән имеш-мимеш тарала, ләкин улар икеһе лә быны ҡәтғи кире ҡаға. Хепбёрн, шулай ҙа, былай тип өҫтәгән: «Ғөмүмән, партнёрҙы бер аҙ яратырға һәм киреһен эшләргә кәрәк. Әгәр һеҙ мөхәббәт уйнарға теләһәгеҙ, һеҙ шуны тойорға тейешһегеҙ. Юғиһә бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ. Ләкин уны сәхнәнән ситкә сығарыу мотлаҡ түгел».

Одри Хепбёрн «Сабрина» фильмында(1954)
Тәүге ире Мел Феррер менән бергә Майерлинг сәхнәләштереүендә, 1957.

«Римские каникулы» фильмынан һуң, Хепбёрн Хамфри Богарт һәм Уильям Һолден менән «Сабрина» фильмында уйнай. Уильям менән уның хатта ғишыҡ мөнәсәбәттәре тоҡана. Одри кейәүгә сығырға һәм әсәй булырға өмөт иткән. Одри, һөйгәненең вазектомия үткәргәнен белгәндән һуң, Һолден менән мөнәсәбәтен өҙә. Билли Уайлдерҙың Һолден һәм Хепбёрн тураһында әйткәне билдәле: «Икеһенең дә карьерала өлгәшкәне иҫ китмәле, ләкин икеһе лә шәхси тормоштарында бөтөнләй бәхетһеҙ».

1954 йылда Одри, «Ундина» пьесаһында партнёры Мел Феррер менән уйнаған, һыуһылыу ролен башҡарып, театр сәхнәһенә кире ҡайтҡан, шул уҡ йылда ул Мел Феррерға кейәүгә сыҡҡан. Мел Феррер өсөн был (биштән һуң) дүртенсе никахы булған. Ирле-ҡатынлы бергә 14 йыл: 1954-1968 йылдарҙа йәшәгән. 1960 йылда Одри Шон Хепбёрн Феррер исемле улына әсәй булған.

«Ундина»ла уйнаған иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн 1954 йылда Хепбёрн «Тони» премияһын алған. «Оскар» премияһын алғандан һуң алты аҙна үтеүгә генә бирелгән был премия актрисаның кинола ғына түгел, театрҙа ла абруйын күтәргән. 1950-се йылдар уртаһына Хепбёрн шулай уҡ билдәле модалар индереүсе булып танылған. Уның gamine стилендәге тышҡы ҡиәфәте һәм халыҡ таныған ҡупшылығы, фыртланыуы шик күп табыныусылар һәм оҡшарға теләүселәр барлыҡҡа килтергән. Мәҫәлән, «Сабрина» фильмы сыҡҡандан һуң, дүрт мөйөшлө тәрән уйымды «Сабрина-декольте» тип йөрөтә башлағандар[23].

Тамашасыны популяр ҡыҙыҡтырғысҡа әйләнгән Одри Хепбёрн үҙе кеүек алдынғы артистар: «Забавная мордашка» музыкаль комедияһында Фред Астер, «Любовь после полудня» романтик комедияһында Морис Шевалье һәм Гэри Купер, «Завтрак у Тиффани» мелодрамаһында Джордж Пеппард, тәнҡитселәр тарафынан һоҡланып ҡабул ителгән «Шарада» хитлы комик триллерында Кэри Грант, «Моя прекрасная леди» бродвей мюзиклын экранлаштырыуҙа Рекс Харрисон, «Как украсть миллион» криминаль комедияһында Питер О’Тул һәм «Робин и Мэриан» фильмында Шон Коннери менән уйнаған. Бик күп сәхнә партнёрҙары артабан уның дуҫтарына әйләнгән. Рекс Харрисон Одриҙы үҙенең яратҡан ҡатын-ҡыҙ партнёры тип атаған. Кэри Грант уны иркәләтергә яратҡан, һәм бер тапҡыр былай тигән: «Раштыуа байрамына ниндәй бүләк теләйем тиһәм, мин Одри Хепбёрн менән берәй фильмда төшөргә теләр инем».

