Эстәлеккә күсергә

Вьетнам һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вьетнам һуғышы
Төп конфликт: Икенсе Һиндҡытай һуғышы
Өҫтән һулға сәғәт теле буйлап: Тет һөжүм итеү ваҡытында АҠШ диңгеҙ пехотинсылары; Wahiawa операцияһы ваҡытында америка һалдаттарының вертолётҡа тейәлеүе, май 1966 йыл; Митхо янында вьетконг партизандырының төп лагерын яғыу, 1968 год; Сонгмила америка һалдаттары менән атылған тыныс йәшәүселәр, март 1968 йыл
Дата

1957[1]30 апрель 1975

Урыны

Көньяҡ-Көнсығыш Азия

Нәтижә

Төньяҡ Вьетнамдың хәрби һәм сәйәси еңеүе[2]
АҠШтың хәрби һәм сәйәси еңелеүе

Үҙгәрештәр

Вьетнамдың ҡушылыуы

Ҡаршы тороусылар

Вьетнам Республикаһы (Көньяҡ Вьетнам)
АҠШ
Көньяҡ Корея
Таиланд
Австралия
Яңы Зеландия
Кхмер Республикаһы
Лаос
При поддержке:
Филиппин
Испания[3]
Тайвань Тайвань (Ҡытай Республикаһы)

Вьетнам Демократик Республикаһы (Төньяҡ Вьетнам)
Көньяҡ Вьетнамды Азат итеү Милли Фронты (Вьетконг)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы
СССР
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы
Лаос
При поддержке:
Чехословакия Чехословакия[4][5]
Куба[6][7]
Ҡалып:Флаг НРБ Болгария[8]

Командирҙар

Нгуен Ван Тхиеу
Нго Динь Зьем
Нгуен Као Ки
Зыонг Ван Минь
Нгуен Нгок Лоан
Линдон Джонсон
Уильям Уэстморленд
Ричард Никсон
Крейтон Абрамс

Хо Ши Мин
Ле Зуан
Нгуен Чи Тхань
Во Нгуен Зяп
Ван Тьен Зунг
Чан Ван Ча
Тон Дык Тханг
Нгуен Ван Линь

Ҡаршы тороусы көстәр

~1,2 млн (1968)

~520 мең (1968)

Юғалтыуҙар

Көньяҡ Вьетнам
һәләк булғандар: 250 мең (баһа) йәки 440 357 (амер. иҫәбе)
яраланғандар: 1 млн.
1968—1973 йылдарҙа бирелгәндәр: 840 000
1975 йылда бирелгәндәр: 1 млн. 100 мең[9]
АҠШ
һәләк булғандар: 58000
яраланғандар: 303000
Көньяҡ Корея
һәләк булғандар: 5099
яраланғандар: 11232
пропало без вести: 4[10]
Австралия
һәләк булғандар: 500
яраланғандар: 2400
Таиланд
һәләк булғандар: 350
Яңы Зеландия
һәләк булғандар: 37
яраланғандар: 187

Төньяҡ Вьетнам һәм КВАМФ
һәләк булғандар: 1 млн. 100 мең йәки 444 мең(амер.иҫәбе)
яраланғандар: 600 тыс. Ҡытай
һәләк булғандар: 1 мең
СССР
һәләк булғандар: 16 кеше

 Вьетнам һуғышы Викимилектә

Вьетнам һуғышы (вьетн. Chiến tranh Việt Nam, ингл. Vietnam War) — XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң ҙур һуғыштарҙың береһе, ул Вьетнам, тағы ла АҠШ һәм СССР, тарихында һәм мәҙәниәтендә мөһим эҙ ҡалдырған.

Һуғыш Көньяҡ Вьетнамда граждандар һуғышы рәүешендә башланған. Артабан уға Вьетнам Демократик Республикаһы (Төньяҡ Вьетнам) йәлеп ителгән. Һуңыраҡ Көньяҡ Вьетнамға АҠШ һәм уның союздаштары — Көньяҡ-Көнсығыш Азия Килешеү Ойошмаһы хәрби блогы (СЕАТО), ә Төньяҡ Вьетнамға — СССР һәм ҠХР ярҙам иткәндәр. Ваҡиғалар үҫеше барышында был конфликт Лаоста һәм Камбоджала барған граждандар һуғыштары менән тығыҙ бәйләнә. 1950-се йылдарҙан алып 1975 йылға тиклем Көньяҡ-Көнсығыш Азияла барған бөтә һуғыш хәрәкәттәре Икенсе Һиндҡытай һуғышы исеме аҫтында билдәле.

