Эстәлеккә күсергә

Муллаҡай (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллаҡай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡолсора ауыл советы
Халыҡ һаны 518 кеше (2002)[1],
513 кеше (2009)[1],
475 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453662
Карта
 Муллаҡай Викимилектә

Муллаҡай (рус. Муллакаево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 513 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80206837003.

Муллаҡай ауылы мәсете

XVIII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән. Бөрйән улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе булған Муллаҡай Ибраҡовтың исемен йөрөтә[4].

Муллаҡай ауылы Иҙрис ауылынан бүленеп сыҡҡан. Мәҫәлән, 1813 йылда Иҙрис ауылынан 13 ғаилә Муллаҡайға күсенгән[5]. Муллаҡай Ибраҡовтың улдары һәм ейәндәре Муллаҡай ауылында йәшәгәндәр, уның игеҙәк улдары Нурғәли (1772—1845) һәм Ғүмәр (уның улдары Абделхалиҡ һәм Вәли), Йәғәфәр (1777—1857)(уның улдары Мостафа, Әбдедмөкмин, Ҡөҙрәтҡол) һәм Ҡунаҡбай (1779—1821) (уның улдары Ярулла, Рәхмәтулла һәм Мөхәмәтйән) 6-сы кантон чиновниктары була[5].

XVIII быуаттың 35—40 йылдарҙағы ихтилалды баҫтырғандан һуң баш күтәреүселәрҙең балалары офицерҙарға таратыла. 1737 йылда өс мең әсирлеккә эләккән балалар араһында Муллаҡай ауылы малайы Ҡултай Бикембәтов була, уны Өфө чиновнигы Тула сауҙагәренә 2 һумға һата. Һатып алыусы баланы Башҡортостандан ситкә алып китергә һәм суҡындырырға хоҡуҡ ала. Шуға күрә урыҫ халҡы араһында Башкирцев, Башкиров, Уфимцев һәм башҡа фамилиялар осрай[5].

Муллаҡай ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар була. 15-се башҡорт полкы яугирҙары араһында көмөш миҙалдар кавалеры, хорунжий Тулыбай Мансуров, рядовойҙар Йыһанша Бикмөхәмәтов, Ҡузыбай Иҫәнбаев, Тансыҡҡужа Tанабаев булыуы билдәле[5].

Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә. 1834 йылғы VIII ревизияһы буйынса 54 йорттан 356 кеше йәненә 339 йылҡы малы, 400 һыйыр, 199 һарыҡ һәм тик ике кәзә тура килә. 45 көмәле арбала Урал тауҙарында Таулы, Өпө, Бутар, Сапсал, һәм Һаҡмар буйлап йәйләүгә сыҡҡан. 40-х годах XIX быуаттың 40-сы йылдарында барыһы 96 бот ужым һәм 384 бот ярауай иген сәскәндәр[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 475 249 226 52,4 47,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[5].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 43 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡолсора): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 88 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҫылғужа Баһуманов (20.10.1945—25.02.2005), башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе.
  • Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (20.05.1925—12.08.1951), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, айырым миномёт полкы элемтәсеһе, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
  • Ғабдулла Сәиди (төп исеме Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов), дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы, шағир.
  • Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (20.06.1949), ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
  • Мазһаров И. Р. — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
  • Вәлеев З. А. — йылҡысы, Ленин ордены кавалеры.
  • Сәйетов Р. А. — БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, колхоздың элекке етәксеһе.
  • Рәхимов Г. Х. — колхоз бригадиры, Ленин ордены кавалеры.
  • Хәсәнова Р. К. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Хәсәнов А. Б. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Яҡшыбаев Р. Т. — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.