Грегори Пек уның ғүмерлек дуҫына әйләнгән. Хепбёрндың вафатынан һуң, Пек камера алдына баҫып, иламһыраған тауыш менән уның яратҡан «Unending Love» («Мәңгелек Мөхәббәт») шиғырын һөйләгән. Кемдер, Хамфри Богарт Хепбёрн менән татыу булмаған ти, ләкин был дөрөҫ түгел. Богарт менән Одри, сәхнәлә башҡа берәү ҙә булдыра алмаған дәрәжәлә дуҫ булған. Һуңыраҡ Хепбёрн былай тигән: «Ҡайһы саҡта, барлағанда, тап шул „текә егеттәр“, Богарттың миңә мөнәсәбәтенән сығып ҡарағанда, иң нескә күңелле булып сыға».

Одри Хепбёрн «Завтрак у Тиффани» фильмында (1961)

1961 йылда «Завтрак у Тиффани» фильмында Хепбёрн уйнаған Һолли Голайтли роле XX быуаттағы америка киноһының иң табыныулы образына әйләнгән. Хепбёрн был ролде «үҙ карьераһының иң джазлы роле» тип атаған. Унан был ролдең ҡатмарлылығы нимәлә тип һорағас, Хепбёрндың яуабы: «Мин интроверт. Экстраверт ҡыҙҙы уйнауы мин эшләгәндәр араһында иң ҡатмарлы әйбер булды». Кино төшөргәндә ул граф Живанши менән авторлыҡта булдырылған бик стилле кейем (шул иҫәптән, фильм экрандарға сыҡҡандан һуң, киң билдәле «кескәй генә ҡара күлдәк», ысын хитҡа әйләнгән) кейгән һәм үҙенең сәстәренә аҡһыллатылған ҡуңыр шәлкемдәр өҫтәгән. Шул рәүешле табылған стилен ул кино төшөрөлөп бөткәндән һкң да дауам иткән. Актриса бар тормошо аша, уның даими клиенты булып, Живанши менән дуҫлығын һүрелтмәгән. Үҙенең L`Interdit тигән хушбыйын Юбер де Живанши тап Одриға бағышлаған.

Одри Хепбёрн 1964 йылда «Унесённые ветром» фильмына тиң булырлыҡ һәм яҡты донъяға күренеүе түҙемһеҙлек менән көтөлгән «Моя прекрасная леди» мюзиклында төшкән. Хепбёрнды быға саҡлы Бродвейҙа Джули Эндрюс уйнаған Элиза Дулиттл роленә алғандар. Хепбёрн раҫланғанға саҡлы уҡ Эндрюсты был ролгә саҡырмау ҡарары ҡабул ителгән. Башта Хепбёрн тәҡдимде кире ҡаҡҡан һәм Джек Уорнерға ролде Эндрюсҡа бирергә крәклеген әйтһә лә, йә уны йә Элизабет Тейлорҙы төшөрәсәкбеҙ тигәндән һуң, ул ризалашҡан. Soundstage magazine мәҡәләһендәге һүҙҙәргә ярашлы, «Джулия Эндрюс фильмда булмаһа, Одри Хепбёрнды һайлау бик шәп, тип ризалашҡандар». Әйикәндәй, Джулия Эндрюс «Моя прекрасная леди» менән бер үк йылда сыҡҡан «Мэри Поппинс»та уйнарға тейеш булған.

Хепбёрн роле өсөн бөтә вокал партияларҙы ла яҙҙырған була, ләкин профессионал йырсы Марни Никсон уның бөтә йырҙарын йырлап бөтөрә. Хепбёрнға был турала һөйләгәс, ныҡ асыуланып, ул кинола төшкән урынды ташлап киткән тиҙәр. Икенсе көнгә ул ғәфү үтенеп кире килгән. Хепбёрн башҡарыуындағы йырҙар яҙылған плёнкалар әлегә тиклем һаҡланған һәм документаль фильмдарға һәм фильмдың DVD версияһына индерелгән. Хепбёрн башҡарыуындағы ҡайһы бер вокал номерҙар фильмда шулай ҙа һаҡланып ҡалған. Был - «Just You Wait» һәм «I Could Have Danced All Night» йырынан өҙөктәр.

