Ғабдулла Сәиди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғабдулла Сәиди
Saidi.gif
Ишан, дин белгесе
Эшмәкәрлек төрө:

шағир

Тыуған көнө:

3 май 1836({{padleft:1836|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Муллаҡай ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы (Башҡортостандың Баймаҡ районы)

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

1 сентябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Муллаҡай ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы (Башҡортостандың Баймаҡ районы)

Ғабдулла Сәиди (Ғабдулла бин Сәид әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари; ысын исеме — Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов) — башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы, шағир.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдулланың ата-әсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ул материалдар түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: Муллаҡай ауылының 1816 йылғы ревизия документтарында теркәлеүенсә, 49 йәшлек Нурмөхәмәт Бикмөхәмәтов һәм 36 йәшлек ҡатыны Фатиманың Сәйетбаттал, Ҡайҙар, Ҡаһарман, Мөстәҡим һәм Мөхәммәт исемле уландары булған. 1834 йылғы ревизия документтарында иһә Сәйетбаттал 30 йәштә, уның ҡатыны Шәмсийыһан 22 йәштә, улдары Хафиз 4 йәштә, ҡыҙҙары Кәримә 1 йәшлек, ә Ғабдулла донъяға килмәгән әле, ул 1836 йылда тыуасаҡ. 1859 йылғы ревизия ҡағыҙында Ғабдулла Сәйетбатталов 23 йәштә тип теркәлгән. Бүтән ғаилә ағзалары күрһәтелмәгән. Бының сәбәбе шунда: Муллаҡай ауылының имамы Сәйетбаттал Нурмөхәмәт улы 48 йәшендә 1848 йылда донъя ҡуя, был ваҡытта улы Ғабдулла ун икенсе йәше менән киткән була. Сәйетбаттал Нурмөхәмәт улы Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш мәҙрәсәһендә киң билдәле мөҙәрис Ниғмәтулла хәҙрәт мәҙрәсәһендә уҡып белем ала. Бында уның зирәк аҡылы, ғилем эстәүҙәге һәләтлеге асыҡ билдәләнә. Сәйетбатталдың Ниғмәтулла хәҙрәткә ҡулъяҙмаларын тейешле кимәлгә еткереп эшкәртеүҙә ярҙамлашыуы ла билдәле. Уҡыуҙы тамамлағас, Сәйетбаттал хәлфә өйләнә һәм тыуған яғына Муллаҡайға ҡайтып мөғәллимлек итә. Ҡатыны Стәрлебаштан Шәмсийыһан исемле башҡорт ҡыҙы була. Уның атаһы Тойғон уҙаман Мифтахетдин Аҡмулланың яҡын туғаны булған. Был турала күренекле ғалим Рәшит Закир улы Шәкүров үҙенең «Звезда поэзии — Башкирский поэт-просветитель М. Акмулла» исемле китабында «Муллакаевские родственники Акмуллы» тигән баш аҫтында биргән. (Уфа, «Китап», 2006 г. стр. 172).

Стәрлебашта уҡыған йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы үлгән осорҙа үҫмер Ғабдулла Сәйетбатталов Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән була. Атаһының вафатынан һуң әсәһе Шәмсийыһан балалары менән Стәрлебашҡа күсеп ҡайта һәм унда Ғабдулланы мәҙрәсәгә уҡырға бирә. Стәрлебаш мәҙрәсәһе электән төрки халыҡтары араһында дан тотҡан уҡыу йорто була. Ғабдулла һабаҡты оло дәрәжәле мөғәллим һәм мөҙәристәрҙән ала. Улар араһында йәш, талантлы һәм күңелсәк Ғабдуллаға иң ныҡ тәьҫир иткән һәм уның шәхес булып формалашыуына булышлыҡ иткән мөғәллим, Көнсығыш әҙәбиәте белгесе, шағир һәм фәйләсүф Зәки Шәмсетдин була. Уның әҫәрҙәре матди байлыҡҡа, данға ынтылыусыларҙы тәнҡитләү менән бер рәттән, Аллаһы Тәғәләгә һөйөү, кешелектең аҡыл ҡеүәһенә, аңлы һәм тырыш ғәмәленә ышаныс менән һуғарылған. Был ғалим һәм мөғәллимдең һабаҡтары Ғабдулла күңелендә ижад ҡомары бөрөләндерә, ул да шиғриәт менән мауыға башлай. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә Ғабдулла Сәйетбаттал 12 йыл уҡый. Һәләтле шәкертте артабан үҫтереү уйы менән уҡыу йорто етәкселеге 1859 йылда Бохара мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә. Был мәҙрәсәне уңышлы тамамлағас, шунда уҡ үҙенең мәсетен һәм мәҙрәсәһен асып, имам, мөҙәрис вазифаһында хеҙмәт итә. Был турала яҙма документтар юҡ. Шулай ҙа үткән быуаттың 90-сы йылдарының икенсе яртыһынан бер үзбәк кешеһе Муллаҡайҙа йәшәп ятҡан Ғабдулла Сәйетбатталдың ейәнсәре (Мөхәмәтәнүәрҙең ҡыҙы) Зәйтүнә апайға килеп, Бохара ҡалаһында Сәиди мәсетенең әле лә һаҡланыуы, үзбәктәрҙең был исемде бик ҙурлап хәтерендә һаҡлауы тураһында бәйән итә, үҙе менән бергә ул яҡтарҙы барып күрергә саҡыра. Ләкин Зәйтүнә апай бара алмай, ҡаты сирҙән аяҡтан яҙа.

