Ғөбәйҙулла
Ғөбәйҙулла | |
Нигеҙләү датаһы | 1836 һәм 1850 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы һәм Темәс ауыл советы |
Ғөбәйҙулла (икенсе исеме Ҡуштүбә) (рус. Губайдуллино (Куштуба)) — бөткән ауыл. 1836—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән[1]. 1916—1930 йылдарҙа ауыл сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. 1931 йылдан Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауыл Советы составындағы ауыл[2]. 1969 йылдан һуң ауылдар исемлегенән алына.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғөбәйҙулла ауылы Ирәндек һырты итәгендә, Разия йылғаһы (Теләпкәркә, Шырҙы, Һаҡмар йылғалары ҡушылдығы) буйында урынлашҡан булған. Ауыл Советы үҙәге Темәстән — төньяҡҡа табан 12 км, район үҙәге Баймаҡтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 67 км алыҫлыҡта ятҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә, Ғөбәйҙулла ауылы 1836—1850 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. «Баймакский край» китабы авторҙары, ауылға нигеҙ һалыусының йәшәү йылдарынан сығып, ауылдың нигеҙләү даталарын 1778—1883 йылдар тип билдәләй[2]. Ауылға нигеҙ һалыусының исеме билдәле: Ғөбәйҙулла Илсеғолов, уның улдары — Һатыу һәм Дәүләтҡол[1]. Сығышы аныҡ билдәләнмәгән, әммә тикшеренеүсе фаразлауынса, Темәс йәки Әмин ауылдарынан булыуы мөмкин, сөнки яңы ауыл ошо ауылдарҙан 8-10 саҡрымда ғына була[1]. Ғөбәйҙулла ауылының икенсе исеме — Ҡуштүбә. Ауыл өс ҡалҡыулыҡ — Оло Түбә, Урта Түбә һәм Бәләкәй Түбә — араһында ятҡанға күрә, ауылға ошо матур исем бирелгән, тип фаразлана[2].
Октябрь революцияһына тиклем үк, 1916 йылда, ауылда сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. Ауыл халҡы башлыса шул артелдә шөғөлләнә. 1920 йылда 39 йортта 221 кеше йәшәһә, 1928 йылда — 188 кеше. 1931 йылда артель үҙ эшен тамамлай һәм крәҫтиәндәр «Ирәндек» исемемле ауыл хужалығы артеленә берләшәләр[2].
1969 йылғы Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше китабында Темәс ауыл Советы составында теркәлгән[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Генеалогия и архивы. Губайдуллино (Куштуба)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 января 1969 г.). — Изд. 5. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1969. C.432
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 января 1969 г.). — Изд. 5. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1969. C.432
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.