1964—1965 йй. сезонында ролдәр бүлешеү интригаһы, Эндрюс Мэри Поппинс роле өсөн бүләкләнһә лә, Хепбёрндың «Оскар»ға тәҡдим ителмәүе үҙенең кульминацияһына еткән. Премияны тапшырыу церемонияһы яҡынлашыу менән киң мәғлүмәт саралары ике ҡатындың көнәркәшлегенән, улар беҙҙең бер ниндәй ҙә фекер айырымлығы юҡ тиһәләр ҙә, файҙаланырға маташҡан. Джулия Эндрюс иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн үҙенең «Оскар» кинопремияһын алған.

1968 йылда тәүге ире Мелом Феррер менән айырылғандан һуң, Хепбёрн һуңғараҡ уның ире булған һәм икенсе улы Люкка ғүмер биргән итальян психиатры Андреа Доттиҙа бик ауыр депрессиянан дауаланған, Италияға ире янына күскән. Йөклөлөгө бик ауыр барған һәм даими түшәктә булыуҙы талап иткән. 70-се йылдар башында Италияла «Красные Бригады» террорсыларының әүҙемлеге арта, һәм Одри Дотти менән айырылған.

Икенсе тапҡыр айырылғандан һуң да, 1976 йылда ул Шон Коннери менән «Робин и Мэриан» фильмында төшөп, киноға кире әйләнеп ҡайтырға тырышып ҡарай. Фильм Хепбёрн ҡатнашҡан элекке фильмдарҙан алыҫ торған уртаса ғына баһа алған. Тирә-йүнендәге кешеләрҙе аптыратып, Одри «Поворотный пункт»та тап үҙе генә уйнарлыҡ (был ролде Ширли Маклейн алған, һәм уңышлы фильм уның карьераһын нығытҡан) элекке балерина ролен кире ҡаҡҡан. Һуңғараҡ Хепбёрн ошо ролде кире ҡаҡҡаны өсөн бик ныҡ үкенеүен белдергән.

Рональд Рейган, Одри Хепбёрн һәм Роберт Уолдерс (1981)

1979 йылда Хепбёрн, «Кровные узы» фильмында төшөп, тағы ла бер тапҡыр киноға кире ҡайтырға тырышҡан. Шелдондың китаптары шул саҡлы популяр була, һәм уның исеме фильм атамаһына индерелә, һәм шуның өсөн, моғайын, Хепбёрнға фильм уңышлы булырҙай тойолған. Ләкин улай булмаған шул. Тәнҡитселәр, Хепбёрнға табыныусылар ҙа хатта, был фильмды материалы күрәләтә баналь булғаны өсөн, тәҡдим итмәгән.

1980 йылда актриса нидерланд актёры Роберт Уолдерс менән осраша башлаған, һәм уның менән бәйләнеше Одриҙың вафатына саҡлы дауам иткән.

Хепбёрндың Питер Богданович төшөргән стилле һәм яҡты картинала, «Все они смеялись» комедияһында, Бен Газзар менән кинолағы һуңғы роле — ысын шаршау ябылыу номеры булған. Фильм тәнҡитселәрҙә уңыш менән файҙаланған, ләкин йондоҙҙарҙың береһе — Богдановичтың дуҫ ҡатыны Дороти Страттенды аяуһыҙ үлтереү күңелһеҙ хәл булған. 1987 йылда Хепбёрн Роберт Вагнер менән ҡайһы бер билдәле фильмдарҙың, атап әйткәндә, «Шарада» һәм «Как украсть миллион» фильмдарының элементтарын үҙ эсенә алған «Любовь среди воров» тигән ирониялы детектив телефильмда уйнаған. Фильмдың уңышы уртаса булған, Хепбёрн үҙе лә, ул фильмда күңел асыр өсөн генә уйнағайным, тип әйткән.

