Эстәлеккә күсергә

Грегори Пек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грегори Пек
Gregory Peck
1948 йылдағы студия фотоһы
1948 йылдағы студия фотоһы
Исеме

Элдред Грегори Пек

Тыуған көнө

5 апрель 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

АҠШ, Калифорния, Ла-Хойя

Вафат көнө

12 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][4][…] (87 йәш)

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1942—2000

Наградалары
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
«Оскар» (1963)
IMDb

ID 0000060

gregorypeck.com

 Грегори Пек Викимилектә

Элдред Грегори Пек (ингл. Eldred Gregory Peck; 5 апрель 1916 йыл — 12 июнь 2003 йыл) — Америка актёры, 1940—1960 йылдарҙағы Голливуд йондоҙҙары араһынан иң популярҙарҙың береһе. «Аждаһаны үлтереү» (1962) фильмында адвокат Аттикус Финч роле өсөн «Иң яҡшы актёр» номинацияһында «Оскар» премияһы лауреаты. 1999 йылда Пек Америка киносәнғәте институты версияһы буйынса тарихтағы 100 иң бөйөк киноактёрҙар исемлегенең 12-се юлын биләне.

Элдред Грегори Пек 1916 йылдың 5 апрелендә Калифорния штатының яр буйы Ла-Хойя (ингл. La Jolla), ҡалаһында, Сан-Диегонан алыҫ түгел ерҙә, аптекарь ғаиләһендә тыуған. Пекка өс йәш кенә булған саҡта әсәһе атаһын ташлап китә. Пектың атаһы сығышы буйынса үҙенең атаһы яғынан инглиз, әсәһе яғынан — ирланд[5][6], ә әсәһе — атаһы яғынан шотланд һәм әсәһе яғынан — инглиз булған[7]. Пектың атаһы католик булған, әсәһе лә никахҡа ингәндән һуң католицизмды ҡабул итә. Баланы өләсәһе Кейт Эйерс тәрбиәләй. Пек Лос-Анджелеста хәрби академияла һәм Берклиҙа Калифорния университетында белем ала.

Уҡыуы өсөн Пек үҙе түләргә мәжбүр була, шуға күрә ул урам йыйыштырыусыһы, официант, ҡашыяҡ йыйыусы ла булып эшләй. Университетта Пек иғтибарын айырыуса әҙәбиәткә һәм актёр оҫталығына бүлә, университет театры сәхнәһендә сығыштар яһай. 1939 йылда ул фәндәр бакалавры дәрәжәһен ала, әммә актёр юлынан китергә ниәт итә һәм Нью-Йоркка юллана. Бродвейҙа уны бер кем дә ҡушҡуллап ҡаршы алмай, һәм Пек йәрминкәлә саҡырыусы һәм «Радио-сити» мюзик-холлда билет тикшереүсе булып эшләргә мәжбүр була. Һуңынан ул Эй-би-си телестудия янында һәм ҡайһылыр ваҡытта хатта манекенщик булып та эшләй.

Карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы йылдарында ул һуғышта етди йәрәхәтләнеүе арҡаһында ҡатнашмай. Бынан тыш, Станиславский ысулы буйынса актёр оҫталығы курсын үтеү өсөн уға стипендия бирәләр. Ике театраль сезонынан һуң Пек өсөн Бродвейға юл асыла. Бродвей сәхнәләрендә ул уйнаған өс спектакль дә уңышһыҙ була, әммә шәхсән Пектың үҙенең уйнауы театраль тәнҡитселәре тарафынан ыңғай баһалана. Голливуд та быны күрмәй ҡалмай. 1944 йылда «Дан көндәре» кинофильмында урыҫ партизаны ролен уйнай, фильм буйынса уның партнеры Тамара Туманова була[8]. Һуғыш тамамланғандан һуң фильм «Дан көндәре» фильмы маккартистар тарафынан «коммунистик пропаганда» тип иғлан ителә, ә Советтар Союзында Пек сығышы буйынса урыҫ тигән имеш-мимештәр тарала.

Голливудтағы уңышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул уҡ 1944 йылда Пек «Батшалыҡ асҡысы» фильмында төшә һәм юғары намыҫлы священник ролен башҡара. Фильм уға йондоҙ статусын алып килә. Голливуд йондоҙҙарының күпселеге армияла хеҙмәт иткәнгә күрә, Пек өсөн эш баштан ашырлыҡ була. Әммә был уның башын әйләндермәй. Ул бик ентекләп ролдәрҙе һәм сценарийҙарҙы һайлай, бер үк амплуа эсендә бикләнеп ҡалмаҫҡа һәм, мөмкин тиклем, үҙенең үҙаллылығын һаҡлап ҡалырға тырыша. 1946 йылда «Оскар» премияһы лауреатлығына беренсе тапҡыр дәғүә итә.

