Эстәлеккә күсергә

Байрамғол (Һамар өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байрамғол
Нигеҙләү датаһы 1833[1]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Һамар өлкәһе һәм Һамар губернаһы

Байрамғол (рус. Байрамгулово) — 1833 йылда Рәсәй империяһы Һамар губернаһында барлыҡҡа килгән, һуңынан бөткән башҡорт ауылы[2].

Рәсәй империяһы Һамар губернаһында Байрамғол ауылы 1833 йылда Верхнеурал өйәҙенең 6-сы кантонынан, аныҡлап әйткәндә хәҙерге Баймаҡ районының Буранбай, Ишмөхәмәт, Фәйзулла, Ярат ауылдарынан 12 һәм Ырымбур өйәҙенең 9-сы кантонынан 7 ғаилә күсенеп килеп төпләнеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ауылға бер туған Юлмөхәмәт, Илмөхәмәт, Хужамөхәмәт Байрамғоловтар исем бирә. 1834 йылда 23 хужалыҡта барлығы 79 кеше йәшәүе теркәлә. Улар араһында иң өлкән кеше — Бирҙеғәле Аҡбулдинға 68 йәш булһа, иң йәше — Ҡаҙгилде Бармаҡовтың Ноғман атлы улына ни бары алты ай ғына була. 1850 йылда Хәсән ауылындағы 2-се йәмиғ мәсетенә башҡа ауылдар менән бер рәттән 176 кеше йәшәгән Байрамғол ауылы ла ҡарауы мәғлүм. Был ваҡытта ауыл халыҡ һаны буйынса 363 кеше йәшәгән Диңгеҙбайҙан ҡала, икенсе урында тора[2]. Артабанғы йылдарҙа Байрамғол ауылы иҫәпкә алынмай, ауыл үҙе картанан юғала. Унда йәшәүселәр кире Башҡортостандың Баймаҡ районына үҙ ауылдарына ҡайта, бер өлөшө Ырғыҙ-Кәмәлек буйындағы башҡа башҡорт ауылдарына күсенә[2]. Күренеүенсә, тағы шундай бер нисә башҡорт ауылы кеүек, Байрамғол ауылының ғүмере ҡыҫҡа була. Әммә Волга буйы башҡорттарының Башҡортостанда йәшәүсе ҡәрҙәштәре менән элек-электән бәйләнеш тотоуы, аралашыуы ошонда ла асыҡ күренә[2].