Хепбёрндың кинолағы һуңғы камео тип аталған Роберт Вагнерҙың роле Стивен Спилбергтың «Всегда»  фильмында фәрештә роле — 1943 йылда Спенсер Трейси, Айрин Данн һәм Ван Джонсон менән бергә төшөрөлгән «Парень по имени Джо» фильмының 1943 1989 йылғы ремейкы.

ЮНИСЕФ менән хеҙмәттәшлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең кинола һуңғы күренеүенән һуң Хепбёрн ЮНИСЕФ-тың махсус илсеһе итеп тәғәйенләнгән[24][25]. Үҙенең нацистик оккупацияһы осоронда ҡотҡарылыуы өсөн рәхмәт йөҙөнәндер инде, ул ҡалған көндәрен ярлы илдәрҙә йәшәгән балаларҙың тормошон яҡшыртыуға бағышлаған. Хепбёрндың эшмәкәрлеге уның күп телдәрҙе белгәне өсөн еңеләйгән. Ул француз, инглиз, испан, итальян һәм нидерланд телдәрпендә һөйләшкән. Ул Римдә йәшәгән сағында итальян телен өйрәнгән. Испан телен үҙ аллы өйрәнгән, һәм ЮНИСЕФ төшөргән фильмда Хепбёрн Мехико ҡалаһы халҡы менән яҡшы итеп испан телендә һөйләшкән.

Хепбёрн ЮНИСЕФ менән 1954 йылда уҡ, радиотапшырыуҙарҙа ҡатнашып, хеҙмәттәшлек итә башлаған булһа, хәҙер был уның етди эшенә әйләнә. Яҡындары әйтеүенсә, үлергә етешкән кешеләр, ярҙамһыҙ ҡалған балалар тураһында ҡайғыртыу уға ғүмере буйы тынғы бирмәгән. Уның тәүге миссияһы 1988 йылда Эфиопияла уҙған. Ул 500 ас балаһы булған балалар баҡсаһына барған һәм ЮНИСЕФ-тың аҙыҡ ебәреүен ойошторған.

1988 йылдың авгусында Хепбёрн Төркиәлә иммунизация кампанияһында ҡатнашҡан. Ул Төркиәне ЮНИСЕФ-тың иң сағыу мөмкинлеге тип уйлаған. Йөрөп ҡайтҡандан һуң: «Армия беҙгә йөк машиналары, балыҡ һатҡан сауҙагәрҙәр вакциналар өсөн вагондар бирҙе, һәм дата билдәләнеү менән, һәм бөтөн илде вакцинациялау өсөн 10 көн генә крәк булды. Бик һәйбәт», тип әйткән.

Шул уҡ йылдың октябрендә Хепбёрн Көньяҡ Америкаға, Венесуэлаға һәм Эквадорға бара. Хепбёрн былай тигән: «Мин кескәй генә тау общиналары, төпкөлдә трущобы һәм тарҡау тораҡтарҙа һыу менән тәьмин системалары булдырылған, һәм был мөғжизә - ЮНИСЕФ. Мин балаларҙың ЮНИСЕФ биргән кирбестән һәм цементтан үҙҙәренә мәктәптәр төҙөгәнен күрҙем».

1989 йылдың февралендә Хепбёрн Үҙәк Америка илдәре буйлап йөрөгән һәм Гондурас, Сальвадор һәм Гватемала хакимдары менән осрашҡан. Апрелдә «"Тормош Һыҙымы" операцияһы» миссияһы сиктәрендә ул Роберт Уолдерс менән Суданға барған. Граждандар һуғышы барғанлыҡтан гуманитар ярҙам аҙыҡ-түлеге килеп етмәгән. Миссияның маҡсаты Көньяҡ Суданға аҙыҡ-түлек алып барыу булған.

Шул уҡ йылдың октябрендә Хепбёрн һәм Уолдерс Бангладешҡа барған.

