Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы
Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 апрель 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡандры, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эшмәкәрлек төрө | иҡтисад |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы (5 апрель 1953 йыл) — иҡтисадсы, Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы 1953 йылдың 5 апрелендә Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Туймазы районында тыуған. 1975 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тик бишле билдәләренә генә тамамлай. 1978—1981 йылдарҙа Ленинград ауыл хужалығы институтында маҡсатлы аспирантурала уҡый, 1981 йылда Ленинград финанс-иҡтисад институтында «Статистика» һөнәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 1978 йылға тиклем һәм 1981 йылдан алып Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй: 1995 йылдан иҡтисад киберниткаһы кафедраһы мөдире, 1998 йылдан өлкән ҡилми хеҙмәткәр. заведующий кафедрой экономической кибернетики, 2000 йылдан ауыл хужалығының иҡтисад кафедраһы мөдире, 2002—10 йылдарҙа — иҡтисадта мәғлүмәт системалары һәм статистикаһы кафедраһы мөдире. Профессор Н. Т. Рафиҡова тарафынан заманса уҡыу әсбаптары эшләнгән һәм уҡыу процессына индерелгән. «Статистика нигезҙәре» уҡыу әсбабы 2007 йылда «Иҡтисад» номинацияһында иң яҡшы фәнни китап булараҡ илебеҙ мәғарифен үҫтереү фонды үткәргән конкурс лауреаты булды. Ул ил вуздарында уҡыу процессында әүҙем ҡулланыла һәм Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә киң фәнни йәмәғәтселек өсөн яңынан нәшер итеү өсөн тәҡдим ителә[2].
Рафикова Н. Т. «Себестоимость сельскохозяйственной продукции: факторы и методология анализа» темаһына докторлыҡ диссертацияһын 2000 йылда Санкт-Петербург иҡтисад һәм финанс университетында яҡлай[2]. Фәнни эшмәкәрлеге етештереү сығымдарын иҡтисади-статистик тикшеренеүҙәр методологияһын камиллаштырыуға һәм Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексын үҫтереү эффектлылығына, статистикаға арналған. Рафиҡова тарафынан етештереү кимәлен арттырыуға һәм ауыл хужалығы аҙы-түлегенең үҙҡиммәтен кәметеүгә тәҡдимдәр эшләнгән. 250-нән ашыу ғилми хеҙмәттәр автор[3] Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы ҙур фәнни-ойоштырыу һәм ижтимағи эш алып бара. Ырымбур дәүләт ауыл хужалығы университеты ҡарамағындағы докторлыҡ диссертацияларын яҡлау бйынса төбәк-ара диссертация советы ағзаһы, шулай уҡ РФА Өфө фәнни үҙәге төбәк диссертация Советының «АПК һәм ауыл хужалығы» секциһы ағзаһы[2]. Рафиҡова Н. Т. студент йылдарынан алып фәнни эш менән шөғөлләнә һәм 1972—1973 йылдарҙа студенттарҙың Бөтә Союз конкурсында иң яҡшы фәнни эше өсөн ССО СССР һәм ВЛКСМ ҮК Дипломы, 1974 йылда студенттарҙың Беренсе Иҙел буйы зона олимпиадаһында беренсе урын алғаны өсөн РСФСР Юғары министрлығының һәм СССР-ҙың беренсе дәрәжә Дипломы менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы (2006 йыл) — уҡыу процессын үҫтереү һәм камилләштырыу буйынса күп йыллык һөҙөмтәле хеҙмәте, фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлеге һәм юғары квалификациялы белгстәр әҙерләү эшенә ҙур өлөш индереүе өсөн.
- «2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[2] (2008 йыл).
- БР дәүләт статистикаһы органдарыменәнн әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне өсөн БР буйынса федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органының Почет грамотһы[2] (2008 йыл).
- Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Н. Т. Рафиковаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме бирелә[2] (2011 йыл).
- «Фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы» маҡтаулы исеме[2].
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Основы статистики (учебное пособие с грифом УМО), Уфа, 1995 г. — 186 с.
2. Статистика (учебное пособие с грифом МСХ РФ), Уфа, Издательство БГАУ, 2005 г. — 276 с.
3. Основы статистики (учебное пособие с грифом МСХ РФ), М.: — Финансы и статистика, 2005 г., переиздано в 2007 г. — 352 с.
4. Статистика финансов (учебное пособие с грифом УМО), Уфа, 2000 г., переиздано в 2011 г. — 156 с.
Монографиялары:
1. Рафикова Н. Т. Себестоимость сельскохозяйственной продукции: факторы и методология анализа.- М.: — Финансы и статистика, 1999 г. — 302 с.
1. Рафикова Н. Т. Методика экономико-статистического анализа влияния специализации, концентрации производства и форм хозяйствования на себестоимость продукции сельского хозяйства, Уфа, 1999 г. — 49 с.
2. Рафикова Н. Т. Статистика производства и реализации зерна: рекомендации. Уфа, Изд-во БГАУ, 2008 г. — 48 с.
3. Рафикова Н. Т. Статистическое исследование эффективности производства и реализации молока в сельскохозяйственных предприятиях, Уфа, Изд. Башкирского ГАУ, 2005 г. — 132 с. (в соавт).
4. Рафикова Н. Т. Статистическое исследование экономической эффективности сельского хозяйства, Уфа, РИЦ БашГУ, 2008 г. — 139 с. (в соавт)
5. Рафикова Н. Т. Статистическое исследование доходов населения и их дифференциации, Уфа, Здравоохранение Башкортостана,2008 г. — 128 с. (в соавт)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Себестоимость сельскохозяйственной продукции: факторы и методология анализа.. — М.,, 1999.
- Статистическое исследование доходов населения и их дифференциации в Республике Башкортостан. — Уфа, 2008.
- Статистическое исследование экономической эффективности сельского хозяйства. — Уфа, 2008.