Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырғыҙ- Кәмәлек башҡорттары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 10 000 самаһы
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт теленең көньяҡ диалекты, дим һәм ыҡ – һаҡмар һөйләштәре

Дин

Мосолман сөнниҙәр

Халыҡ

башҡорттар

Ырғыҙ- Кәмәлек башҡорттары — Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары бассейнында йәшәүсе көньяҡ — көнсығыш башҡорт ырыуҙары төркөмө.

Ырыуҙар:

  • Бишул (ырыу аралары): иҫкеляр, ишәй, ҡатай, ҡыпсак, монаш, мораҙым, моратҡол, моратша, сирвай, сәҙе, табын, төркмән, туйбай, әбузәр, яңылар.
  • Сәҙе (ырыу аралары): апанды, бишей, бөрйән, түңгәүер, йыуан ҡуныс, ҡалтырсаҡ, ҡаратун-ҡыпсаҡ, ҡатай, ҡороюл айыу, ҡыпсаҡ, кәзә, мышы, суҡсыр, сәҙе, табын, травой, хангилде, һуун ҡыпсаҡ, ярат.

ДНК — тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеү үткән ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының күп өлөшө R1a, N1 гаплогруппаларына ҡарай.

Һамар һәм Һарытау губерналары башҡорт ауылдарының тарихы һәм ырыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һамар губернаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтәкәй (Бөрйән) ауылына XVIII быуаттың 80 -се йылдарында Үтәкәй исемле уҙаман нигеҙ һалған. Этник яҡтан был ауыл бөрйән һәм бик әҙ өлөшө тамъян ырыуҙарына ҡарай. Ырыу аралары (тоҡом): сируса, дауыт, таҙлар, татарҙар (ике ғаилә). Үтәкәй ауылы хәҙерге Баймаҡ районы Төркмән ауылы менән ырыуҙаш булған. Үҙ ваҡытында төркмәндәр Үтәкәй бөрйәндәренә ерҙе файҙалланыу хоҡуғына ғына эйә итеүҙәренә ҡаршы сығып, үтәкәйҙәрҙең хосуси милеккә дәғүә итә алыуҙарын иҫбатлайҙар.

1834 йылда халыҡ иҫәбен алған саҡта Диңгеҙбай ауылы иҫәпкә алынған. Был ауыл Оло Ырғыҙ буйында урынлашҡан. Ауылға нигеҙ һалыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ата-бабаһы Дингеҙбай Юлымбетов. Ауылдың күп өлөшө үҫәргән ырыуынан (бишәй, сураш түбәләре), ҡалғандары — ҡыпсаҡтар (айһай, мышы түбәләре), шулай уҡ бөрйән, түңгәүерҙәр.

Зәлифәгә
Ырғыҙ буйы — алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Алыҫтарҙан дала моңо
Алды быуып алҡымдан.

Ырғыҙ буйы — алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Әйтерһең дә, балсыҡ өйҙәр
Ялатылған ялҡындан.

Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай
Алыҫтарға алҡынған,
Ҡанса быуат бөркөттәре
Дала иңләп талпынған!..

Рәми Ғарипов
Мәскәү, 1966

Имәләй (Ҡыпсаҡ) ауылына Имәләй Акиров XVIII быуаттың 80 -се йылдар аҙағында нигеҙ һалған. Ауылда йәшәүсе халыҡ башлыса 6 -сы башҡорт кантоны Ҡарағай — Ҡыпсаҡ улусынан сыҡҡан. Әбйәлил районы Ишбулды ауылы халҡы имәләйҙәрҙе үҙҙәренең туғандары тип танып, 1842 йылда үҙҙәренең ауылына аҫаба хоҡуҡтары менән ҡабул итергә риза булған. Был ике ауылдың тамғалары ла бер иш +.