1990 йылдың октябрендә Хепбёрн, ЮНИСЕФ менән хөкүмәттең иммунизация программаһы һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү сиктәрендә хеҙмәттәшлеген урынлаштырырға тырышҡанлыҡтан, Вьетнамға барған.

Хепбёрндың һуңғы тапҡыр (Сомалиға) үлеренән дүрт ай алда, 1992 йылдың сентябрендә барған.

1992 йылда США президенты уның ЮНИСЕФ сиктәрендә эшләгән эштәренә хөрмәт менән уны азатлыҡ миҙалы менән бүләкләгән, Америка киносәнғәте Академияһы уны кешелеккә хеҙмәт иткәне өсөн Жан Хершолт исемендәге Гуманитар премияһына лайыҡ тип күрһәткән. Был премияны уға үлгәндән һуң биргәндәр һәм ул уны актрисаның улы алған.

Ғүмеренең һуңғы йылдары 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Одри Хепбёрндың Толошеназдағы ҡәбере, Швейцария

Одри Хепбёрн, ЮНИСЕФ-та эшләгәндә, бик күп көс түккән. Күп һанлы сәфәрҙәренең кире яҡтары көн һайын һиҙелгән, ул физик яҡтан көсһөҙләнә барған.

1992 йылдың 19 - 24 сентябрендә Сомалиға һәм Кенияға барыуы уның өсөн һуңғыһы була. Юлда йөрөгәндә актрисаның эсе ауырта башлай. Африка врачтары, ҡул аҫтарында тәғәйен ҡорамалдар булмау сәбәпле, диагноз ҡуя алмаған. Әммә улар һаулығына зыян етди булмаһын тип, уға юлды дауам итмәҫкә, кире ҡайтырға кәңәш биргән, ләкин Хепбёрн баш тартҡан.

Октябрь уртаһында Одри Хепбёрн Уолдерс менән Лос-Анджелесҡа тикшерелеүгә барған. Һөҙөмтә йыуатырлыҡ булмаған: йыуан эсәк яман шеше. 1992 йылдың 1 ноябрендә яман шешкә операция эшләнә. Операциянан һуң диагноз өмөтһөҙ булған; табиптар операция ваҡытлы эшләнгән тип һанаған. Әммә өс аҙнанан актрисаны эсендәге ҡырҡыу ауыртыныуҙар менән дауаханаға һалалар. Анализдар яман шеш күҙәнәктәре яңынан йыуан эсәкте һәм күрше туҡымаларҙы ялмап алғанын күрһәткән. Был актрисаға йәшәргә бер нисә ай ҡалғанын күрһәткән. Яҡындары дауаханаға килеп уның хәлен белешкән.

Тиҙҙән, Лос-Анджелеста уға бер нисек тә ярҙам итә алмағандары өсөн, ул Толошеназға кире ҡайтҡан. Һуңғы Раштыуаны ул балалары һәм Уолдерс менән үткәргән. Ул был Раштыуаны тормошондағы иң бәхетле байрам тип атаған.

Одри Хепбёрн 1993 йылдың 20 ғинуарында, 64-се йәшендә, ғаиләһенең иғтибары һәм йылы мөнәсәбәтендә, яҡты донъянан киткән. 24 ғинуарҙа уны Толошеназ зыяратына ерләгәндәр.

Театрҙа һәм телевидениела

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йылы Ҡуйыу Роль Иҫкәрмәләр
1949 Высокие ботинки на пуговицах Кордебалет бейеүсеһе 1948 йылдың 22 декабрендә «Ипподром» тигән лондон театрында премьераһы булған, 291 тапҡыр күрһәтелә
Соус Тартар Кордебалет бейеүсеһе 1949 йылдың 18 майында Кембридж театрында премьераһы булған, 433 тапҡыр икүрһәтелә
1950 Пикантный соус Яңғыҙ бейеүсе ҡыҙ 1950 йылдың 27 апрелендә Кембридж театрында премьераһы булған, 38 тапҡыр күрһәтелә[26] (башҡа мәғлүмәт буйынса — 67 тапҡыр күрһәтелә[27])
1951 Жижи Жижи 1951 йылдың 24 ноябрендә Фултон театрында премьераһы булған, 219 тапҡыр күрһәтелгән.