Һуғышты бер нисә осорға бүлергә була:

  1. Көньяҡ Вьетнамда партизандар һуғышы (1957 — март 1965).
  2. АҠШтың тулы масштабтағы хәрби тығылыуы (март 1965—1973).
  3. Һуғыштың һуңғы этабы (1973—1975).

Вьетнам XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып Францияның колониаль империяһы составына инә. Беренсе донъя һуғышынан һуң, илдә милли үҙбилдәленешкә ынтылыш үҫә, Вьетнамдың бойондороҡһоҙлығы өсөн көрәшкән йәшерен түңәрәктәр барлыҡҡа килә, бер нисә ҡораллы ихтилалдар була. 1941 йылда Ҡытайҙың территорияһында Вьетнамдың бойондороҡһоҙлығы өсөн Лига (Вьетминь) — хәрби-сәйәси ойошма төҙөлә, уға француз колониаль администрацияһына ҡаршы булған бөтә көстәрҙә инә. Артабан был хәрәкәттә төп рольде коммунизм ҡараштары яҡлылар башҡарғандар, уларҙың етәксеһе Хо Ши Мин була.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында француз администрацияһы Япония менән килешәләр: уның буйынса Францияның колониаль административ аппараты һаҡлана, ә япондарға Вьетнамдың стратегик ресурстары менән ҡулланырға рөхсәт бирелә. Был килшешеү 1944 йылға тиклем үҙ көсөнә эйә була, шул йылды Япония ҡорал менән француз колонияларын тулыһынса баҫып ала. 1945 йылдың сентяберендә Япония капитуляциялана. Ваҡытлыса хөкүмәтһеҙ осорҙо файҙаланып, Во Нгуен Зяп башлығындағы ҡораллы көстәр ярҙамында Вьетминь Ханой һәм башҡа эре ҡалаларҙы баҫып алалар. 1945 йылдың 2 сентяберендә Хо Ши Мин бөтә вьетнам территорияһында бойондороҡһоҙ Вьетнам Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеүе тураһында иғлан итә.

Ләкин Франция үҙенең колонияһын юғалтыуын таныуҙан баш тартҡан. Ул Һиндҡытайға экспедицион корпус ебәрә, һәм уның ярҙамында Вьетнамдың көньяҡ өлөшөндә кире колониаль администрация контролен ҡайтарыуға өлгәшә. Һуңынан Вьетминь һәм Франция араһында һөйләшеүҙәр башлана, әммә уларҙы ике яҡта башлыса үҙенең хәрби көстө артабанда үҫтерер өсөн файҙаланғандар. Вьетнам Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеү механизмы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуға ирешеүгә ҡарамаҫтан, 1946 йылдың декаберендә Франция Вьетнамда колониаль һуғыш (Беренсе Һиндҡытай һуғышы) аса. Әммә партизандар хәрәкәтен француз армияһы еңә алмай. 1950 йылдан алып АҠШ француз ғәскәрҙәренә хәрби ярҙам күрһәтә башлағандар. Артабанғы дүрт йыл дауамында (1950—1954) АҠШтың хәрби ярҙамы 3 миллиард долларға еткән[1]. 1950 йылдан алып Вьетминьға Ҡытай Халыҡ Республикаһы ярҙам итә башлай. 1954 йылға ҡарай хәлдәр француз көстәренә ғәмәлдә өмөтһөҙ булған. Вьетнамға ҡаршы һуғыш Францияның үҙендә бик популярһыҙ булған. Был ваҡытҡа ҡарай һуғышҡа киткән сығымдарҙың 80 % АҠШ ҡаплап торған[1]. Дьенбьенф янындағы ҡаты алышта Франция ауыр еңелеү кисергәндән, 1954 йылдың июлендә Женевала уҙған конференцияла һигеҙ йыл буйы дауам иткән һуғыш бөтөүе тураһында килешеү төҙөлә.

Вьетнамды бүлеү һәм һуғыш башланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вьетнамды бүлеү

Женева килешеүҙәренә ярашлы, Вьетнамдың территорияһы ваҡытлыса 17-й параллель (демилитариязациялау зонаһы — ДМЗ) менән ике өлөшкә бүленгән. Төньяҡ Вьетнам территорияһы Вьетминь контроле аҫтына бирелә һәм Вьетнам Демократик Республикаһы составына инә. Көньяҡ Вьетнамда француздар менән билдәләнгән төбәк администрацияһы идаралыҡ иткән, сөнки килешеүҙәрҙән алда Франция Вьетнамдың бойондороҡһоҙлығын формаль танып өлгөрә һәм унда власта француздар яҡлы император Бао Дай була. 1956 йылдың уртаһына тиклем үткәрелергә тейеш булған дөйөм һайлауҙарынан һуң илдең ҡушылыуы планлаштырылған.