Кинйәғол ауылы башҡаларҙан айырмалы Хвалынский өйәҙенә ҡараған (Һарытау губернаһы). Нигеҙ һалыусы - Кинйәғол Акиров. Архив сығанаҡтарҙа XVIII быуаттың 70 -се йылдарынан билдәле. Этник яҡтан ярайһы ғына ҡатмарлы: бөрйән ырыу аралары, табын (бишул), ҡыпсаҡ, түңгәүерҙәр.

Хәсән ауылын икенсе исем менән дә йөрөткәндәр — Бигилде. Ауылға нигеҙ һалыусы — Хәсән Ҡыуатов. Барыһы ла Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусынан. 1842 йылда Ҡара — ҡыпсаҡ улусына (9 кантон), шулай уҡ ҡайһы бер ғаиләләр Кейекбай ауылына (хәҙерге Бөрйән районы) ҡайтырға ниәт иткәндәр. Хәсән ауылының ырыу составы: бөрйән (монаш), ҡыпсаҡ (ҡары, һуун, ҡарағай), Үҫәргән (айыу).

Таллы йылғаһы буйындағы ауылға нигеҙ һалыусы исемен йөрөткән Ҡасҡын (икенсе исеме Таллы) ауылынан 59 кешенән торған 6 ғаилә шул уҡ 1842 йылда Әхмәр ауылына (хәҙерге Баймаҡ районы) ҡайтырға теләк белдергән. Бөрйәндәрҙән башҡа был ауылда ҡыпсаҡ, табын, түңгәүер ырыуы вәкилдәре йәшәгән.

Моратша ауылына 1797 йылда Моратша Акиров нигеҙ һалған. Был ауыл халҡы бөрйән (монаш), табын (бишул), ҡыпсаҡ, түңгәүер ырыуҙары вәкилдәренән торған.

Ташбулат ауылы 1806 йылда Бөрйән улусы Ишмөхәммәт ауылынан (хәҙерге Баймаҡ районы) 1784 йыл төйәкләнгән Ташбулат һәм Ишмөхәммәт Бикназаровтарҙың хуторы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Был ауылдың янында 1815 йылда Күстән ауылына нигеҙ һалына. Күстән ауылы халҡы үҫәргән ырыуынан булған. Һуңынан был ике ауыл Ташбулат исеме аҫтында ҡушылған . Ташкүстән тип тә әйтәләр. Ауыл халҡы араһында тағы ла табын, ҡыпсаҡ ырыуҙар вәкилдәре булыуы билдәле.

Һамар губернаһында 1827 йылдан алып бер нисә башҡорт ауылы барлыҡҡа килә. Был ауылдар: Байрамғол, Йәлмәмәбәт, Шәфей, Ғайса, Күсәкбай, ике ҡышлау. Был ауылдарға нигеҙ һалыусылар хәҙерге Баймаҡ районы Буранбай, Ишмөхәмәт, Фәйзулла, Ярат, Хәсән, Мәмбәт, Таулыҡай, Сыңғыҙ ауылдары башҡорттары булған. Һәр төрлө сәбәптәр арҡылы ошо ете ауыл халҡы тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр була, ҡайһы берҙәре ырғыҙ — кәмәлек башҡорттарының ауылдарына күсенә.

Һарытау губернаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күҙәбай ауылы Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусынан (7-се кантон) сығыусылар тарафынан төҙөлгән, XIX быуаттың 20 -се йылдарынан ошо өйәҙҙең үҙәге булып китә. Байғондо ауылына 1811 йылда Ҡарағай — ҡыпсаҡ улусынан күсеп килеүселәр, Күсембәт, Ишембай ауылдарына 1815 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Табын улусынан сығыусылар нигеҙ һалған.

Ҡунаҡбай ауылы XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Уның нигеҙ һалыусылары Үрге Урал өйәҙе Ырымбур губернаһы Ҡунаҡбай ауылы башҡорттары.

Бәғәнәш (Бобровый Гай) ауылына нигеҙ һалыусылар Стәрлетамаҡ өйәҙе 7 кантонының Бәғәнәш — Әбүкән ауыл кешеләре — мең ырыуы.