«Theatre World Award» наградаһы[28]

1952 Rainy Day at Paradise Junction Вирджиния Форсайт «CBS Television Workshop» шоу эпизоды 1952 йылдың 13 апрелендә CBS буйынса күрһәтелгән
1954 Ундина Ундина 1954 йылдың 18 февралендә премьераһы «46-сы урам театры»нда йәки Ричард Роджерс театрында, 157 тапҡыр күрһәтелгән
«Пьесалағы иң яҡшы актриса» номинацияһында «Тони» наградаһы тапшырыла 
1957 Майерлинг Баронесса Мария Вечера «Producers' Showcase» сериалы эпизоды 1957 йылдың 24 февралендә NBC аша тәү тапҡыр күрһәтелә
1993 Одри Хепбёрн менән донъяның баҡсалары Public Broadcasting Service мини-сериалы, 1993 йылдың 21 ғинуарында күрһәтелә башланған
 «Сәскә баҡсалары» «Flower Gardens» эпизоды өсөн «Мәғлүмәт программаһында иң яҡшы алып барыусы» номинацияһында «Эмми» киске премияһы (1993) 

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Оскар» премияһы
    • 1954 йыл — «Рим каникулдары» фильмында иң яҡшы актриса
    • 1993 йыл — Джин Хершолт исемендәге Гуманитар премияһы
  • BAFTA
    • 1954 йыл — «Рим каникулдары» фильмында иң яҡшы актриса
    • 1955 йыл — Генриетта исемендәге премия
    • 1960 йыл — «Суфый тарихы» фильмында иң яҡшы актриса)
    • 1965 йыл — «Шарада» фильмында иң яҡшы актриса
  • Алтын глобус
    • 1990 йыл — Сесиль Б. Де Милль премияһы
  • Сан-Себастьяндағы кинофестиваль
    • 1959 йыл — Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн Зулуета призы («Суфый тарихыи» фильмы өсөн)
  • Эмми
    • 1993 йыл — Телепрограммала иң яҡшы башҡарыу («Одри Хепбёрн менән донъя баҡсалары», «Сәскә баҡсалары» эпизоды)
  • Грэмми
    • 1993 йыл — Балалар өсөн иң яҡшы телмәр альбомы («Audrey Hepburn’s Enchanted Tales» өсөн)
  • Theatre World Award
  • «Тони» премияһы
  • Премия «Оскар»
    • 1955 — Иң яҡшы актриса («Сабрина» фильмы өсөн)
    • 1960 — Иң яҡшы актриса («Суфый тарихы» фильмы өсөн)
    • 1962 — Иң яҡшы актриса («Тиффаниҙа иртәнге аш» фильмы өсөн)
    • 1968 — Иң яҡшы актриса («Ҡаранғы төшкәнде көт» фильмы өсөн)
  • BAFTA
    • 1955 — Иң яҡшы актриса («Сабрина» фильмы өсөн)
    • 1957 — Иң яҡшы актриса («Һуғыш һәм солох» фильмы өсөн)
  • Алтын глобус
    • 1957 — Иң яҡшы актриса (драма) («Һуғыш һәм солох» фильмы өсөн)
    • 1958 — Иң яҡшы актриса (комедия) («Төштән һуңғы мөхәббәт» фильмы өсөн)
    • 1960 — Иң яҡшы актриса (драма) («Суфый тарихы» фильмы өсөн)
    • 1962 — Иң яҡшы актриса (комедия) («Тиффаниҙа иртәнге аш» фильмы өсөн)
    • 1964 — Иң яҡшы актриса (комедия) («Шарада» фильмы өсөн)
    • 1965 — Иң яҡшы актриса (комедия) («Минең гүзәл леди» фильмы өсөн)
    • 1968 — Иң яҡшы актриса (комедия) («Ике кеше юлда» фильмы өсөн)
    • 1968 — Иң яҡшы актриса (драма) («Ҡаранғы төшкәнде көт» фильмы өсөн)

