5 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
5 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 95-се (кәбисә йылында 96-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 270 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Корея Республикаһы: Ағас ултыртыу көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1896: Афинала хәҙерге Олимпия уйындарының беренсеһе асыла, ул 6—15 апрелдә уҙа.
- 1977: Тольятти автозаводы тәүге ВАЗ-2121 «Нива» автомобилен эшләп сығара.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фишер Римма Лазаревна (1900—4.04.1968), педагог, йырсы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының вокал буйынса педагогы, бер үк ваҡытта 1946—1961 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән Полтава ҡалаһынан.
- Ильин Сергей Спиридонович (1925—5.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Ҡушаева Таңһылыу (Динә) Хафиз ҡыҙы (1925—17.08.1996), СССР-ҙың балет артисы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1956). Дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев менән ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре Рабиға Ҡушаева ғаиләһендә Ленинградта тыуған.
- Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы (1950—6.08.2006), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университетының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире, 2002—2006 йылдарҙа Мәскәү асыҡ педагогия университетының Өфө филиалы Социаль технологиялар институтының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире һәм институт директоры. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Искәндәр Ғафаров (1990), музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салтыкова Федосия Петровна (1927—1.03.2007), Башҡортостандың Күгәрсен районы сусҡа ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942), ғалим-гидрогеолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһы ағзаһы (академик) (2000) һәм Экология, кеше һәм тәбиғәт именлеге фәндәренең халыҡ-ара академияһы мөхбир ағзаһы (академик).
- Әхмәтшин Альберт Әмир улы (1957), «Газпром межрегионгаз Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһы нәфть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Сөләймәнов Марат Ноғман улы (1957—6.01.1996), философ, социолог, философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вилданов Тимербулат Миңлехан улы (1928—28.01.2005), нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе (1972).
- Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы (1933—12.05.2009), йырсы, 1963—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Аҡкүҙ ауылынан.
- Фәтҡуллина Фәрзәнә Дәминдәр ҡыҙы (1948), Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Домашников Борис Фёдорович (1924—20.06.2003), СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1820: Феликс Надар, Франция фотографы, фотожурналистикаға нигеҙ һалыусы, донъяла беренсе булып аэрофотосъёмка яһаусы.
- 1840: Газарос Агаян, Әрмәнстан яҙыусыһы, педагог.
- 1845: Пётр Дурново, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1905—1906 йылдарҙа эске эштәр министры.
- 1875: Мистангет, Франция йырсыһы, актриса һәм клоун-конферансье.
- 1900: Спенсер Трейси, АҠШ актёры, иң яҡшы роль өсөн рәттән ике тапҡыр «Оскар» кинопремияһы алыусы.
- 1900: Софья Магарилл, СССР-ҙың театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- 1920: Артур Хейли, АҠШ яҙыусыһы.
- 1920: Лидия Жуковская, СССР-ҙың ғалим-филологы, боронғо рус телен өйрәнеүсе.
- 1920: Лев Любецкий (1920), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1950: Агнета Фельтског, йырсы, Швецияның «ABBA» төркөмө вокалисткаһы.
- 1955: Александр Ситковецкий, СССР һәм Рәсәй музыканты, «Автограф» төркөмөн ойоштороусы.
- 1955: Елена Елесина, СССР һәм Рәсәй спортсыһы, бейеклеккә һикереү буйынса 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1962: Кирсан Илюмжинов, Ҡалмыҡ Республикаһының беренсе президенты (1993—2005) һәм беренсе башлығы (2005—2010), Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (1995 йылдан).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1975: Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (1903—1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]