Ғабдулланың Муллаҡайға ҡайтҡаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда йәшәгән Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер ырыуы башҡорттарының да дини һәм донъяуи мәғарифҡа ынтылышы көсәйеп, ғилемгә ихтыяжы үҫә бара. Бөрйән ырыуы зыялылары был турала бер нисә тапҡыр осрашып кәңәш ҡорғандан һуң, милләтебеҙҙең йәш быуынын заман талабы кимәлендә тәрбиәләү зарурлығын күҙ уңында тотоп, Ғабдулла Сәйетбатталовты ҡайтарып алыу һәм уның белемен, ойоштороу һәләтен урындағы үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүгә, уҡытыуға йүнәлтеү тураһында һүҙ беркетә. Кемдәр һуң улар? Бөрйән-Таналыҡ улусы начальнигы Хәбибулла Баймырҙа улы Ҡансурин, 2-се Бөрйән улусы Иҙрис ауылынан ахун Мәхмүт Дәүләткирәев, Назар (Атанғол) ауылы улусы старшинаһы, сотник Миҙәтғәле Мәтиновтар инициаторҙар яңы мәҙрәсә төҙөү эшенә керешә. Матди сығымдарҙың ҙур өлөшөн үҙ өҫтәренә алалар, етмәгәнен яҡын-тирә башҡорт ауылдарының хәлле заттарынан иғәнә итеп йыялар. 1870 йылда 34 йәшлек Ғабдулла хәҙрәт ырыуҙаштары, урындағы хакимиәт һәм дини йәмғиәттең саҡырыуын ҡабул итеп, Муллаҡайға ҡайта. Исам-хатиб үҙ мөдәрислек дәрәжәһенә имтихан тотҡандан һуң 1872 йылда тәстиҡ ителә. Был турала РБ Дәүләт архивында (Ф-И-295, оп. 10, д. 123, стр. 109) «Ведомость описи мечетей состоящих при них духовных лиц и прихожан обоего пола Орского уезда Оренбургской губернии за 1870 год» тигән документта «В деревне Муллакаевой 1 мечеть, прихожане 204 мужского, 202 женского пола. Мечеть соборная. При Мечети определен муллой башкир Саитбатталов. Указ Губернского правления от 5 августа 1872 года № 2494» тип яҙылған.

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдулла Сәйетбаттал 1871 йылда мәҙкүр улустың Иҫәнбәт ауылы имамы Ҡотлозаман Байбуловтың Мәймүнә исемле ҡыҙына никахлана. Унан ике улы һәм өс ҡыҙ донъяға килә. Оло улы Мирзаһит, икенсеһе Мөхәмәтәнүәр, ә ҡыҙҙары — олоһо Фатима Верхнеурал өйәҙенең Тамъян-Түңгәүер улусы Ҡырҙас ауылы имамы Сәлимйән Бикйән улы никахында, икенсе ҡыҙҙары Файза шул уҡ улустың Буранғол ауылы ахуны Ғәбделхәй Мөхәмәтзариф улы никахында, өсөнсө ҡыҙы Сәғиҙә Бөрйән-Таналыҡ улусы Мәмбәт ауылында Фазулла Әсәҙулла улы никахында була. Мирзайән исемле улы һәм Шәрифә исемле ҡыҙы йәш бала ваҡыттарында вафат булмыштыр. 1875 йыл Ғабдулла Сәйетбаттал (Сәиди) хәҙрәт Иҙрис ауылынан ахун Мәхмүт Дәүләткирәев хәҙрәттең Райхан исемле ҡыҙына никахланып, унан 3 ул, 2 ҡыҙ бала тыуа. Олоһо МөхәмәтМаһар, уртансыһы үҙенең урынына имам-хатиб булған Сәйетәхмәт, кесеһе — Мөхәмәтәшрәф исемле була. Ҡыҙҙары Хәнифә — Ҡырҙас ауылына, Ғәбиҙә — Моҫтай ауылына, Бибисәрүәр — Өмөтбай ауылына тормошҡа сығып, шунда бала-сағалы булып донъя көтөп йәшәгәндәр. Ошо урында Ғабдулла Сәидиҙең ҡайны йорттары тураһында ла туҡталып китәйек. Уның тәүге ҡатынының атаһы Ҡотлозаман Байбул улы Иҫәнбәт ауылы мәхәлләһендә имам-хатиб булып тора, ә атаһы йорт старшинаһы булла. Ҡотлозаман 1755 йылғы Бөрйән ихтилалында төп ролдә йөрөүсе Сураш мәргән (Сураш батыр) Ҡолмырҙиндың ейәне. Икенсе ҡайныһы Мәхмүт Дәүләткирәев — ахун, Иҙрис ауылы мәхәлләһендә имам (1841 йыл был вазифаларға указ алған, документ № 7530), оло абруйлы шәхес булған, тиҫтәләрсә йылдар буйы руханилыҡ хеҙмәтен башҡарған. (Гос. арх. РБ., Ф-и-295, оп. 3, д. 5616). 1890 йылда Ғабдулла Сәиди хәҙрәт өсөнсөгә Темәс ауылында дауахана табибы булып торған Бикарыҫлан Собханғоловтың Зөләйхә исемле ҡыҙы менән никахлаша. Бикарыҫлан Собханғолов — Ҡазан университетының медицина факультетын 1842 йылда тамамлаған (тәүге башҡорт табибтарының береһе). Статья «Первые врачи из башкир в Оренбургском крае» автор Шукшинцев И. С. в сборнике «Труды Оренбургской ученой комиссии» (Оренбург, 1903 г.) Ғабдулла Сәидиҙең Зөләйханан Мөхәмәтнәжиб һәм Мирзасалих исемле уландары тыуа. Ә ҡыҙҙары Сәжиҙәнең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Байғаҙы ауылынан Заһретдин Мөхәмәт Хафиз улы никахында ғүмер кисереүе билдәле. Шулай итеп, Ғабдулла Сәидиҙең туған-ырыу тармаҡтары Урал аръяғында киң таралыу алған. Улар Сәйетов, Бикйәнов, Мазһаров, Сәлихов, Абдуллин һәм башҡа бер нисә фамилиялы ғаиләләр.