Мәҡсүт ауылы тәүге тапҡыр 1797 йылда телгә алына. Нигеҙ һалыусылары Табын улусына ҡараған. Шул уҡ ваҡытта ошо ауылда һаҡланған башҡорт шәжәрәһе — бөрйән ырыуы шәжәрәһе икәне билдәләнгән. Әптекәй, Байыш, Баймырҙа, Буранбай, Бәхтегәрәй, Кәрешкә, Кинйәбулат, Мәмбәт, Йомаш, Ярат, Йәрмөхәмәт ауылдары башҡорттары — бөрйән ырыуы ямаш араһы. Һәҙиә Дәүләтшина ошо ырыу вәкиле, тип иҫбат ителә.

Был регионда йәшәүсе башҡорттарҙың ырыу -тоҡом структураһын өйрәнеү XVIII быуат аҙағында -XIX быуат башында башҡорт ауылдарында төрлө ырыу -тоҡом төркөмдәре йәшәүен раҫлай: бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргән, юрматы, ҡатай, мең, түңгәүер, тамьян. Волга аръяғы дала башҡорттары сығышы менән генә түгел, этнонимдары менән дә айырыла. Был этнонимдар исламға тиклемге ышаныуҙар менән бәйле: айыу, кәзә, мышы һәм башҡалар, икенсе яҡтан башҡа халыҡтар менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙан барлыҡҡа килгән аралар ҡалмаҡ, нуғай һәм башҡалар башҡорт шәжәрәләренең дә тикшеренеүҙәрҙе иҫбатлауы мөһим.

Күренеп тороуынса, Волга буйы аръяғы башҡорттары (Степное Заволжье) быуаттар дауамында үҙҙәренең Урал аръяғындағы туғандары, ырыуҙаштары менән йылы мөнәсәбәттә булған, ҡәрҙәшлек ептәрен өҙмәгән, бер-береһенең хәле хаҡында хәбәрҙар булып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған.

Ырғыҙ -кәмәлек башҡорттары — ерле халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волга аръяғы дала территорияһы тарихи Башҡортостандың көнсығыш сиге булып тора. Ата-бабаларынан айырылыу бында йәшәгән башҡорттарҙың этник йөҙөн үҙгәртмәгән. Был төркөмдө тарихи әҙәбиәттә ырғыҙ-кәмәлек (Волга буйы, көньяҡ-көнсығыш) башҡорттары тип йөрөтәләр. Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттары төркөмө бик ҡатмарлы тарихи юл үткән халыҡ. Үҙ тарихында күп мәртәбә күсенергә мәжбүр булған, быуаттар аша үҙ еренә тоғро ҡалып, әлеге көндә лә ерле халыҡ булып, үҙ йөҙөн юғалтмай йәшәп ятҡан төркөм.

Башҡорт этносы бик ҙур территорияны — Тубыл йылғаһынан Волга йылғаһына тиклем — биләгән.

Һарытау һәм Һамар башҡорттарының туғанлыҡ ептәре, ырыуҙары, ата-бабалары Башҡортостандың көньяҡ — көнсығышына тоташа. Башҡорт халҡының иң ҡеүәтле, күп һанлы һәм көслө ырыуҙарының береһе һаналған бөрйәндәр Ағиҙел үрге ағымынан башлап, Яйыҡ, Оло Эйек, Кесе Эйек, Юшатыр, Дим, Туҡ, Оло Уран, Кесе Уран йылғалары буйында ғүмер иткән, Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрәлек йылғаларына тиклем барып еткән.