2000 йылда Канны фестивалендә

Кинола илле йыл эшләү осоронда Пек илленән ашыу фильмда төшкән. Бер нисә мәртәбә уны Оскарға номинацияға тәҡдим итәләр, әммә уға бер мәртәбә генә ҡәҙерле статуэтканы ҡулға алыу бәхете татый — «Мәрәкәселде үлтереү» кинокартинаһы өсөн, был фильмда ул адвокат Аттикус Финчты уйнай. Фильм 1962 йылда экранға сыға, был ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары афроамериканлыларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн көрәш аренаһы булып китә, шуға күрә фильм кинематография өлкәһендә генә түгел, ижтимағи-сәйәси өлкәһендә лә ҙур ваҡиға була.

Киносәнғәт донъяһында бик күренекле йондоҙ булһа ла, Пек ҡайһы берҙә үҙенең тыуған ҡалаһында бәләкәй генә «Плейхауз» театрында сығыш яһауын дауам итә, был театрға ул Мел Феррер менән берлектә 1947 йылда нигеҙ һалған булған. Ә ғүмеренең аҙағында бөтә Американы тиерлек «Грегори Пек менән һөйләшеүҙәр» исемле бер кешелек шоу менән йөрөп сыға, үҙе тураһында һөйләй, тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. 1987 йылда СССР-ға сәйәхәт ҡыла. Грегори Пек үҙ өйөндә, Лос-Анджелеста, 2003 йылдың 12 июнендә йөрәк сиренән һәм бронхиаль пневмонияһынан вафат була, уға 87 йәш була. Лос-Анджелеста Батшабикә Фәрештәләре Соборының мавзолейында ерләнә.

Граумандың Ҡытай театры алдында Грегори Пектың аяҡтары һәм ҡулдарының эҙҙәре.

1942 йылдың октябрь айында Грегори Пек фин сығышлы Грета Кукконен менән никахлаша. 1955 йылдың 30 декабрендә айырылыу ваҡыты килеп етә, әммә ир менән ҡатын йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттәрен айырылышыуҙан һуң да һаҡлап ҡала алалар. Грета иренә өс ул бүләк итә: Джонатан (1944—1975), Стивен (1946) һәм Кэри Пол (1949). Өлкән улдары, актёр һәм телерепортер, 1975 йылда атылып үлә. Стивен Пек Вьетнам һуғышы ветерандарына әүҙем ярҙам итә. Кэри Пол Пек сәйәси амбицияларға эйә була һәм ике тапҡыр Калифорния штатынан АҠШ-тың Конгресына һайлауға үҙ кандидатураһын тәҡдим итә: 1978 йылда — беренсе мәртәбә, 1980 йылда, атаһы һәм ғаилә ағзаларының ярҙамына таянып — икенсе мәртәбә, әммә икеһендә лә республиканлылар партияһы вәкиле Боб Дорианды үтә алмай.

Грета Кукконен менән айырылышҡандың иртәгеһенә, 1955 йылдың 31 декабрендә, актёр француз журналисы Вероник Пассанигә өйләнә. Пассани һәм Пек беренсе мәртәбә 1953 йылда осрашалар, был күрешеү эшлекле осрашыу була — Вероник актёрҙан «Рим каникулдары» фильмында төшөр өсөн Римға китер алдынан интервью ала. Алты ай үткәс, Пек Пассанигә шылтырата һәм ланчҡа саҡыра. Ошо осрашыуҙан һуң, улар актёрҙың вафатына тиклем бер-береһенән айырылмайҙар, 48 йыл бергә йәшәйҙәр. Был никахта Пектың улы Энтони һәм ҡыҙы Сесилия тыуалар.

