Ярат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ярат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°33′58″ с. ш. 57°57′50″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 859 001

ОКТМО коды

80 606 459 101

ГКГН номеры

0524919

Ярат (Рәсәй)
Ярат
Ярат
Ярат (Башҡортостан Республикаһы)
Ярат

Ярат (рус. Яратово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. XVIII быуат аҙағында нигеҙләнгән[1]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 613 кеше[2]. Почта индексы — 453658, ОКАТО коды — 80206859001.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға Ярат исемле тәүге төпләнеүсенең исеме бирелгән[1].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, Туҡмаҡ һәм Шарлыбай йылғалары ҡойған урында нигеҙләнгән[1]. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһына тиклем 27 км. Яҡындағы Сибай тимер юл станцияһына тиклем 71 км.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында юҡҡа сыҡҡан Ҡарағужа ауылы халҡы Ярат ауылына нигеҙ һала. V ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы 23 йортта 87 ир-егет һәм 63 ҡатын-ҡыҙ йәшәй[3]. 1816 йылда әлеге ауыл кешеләре яңы ауылдар нигеҙләй: Әхмәр Яратов (уның улдары Йәрмөхәмәт, Буранбай) Байыш ауылына күсерелә, Абдулла Яратов (уның улы Мортаза) — Үрге Мәмбәткә. Абдулланың башҡа улы Хәлил һәм ейәне Әхмәт Ярат ауылында ҡалалар. 1843 йылғы VIII ревизия йәмғеһе 172 кешене теркәй. Артабан ауыл үҫешмәй, 1859 йылда 140 кеше тәркәлгән, 1885 йылда ауыл халҡының һаны икеләтә кәмей. 1920 йылда әлеге ауылды Үрге Ярат тип атай башлайҙар, унда 183 кеше йәшәй[3]. 1989 йылда — 564 кеше, 1999 йылда — 619 кеше. Ярат ауылы халҡының төп шөғөлө — малсылыҡ. 32 йортта йәшәгән 175 кешегә 266 йылҡы малы, 433 һыйыр, 261 һарыҡ, 79 кәзә тура килә. Шулай уҡ 17 дисәтинә ерҙә 408 бот ярауай иген сәселә[3]. 1929 йылда ауыл халҡы Карл Маркс исемендәге колхозға берләшәләр[1].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 516 261 255 50,6 49,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (99 %) йәшәй[4].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әхмәтов Мөхәмәтхәбиб
  • Үҙәнбаев Фәтхислам Әхмәтвәли улы — колхоз бригадиры
  • Иссурин Ғүмәр — тракторсы>
  • Ишембәтов Ришат Вәкил улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Баймаҡ мәғариф бүлеге начальнигы
  • Сирбаева Сәрхәб Мөхәммәт ҡыҙы — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы
  • Юнысбаева Әнисә Харис ҡыҙы — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы
  • Насыров Ғ. Ғ. — Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 111 бит.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

YouTube сайтында Видео «Ләйсән» бейеу ансамбле (Ярат ауылы)

[1] Әхмәтов Мөхәмәтхәбиб

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]