Боронғо бөрйәндәрҙең эҙҙәре Үҙәк Азияла, Урта Азияла, Иранда табыла. 1930 йылда баҫылып сыҡҡан С. Мирасовтың китабында яҙылғансы, бөрйәндәрҙең ырыуына нигеҙ һалыусы Бөрйән бей булған. Уңын ейәндәрен Урал бей һәм Аралбай тип атағандар. Бөрйән ҡәбиләләренең иң боронғолары Монаш һәм Яғылбай. Профессор Р.Кузеев бөрйәндәрҙең 490 тамғаһы бар, тип билдәләй. Бөрйәндәр бик йыш күсенеп йөрөгән. VII—IX бөрйәндәр (бурджандар) Арал һәм Каспий төньяғынан Төньяҡ Кавказ, Ҡара диңгеҙ далаларына күсенгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың байтағы Волганың түбәнге ағымындағы далаларында ла йәшәгән. Буржандарҙың тарихы болғарҙар менән бәйле булыуы билдәле.

VII быуаттың аҙаҡҡы сирегендә булғарҙар янында Түбәнге Волганан көньяҡ һәм көнсығыш территорияларҙа көн күреүсе ҡурҡыу белмәҫ, һуғышсан халыҡ тураһында мәғлүмәт бар (Моисей Хоренскийҙың «Әрмән географияһы», «Худуд Ал — Алем»). Был халыҡ башҡорттар булырға тейеш, тигән фараз бар.

Ырғыҙ -Кәмәлек башҡорттары хаҡында беренсе яҙма мәғлүмәте 921—922 йылдарҙа Багдад хәлифәтенән Болғар иленә сәйәхәт ҡылған Ибн Фаҙлан сәйәхәтнамәһендә теркәлгән. Ошо яҙманы 1923 йылда тапҡан, тикшергән Әхмәтзәки Вәлиди Туған да Ибн Фаҙландың илселеге Һамар башҡорттарында туҡтаған тигән фекерҙә була.

Башҡорттарға Һамар далалары борондан билгеле булыуы тураһында күп һанлы географик атамалар һөйләй.

Архив документтар башҡорттарҙың суд тикшереүҙәр мәлендә уларҙа булған хоҡуҡ грамоталары копияларына таянғанын раҫлай:

По грамотам великих государей [Василий Иванович и Иван III Васильевич] 961 (1554) года октября 2-го числа всемилостивейше пожалованы предкам нашим в вечное и потомственное владение земли в урочищах по речкам Большому и Малому Узеню, Трем Чижам, Дюре, Ильменю и Алтате и Сакрыльском озере, с принадлежащими к оным угодьями, каковыми принадлежностями, как предки наши также, а мы и с давних лет во всякое время до 1806 г., по случаю отдаленности от прежнего жительства нашего, пользовались бесспорно: как то кочевьем для продовольствия скота своего, рыбными ловлями и звериными гонами" ["Прошение башкир по спорному делу с уральскими казаками". НА СОМК. Ф.10. Оп.1. Д. 168. Л.З].

Был грамоталар ошо ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттарға урыҫ батшалары тарафынан бүләк ителгән.

XVI быуаттың уртаһында — XVII беренсе яртыһында Һамар һәм Кинель йылғаларынан төньяҡҡа башҡорттарҙың йәйләүҙәре, һунарсылыҡ биләмәләре барлығын урыҫ крайҙы өйрәнеүселәре раҫлай. Тарихсы В. Витевский башҡорттарҙың Оло Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек йылғалары буйҙарын үҙ итеү сәбәптәрен уларҙың иркенлек һәм иреклек яратыуынан килә, тип яҙа:

…Тут были и реки, и озера, и отличные луга с сочной травой и солончаками для скота — словом, здесь было все, чем особенно дорожит кочевник. С другой стороны, этот край привлек к себе башкирцев и потому, что он был значительно удален от центра русской власти и через то давал башкирцам возможность жить по — своему, свободно, чем они особенно дорожили.

XVII быуаттан алып сит ил сәйәхәтселәре, һуңыраҡ Петр I батшалыҡ иткән саҡта ойошторолған экспедициялар тарафынан төрлө географик карталар төҙөлә. Ошо карталарҙа (1752, 1755, 1880) Һамар, Ырғыҙ, Кәрәлек йылғалары буйында йәшәгән башҡорттар теркәлә. 1768 йылдан урыҫ ғалимдары, этнографтары Петр Паллас, Иван Лепехин, Самюэль Глемин, Иоганн Георги, Иоганн Фальк төрлө күләмдә һәм кимәлдә Волга бассейнында йәшәгән башҡорттар тураһында мәғлүмәт ҡалдырғандар.