Был осорҙа вьетнам эштәрендә АҠШтың роле бик етеҙ үҫкән. Ҡытайҙа коммунистар еңгәндән һуң, Вьетнамдағы ваҡиғаларҙы АҠШ администрацияһы коммунистик экспанцияның бер өлөшө тип һанаған һәм шуға ла Францияға ҙур хәрби ярҙам күрһәткән. Женева килешеүҙәренән һуң, АҠШ үҙенең ставкаһын Көньяҡ Вьетнамдың премьер-министры Нго Динь Зьемға ҡуялар. 1955 йылдың 16 июлендә Нго Динь Зьем Женева килешеүҙәрен Көньяҡ Вьетнам үтәмәйәсәген, һәм тағы ла дөйөм һайлауҙар булмауын һәм бында антикоммунистик дәүләт урынлашыуын белдерә[11]. Шул уҡ йылдың октяберендә ул референдум үткәрә, унда Көньяҡ Вьетнамға монархия булып ҡалырғамы әллә республикаға әүерелгәме тигән һорау ҡуйылған. Зьем рефендум иғәнәләре буйынса монархияның бөтөүе тураһында һәм үҙен «Вьетнам Республикаһының» тәүге президенты тип иғлан итә.

АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэр Вашингтон аэропортында Нго Динь Зьемды ҡаршы ала. Май 1957 йыл

Нго Динь Зьем күп кенә мөһим дәүләт ҡарарҙарын бер үҙе ҡабул иткән. Дәүләт вазифаларына ул үҙенең туғандарын (мәҫәлән, уның ҡустыһы Нго Динь Ню — йәшерен полицияның башлығы) йәки уға тоғро булған кешеләрҙе ҡуйған. Зьемдың иң тупаҫ хаталарының береһе булып ауылдарҙың үҙидараларын бөтөрөүе була, сөнки был быуаттар буйы дауам ителгән вьетнам йолаларын боҙған. Бындай сәйәсәт төбәк халҡы араһында протест тыуҙырған, һәм Зьемдың хөкүмәте популярлығын юғалтҡан.

Һуғыштың тәүге осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең ҡушылыуы буйынса Женева килешеүҙәренең шарттары өҙөлгәс һәм башҡаса тыныс юлдар булмағанлыҡтан, тик 1959 йылдың башында ғына төньяҡ коммунистар Зьемға ҡаршы булған көстәргә ярҙам итеүҙе һайлайҙар. Һәм йылдың уртаһынан алып көньяҡҡа «хәрби кәңәшселәрҙе» ебәрә башлайҙар, улар башлыса ошо яҡта тыуып теләһә ниндәй сәбәп менән төньяҡ өлөшөнә барып эләккәндәр булған. Тәүге осорҙа кешеләрҙе һәм ҡоралды ДМЗ һыҙығыы аша үткәргәндәр, ләкин аҙағыраҡ Лаоста коммунистарҙың хәрби уныштарынан һуң транзит уның территорияһа аша башҡарылған. Шулай итеп «Хо Ши Мин һуҡмағы» барлыҡҡа килгән, ул ДМЗ һыҙығын уратып Лаос һәм аҙыраҡ Камбоджа территорияһы аша Көньяҡҡа Вьетнамға йүнәлгән.

1960 йылдың декаберендә Зьемға ҡаршы булған бөтә төркөмдәр Көньяҡ Вьетнамды Азат итеү Милли Фронтына (КВАМФ) берләшәләр, ул Көнбайыш дәүләттәрҙә Вьетконг исеме аҫтында билдәле булған. Төньяҡ Вьетнам ярҙамында партизандар бик уңышлы һөжүм иткәндәр, һәм АҠШ үҙенең хәрби ярҙамын үҫтерергә мәжбүр була. 1961 йылдың декаберендә АҠШ үҙенең тәүге хәрби көстәренең частарын — ике вертолёт ротаһын ебәрә. Туҡтауһыҙ хәрби кәңәшселәр күбәйтелә. Был осорҙа Көньяҡ Вьетнамдағы һуғыш әле йәмғиәт иғтибарын йәлеп итмәй ҡала, әммә америка президенты Джон Кеннеди администрацияһы Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы «коммунистар агрессияһы» менән көрәшендә бөтә ҡыйыулығын һәм АҠШтың үҙенең создаштарына ярҙам итергә әҙер булыуын совет етәксеһе Никита Хрущёвҡа күрһәтергә тырышҡан. Ҙурайып барған конфликт Һыуыҡ һуғыштың «эҫе нөктәләренең» береһе булып киткән.