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1944 ф Данлы көндәр Days of GloryВладимир
1945 ф Батшалыҡтан асҡыстар Keys of the Kingdomатай Фрэнсис Чизхольм
ф Тәүәккәллек үҙәне Valley of DecisionПол Скотт
ф Арбалған SpellboundДжон Бэллантайн / доктор Энтони Эдвардс
1946 ф Болан балаһы YearlingЭзра «Пенни» Бэкстер, отец Джоди
ф Ҡояш аҫтында дуэль Duel in the SunЛьютон «Льют» Маккенлес
1947 ф Парадайндың эше Paradine CaseЭнтони Кин, адвокат
ф Джентльмендар килешеүе (фильм) Gentleman’s AgreementФилип Шёйлер Грин
ф Макомберҙың эше The Macomber AffairРоберт Уилсон
1948 ф Һары һауа Yellow SkyДжеймс «Стрич» Доусон
1949 ф Вертикаль осош (фильм) Twelve O’Clock Highбригада генералы Фрэнк Сэвидж
ф Оло ғонаһсы Great SinnerФёдор
1950 ф Уҡсы GunfighterДжимми Ринго
1951 ф Капитан Горацио Хорнблоуэр Captain Horatio Hornblower R.N.капитан Горацио Хорнблоуэр
ф Давид һәм Вирсавия David and BathshebaЦарь Давид
1952 ф Килиманджаро ҡарҙары(фильм) Snows of KilimanjaroГарри Стрит
ф Донъя уның ҡулдарында World in His ArmsДжонатан Кларк
1953 ф Миллион фунт стерлинглы банк билеты Million Pound NoteГенри Адамс
ф Рим каникулдары Roman HolidaysДжо Брэдли
1954 ф Төнгө кешеләр Night People полковник Стив Ван Дайк
ф Алһыу-зәңгәр тигеҙлек Purple Plain Squadron Leader Bill Forrester
1956 ф Моби Дик Moby Dickкапитан Ахав
ф Күкһел фланель костюмдағы кеше Man in the Gray Flannel SuitTom Rath
1957 ф Ҡатын-ҡыҙҙы ижад итеп (фильм) Designing WomanMike Hagen
1958 ф Ҙур ил (фильм) The Big CountryДжеймс Маккей / ингл. James McKay
ф Бравадос BravadosДжим Дугласс
1959 ф Тәңресе һөйәркә Beloved InfidelФрэнсис Скотт Фицджеральд
ф Яр буйында (фильм) On the Beachһыу аҫты кәмә командиры Дуайт Лайонел
ф Порк Чоп Хилл бейеклеге (фильм) Pork Chop HillLt. Joe Clemons
1961 ф Наварон утрауы пушкалары Guns of Navaroneкапитан Кит Мэллори
1962 ф Көнбайыш нисек яуланды (фильм) How the West Was WonКлив Ван Вейлен
ф Ҡурҡыу ҡултығы (фильм, 1962) Cape FearСэм Боуден
ф Мәрәкәселде үлтерергә To Kill a MockingbirdАттикус Финч
1963 ф Медицина докторы капитан Ньюмэн Captain Newman, M.D.капитан Джозеф Ньюмен / ингл. Capt. Josiah J. Newman, MD
1964 ф Нурһыҙ атты күр Behold a Pale HorseManuel Artiguez
1965 ф Мираж MirageDavid Stillwell
1966 ф Арабеска ArabesqueProf. David Pollock
1968 ф Айҙың эҙҙәренән Stalking MoonSam Varner
1969 ф Маккенна алтыны Mackenna’s GoldМаккенна
ф Рәйесь ChairmanJohn Hathaway
ф Юҡҡа сыҡҡандар MaroonedЧарльз Кейт, NASA осоштары программаһы директоры
1974 ф Билли-ике эшләпә Billy Two HatsArch Deans
1976 ф Омен Omenпосол Роберт Торн
1977 ф Макартур MacArthurгенерал Дуглас Макартур
1978 ф Бразилия малайҙары Boys from Brazilдоктор Йозеф Менгеле
1980 ф Диңгеҙ бүреләре Sea Wolvesполковник Льюис Гордон Пу
1982 ф Зәңгәр һәм күкһел Blue and the GrayАвраам Линкольн
1983 ф Алһыу һәм ҡара Scarlet and the Blackмонсиньор Хью О’Флаэрти
1987 ф Иҫ киткес Грейс һәм Чак Amazing Grace and ChuckPresident
1989 ф Иҫке гринго Old GringoAmbrose Bierce
1991 ф Ҡурҡыу ҡултығы Cape Fearадвокат Ли Хеллер
ф Кеше аҡсаһы Other People’s MoneyЭндрю Йоргенсон / ингл. Andrew Jorgenson
1998 ф Моби Дик (ТВ) Moby DickFather Mapple
  1. 1 2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118592351 // Gregory Peck (нем.) — 2012—2016.
  2. 1 2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Gregory Peck // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. http://www.aveleyman.com/FilmCredit.aspx?FilmID=11755&Extra=Y
  5. Michael Freedland.
  6. United States Census records for La Jolla, California 1910
  7. United States Census records for St. Louis, Missouri — 1860, 1870, 1880, 1900, 1910
  8. Days of Glory on IMDB
  • Michael Freedland: Gregory Peck. A Biography. 1980 New York
  • Fishgall Gary: Gregory Peck. A Biography. 2002 New York
  • Lynn Haney: Peck Gregory. Charmed A Life. 2004 New York