Һамар башҡорттары 1850 йылға тиклем Һарытау губернаһына ҡараған, Һамар губернаһы һуңынан барлыҡҡа килә. Элегерәк, 1744 йылға тиклем, уларҙың йәшәү территорияһы Ырымбур, 1780 йылдан Һарытау губернаһына инә. 1798 йылда Волга буйында йәшәгән бөтә башҡорттар ҙа 9-сы башҡорт кантонына индерелә. Был кантон Башҡорт-мишәр ғәсҡәренең 3 хәрби йортонан ғибәрәт була. Волга буйы башҡорттарының төп йөкләмәһе Урал йылғаһы буйы сиктәрен һаҡлау булған, шуның өсөн Һамар һәм Һарытау башҡорттарын 1832 йылда Урал казак ғәсҡәренә тәғәйенләгәндәр.

1832 йылғы Ер законына ярашлы Волга буйы башҡорттарына ла, башҡа губерналар аҫаба башҡорттары менән бер рәттән, һәр ир башына 40 дисәтинә ер бүленеүе (2996 йән башына 119 840 дисәтинә) был территорияларҙа йәшәгән башҡорттарҙы аҫаба халыҡ, тип таныуҙарына ныҡлы дәлил. Бынан тыш халыҡтың алдағы үҫешен ҡайғыртып, 40 мең дисәтинә ер бирелгән. Шул уҡ ваҡытта хәрби припущенниктар — 30, башҡа граждандар — 15 дисәтинә алған.

Ырғыҙ — кәмәлек башҡорттары хәҙерге ваҡытта йәшәгән ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарытауҙың тупрағына
Береккән кендегегеҙ.
Уралыбыҙҙан бүленеп,
Хаҡ яҙмышҡа күндегеҙ.

Тамырҙарығыҙ – Уралда,
Асыл Башҡортостанда.
Шәжәрәгеҙ – һәр ырыуҙа,
Туғанлыҡ – телдә, ҡанда
..........
Янһын рухың уттары.
Тарҡалмағыҙ, аҙашмағыҙ,
Һарытау башҡорттары,
Һарытау башҡорттары!

Һамар башҡорттары (ырғыҙ башҡорттары) Ырғыҙ йылғаһы буйы ауылдары Үтәкәй (Бөрйән), Дингеҙбай, Имәләй (Ҡыпсаҡ), Кинйәғол (Бишул), Хәсән; Таловая Кочкиновка йылғаһы буйы ауылы — Таллы (Ҡасҡын); Кәрәлек йылғаһы буйы ауылдары Моратша, Ташбулатта (Таш-күстән) йәшәй[1].. Хәҙерге ваҡытта был ауылдар Большечерниговский һәм Большеглушицкий райондарына инә (элекке Һамар губернаһы Имәләй улусы).

Борондан билдәле булған биш ауылды иҫкеләр, һуңыраҡ барлыҡҡа килгән Хәсән, Дингеҙбай, Ташбулат ауылдарын яңылар, тип йөрөтәләр. Иҫке ауылдар барыһы ла тиерлек ике исемле, был исемдәр ауылдың ырыуын да күрһәтә. Һәр ауылдың үҙенең тарихы, ҡошо, ағасы, тамғаһы, ораны бар. Һарытау территорияһында башҡорттар йәшәгән урындар XVIII быуаттан уҡ билдәле. Башҡорттарҙың ауылдары Кәмәлек йылғаҺы буйында урынлашҡанға күрә, бында йәшәгән башҡорттарҙы Кәмәлек башҡорттары тиҙәр. Был ауылдар һуңынан Һамар губернаһының Күҙәбай улусына күсерелә. Хәҙерге көндә улар башлыса Перелюб (Байғондо, Күҙәбай, Ҡунаҡбай һәм Пугачев (Бәғәләш (Бобровый Гай), Мәҡсүт) райондарында йәшәйҙәр.