1963 йылдың ғинуарында Апбак янындағы алышта партизандар тәүге тапҡыр хөкүмәт көстәрен еңергә өлгшәләр. Буддист кризисынан һуң Зьем режимының урыны тағы ла тотороҡһоҙораҡ булған. Вьетнам халҡының төп өлөшө буддистар, ә Нго Динь Зьем һәм уның янындағы кешеләр — христиан-католиктар булғандар. Күп кенә ҡалала буддист болалары уҙған, бер нисә монах үҙ-үҙҙәрен яҡҡандар, былар бөтәһе лә Европала һәм АҠШта ҙур резонанс тыуҙыра. Америка вәкилдәре дәүләт түңкәрелеше әҙерләгән Көньяҡ Вьетнам генералдары менән бәйләнешкә инәләр. 1963 йылдың 1 нояберендә Зьем үҙенең власын юғалта һәм иртәһенә ҡустыһы менән үлтерелгән.

Зьемды алыштырған хәрби хунта сәйәси тотороҡһоҙ була. Артабанғы йыл ярым буйы Көньяҡ Вьетнамдың баш ҡалаһы Сайгонда[12] бер нисә ай һайын сираттағы түңкәрелеш булып торған. Көньяҡ Вьетнамдың армияһы сәйәси көрәшкә йәлеп ителә, был Көньяҡ Вьетнамды Азат итеү Милли Фронтының партизандарына яңы территорияларҙы баҫып алырға мөмкинлек тыуҙыра.

Төньяҡ Вьетнам катеры «Мэддокса» утынан ҡаса. 2 август 1964 йыл
Диңгеҙ пехотаһының 9-сы полктың 3-сө батальоны Дананг районында ярға сығыуы. 8 март 1965 йыл

Көньяҡ Вьетнамда АҠШтың ғәскәрҙәрен рәсми индерер алдынан уларҙың һаны[13]:

  • 1959 йыл — 760
  • 1960 йыл — 900
  • 1961 йыл — 3205
  • 1962 йыл — 11300
  • 1963 йыл — 16300
  • 1964 йыл — 23300

Көньяҡ Вьетнамға һуғыштың беренсе этабында Төньяҡ Вьетнамдан күсерелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һаны[14]:

  • 1959 йыл — 569
  • 1960 йыл — 876
  • 1961 йыл — 3400
  • 1962 йыл — 4601
  • 1963 йыл — 6997
  • 1964 йыл — 7970

АҠШтың тулы масштаблы һуғышҡа әҙерләнеүе (1964—1965)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 The Vietnam War
  2. «The Republic of Vietnam, whose forces had been soundly defeated in 55 days, ceased to be a sovereign nation and the two Vietnams were reunited under Communist control.» James Willbanks. Vietnam War Almanac (Facts On File). Infobase Publishing, 2009, p. viii.
  3. Larsen, Stanley R. and Collins, James L. Jr. Vietnam Studies: Allied Participation in Vietnam. Washington, DC: Department of the Army, 1985. p. 167. Spain sent a medical team to Co Gong Province in 1965.
  4. http://www.svet.czsk.net/clanky/svet/koreapokusy.html czech
  5. http://www.e-polis.cz/mezinarodni-vztahy/322-bilateralni-vztahy-ceske-republiky-a-vietnamske-socialisticke-republiky.html czech
  6. The Cuban Military Under Castro, 1989. Page 76
  7. Cuba in the World, 1979. Page 66
  8. Foreign Affairs in the 1960s and 1970s. Library of Congress (1992). — «Throughout the 1960s and 1970s, Bulgaria gave official military support to many national liberation causes, most notably in the Democratic Republic of Vietnam, (North Vietnam)...» Архивировано 9 ноябрь 2012 года.
  9. Wiesner, Louis, Victims and Survivors: Displaced Persons and Other War Victims in Viet-Nam, 1954-1975 (Greenwood Press, 1988), стр. 318—319.
  10. KOREA military army official statistics, AUG 28, 2005 2011 йыл 22 июль архивланған.
  11. Chapman, Jessica (September 2006). «Staging Democracy: South Vietnam's 1955 Referendum to Depose Bao Dai». Diplomatic History 30 (4): 671–703. DOI:10.1111/j.1467-7709.2006.00573.x.
  12. Хәҙерге Хошимин ҡалаһы.
  13. Vietnam War Allied Troop Levels 1960-73
  14. William Turley. The Second Indochina War. Rowman & Littlefield Publishers, Inc., 2009. Appendix A. Annual Troop Movement from North to South