Одри Хепбёрн тураһында әйтемдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
« Цифрҙр Одри йәш көйө үлгән тиҙәр. Цифрҙар нимәне әйтмәй һуң — Одри теләһә ниндәй йәштә лә йәш көйө үлгән булыр ине.
Питер Устинов[29]
»
« Аллаһы Тәғәләнең тағы бер гүзәл фәрештәһе барлыҡҡа килде, һәм ул күктәрҙә нимә менән шөғөлләнергә белә.
»
  • Одри Хепбёрн (почтовая марка)
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118746731 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Audrey Hepburn // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118746731 // Audrey Hepburn (нем.) — 2012—2016.
  5. http://trove.nla.gov.au/result?q=audrey%20peake
  6. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. 7,0 7,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  9. 9,0 9,1 9,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  10. https://www.unicef.org/goodwill-ambassadors/audrey-hepburn
  11. Who's who (билдәһеҙ)(untranslated), 1849. — ISSN 0083-937X
  12. https://www.acmi.net.au/creators/77650 (ингл.)
  13. https://data.performing-arts.ch/a/55fc4bc8-fb59-4ee7-a420-eb8a4bde3ca7 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  14. Метрика Одри Хепбёрн
  15. PowWeb
  16. Audrey Hepburn Photo Gallery
  17. Одри Хепбёрн / Audrey Hepburn
  18. Garner, Lesley. Lesley Garner meets the legendary actress as she prepares for this week’s Unicef gala performance, The Sunday Telegraph, 26 мая 1991
  19. Jessica Seigel — Print 2006 йыл 5 май архивланған.
  20. Audrey Hepburn Children’s Fund — Holland to England 2011 йыл 26 июль архивланған.
  21. CNN.com — Transcripts
  22. PowWeb
  23. Словарь терминов моды 2010 йыл 28 август архивланған.
  24. http://audreyhepburn.com/html/unicef/index.html 2006 йыл 6 декабрь архивланған.
  25. Audrey Hepburn UNICEF Overview
  26. William Kent. An encyclopaedia of London. — Dent, 1951. — P. 573. — 674 p.
  27. James Robert Parish, Don E. Stanke. The glamour girls. — Arlington House, 1975. — P. 323. — 752 p.
  28. Theatre World Awards (ингл.). Theatre World Awards. Архивировано 11 март 2012 года.
  29. BBC NEWS | Have Your Say | Sir Peter Ustinov: Your tributes
  30. «The Many Languages of Audrey Hepburn», Youtubeта клиптар йыйылмаһы
  • Надеждин Н. Я. Одри Хепберн: «Поговорить с ангелом…»: Биографические рассказы — 2-е изд. — М.: Майор, 2012. — 192 б. — (Неформальные биографии). — ISBN 978-5-98551-202-1.
  • Спото Д. Одри Хепберн = Enchantment: The Life of Audrey Hepburn / Перевод Т. Новиковой. — М.: Эксмо, 2009. — 464 с. — (Женщина-Богиня). — ISBN 978-5-699-21237-8.
  • Мэйчик Д. Одри Хепберн: Интимный портрет = Audrey Hepburn. An Intimate Portrait / Перевод М. Беккер. — М.: Вагриус, 1998. — 240 с. — (Биографии). — 20 000 экз. — ISBN 5-7027-0588-2.
  • Уолкер А. Одри = Audrey. Her Real Story. — Смоленск: Русич, 1997. — 444 с. — (Женщина — миф). — 21 000 экз. — ISBN 5-88590-696-3.
  • Шатерникова М. С. Одри Хепберн. — М.: Киноцентр, 1990. — 86 с. — 40 000 экз.
  • Яськов В. Г. Одри Хепберн. Моя прекрасная леди. — М.: ЭКСМО, 2012. — 224 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-699-60371-8.