Ырғыҙ — Кәмәлек башҡорттарының иҫәбе:

Халыҡ иҫәбен алыу йылдары 1959 1979 1989 2002 2010
Һамар башҡорттары 3380 6320 7495 7885 7290
Һарытау башҡорттары 1918 3297 4087 3988 3489

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең шәжәрәһе:

«

Рәшит 

— Ниғмәтулла 

- Үркенбай 
- Дингеҙбай 
- Юлымбәт 
- Үтәгән 
- Бикйән 
- Ҡотлогилде 
- Тиләкәй 
-Бикбау
»

Моратша һәм Ташбулат ауылдары бөйөк яҙыусы Л. Н. Толстой исеме менән тығыҙ бәйле. Ул 1862, 1883 йылдарҙа Кәрәлек йылғаһы буйына ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн килә. Ҡунаҡсыл һәм ғәҙел башҡорттар менән бик дуҫлашып китә, башҡорттарҙың ғөрөф — ғәҙәттәрен, тормошон өйрәнә, ҙур теләк менән йыр — риүәйәттәрен тыңлай. Башҡорттар менән аралышыу Лев Толстойҙың «Много ли человеку нужно земли» (1885), «Ильяс» (1886 г.) хикәйәләрендә сағылыш таба.

« Край здесь прекрасный, по своему возрасту только что выходящий из девственности, по богатству, здоровью и в особенности по простоте и не испорченности народа. Здесь очень хорошо и значительно все... Читаю Геродота, который в подробностях описывает тех самых галактофагов-скифов, среди которых я живу" (Л. Н. Толстойҙың хатынан өҙөк) »

Һамар еренең данлыҡлы башҡорт милләтле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Билдәһеҙ башҡорт ҡатыны — Кенәле районы Кесе Малышевка ауылында уға арнап һәйкәл ҡуйылған.
  • Рәшит Ниғмәти (1909—1959) —яҙыусы, Большечернигов районы Дингеҙбай ауылында тыуған.
  • Бәшәр Хәсән(1901—1938) — яҙыусы, Большечернигов районы Үтәкәй (Бөрйән) ауылында тыуған.
  • Һәҙиә Дәүләтшина (1905—1954) — Большечернигов районы Хәсән ауылында тыуған.
  • Ғөбәй Дәүләтшин (1893—1938) — яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Большеглушицк районы Ташбулат (Ташкүстән) ауылында тыуған.
  • Ғәббәс Дәүләтшин (1892—1937) — филология белгесе, яҙыусы, Большеглушицк районы Ташбулат (Ташкүстән) ауылында тыуған.
  • Мостафина Фатима (1913—1998) БАССР — ың мәғариф министры (1955—1971). Большечернигов районы Дингеҙбай ауылында тыуған.
  • Харис Йомағолов (1891—1937), башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башревком рәйесе (1919—1920 й.). Большечернигов районы Хәсән ауылында тыуған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974.
  • Янғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө, 1995.
  • Әхмәтзәки Валиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. Өфө, «Китап», 1994.
  • Умурзаков Г. Х. Древние башкиры. Некоторые вопросы истории. Под ред. Профессора Д. Ж. Валеева. Уфа, 1991.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. YouTube сайтында Видео Иргиз-Каралек — реки в Самаровских степях, древняя родина башкирского народа. 2003.
  2. YouTube сайтында Видео «Фатима Мустафина»100 летие со дня рождения. Часть 1 (2) Автор С. Сурина
  3. YouTube сайтында Видео «Фатима Мустафина» 100 летие со дня рождения. Часть 2 (2) Автор С. Сурина
  4. YouTube сайтында Видео Древний праздник — Йын-Йын. ГТРК Самара.
  5. YouTube сайтында Видео Башкиры из Самарской и Саратовской областей организовали в Уфе концерт. БСТ. E
  6. YouTube сайтында Видео Саратов.