Хаж сәфәренә барғаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдулла хәҙрәткә ике тапҡыр хаж сәфәре ҡылыу насип була. Тәүгеһе 1881 йылда булып, юлдаштары 2-се Бөрйән улусы Үрге Этҡол (хәҙерге 2-се Этҡол) ауылынан Ибниәмин Әхмәр улы, Яйыҡбай ауылынан Суфиян Мөхәмәтйәр улы һәм Бөрйән-Таналыҡ улусынан Байыш ауылы имамы Аллабирҙе Ҡотлоғужа улы була. Икенсе хаж сәфәре 1899 йылда була. Быныһында уның менән бергә үҙенең ауылдашы Фәтихулла Баймөхәмәт улы, Күсей ауылынан Хужәхмәт Игебаев, 1-се Бөрйән улусы 1-се Этҡол ауылынан улус фельдшере Йәноҙаҡ Азаматов һәм Тамъян-Түңгәүер улусы Ҡырҙас ауылынан Бикйән Хәсәнетдин улы сәфәрҙәштәр була. Темәс ауылының 1-се мәхәллә мәсете имам-хатибы үҙенең мөғәллиме, замандашы һәм остазы Ғабдулла Сәидиҙең хаж сәфәре тураһында «Муллаҡай» исемле бәләкәй генә китабында (Р. Н. Мәһәҙиев, «Муллаҡай», Типография газеты ВАКТЪ Въ Оренбурге 1916 г.) шулай тип яҙа: «Беҙҙең илебеҙҙән һис кем хаж сәфәренә барғаны юҡ заманда юлбашсыһы булып барып ҡайтыуы халыҡҡа бик ҙур үрнәк булды».

Аралашҡан фекерҙәштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө сығанаҡтарҙағы материалдарҙан Ғабдулла Сәиди хәҙрәттең аралашҡан һәм рухи үҫешенә етди йоғонто яһаған бик күп күренекле шәхестәрҙе, уның замандаштарын атарға мөмкин. Беренсенән, уның атаһы Сәйетбаттал Нурмөхәмәтов, әсәһе Шәмсийыһан ғилемгә, ислам дине нигеҙҙәрендә юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған мөғәллимдәр, үҙ заманының алдынғы кешеләре. Артабан Ғабдулланың Стәрлебаш мәҙрәсәһе мөғәллимдәре — Ниғмәтулла Туҡаев, Зәки Шәмсетдин, мәҙрәсәлә шул осорҙа бергә уҡыған һабаҡташтары Мифтахетдин Аҡмулла, Ғәли Соҡорой, Зәйнулла Рәсүлевтар менән аралаша, фекерҙәш була. Ғабдулла Сәиди шәхесе тураһында башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, Башҡортостан автономияһына һәм Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған сәйәси эшмәкәр һәм донъя кимәлендә билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың эскерһеҙ фекерҙәре айырыуса ҡиммәт. Ул үҙенең "Хәтирәләре"ндә Ғабдулла Сәиди тураһында бер нисә урында туҡталып, уға ҡарата матур мөнәсәбәтен белдерә. Шуларҙың береһендә «Ғабдулла Сәиди минең рухи етәксем булды» ти. Әхмәтзәки Вәлиди үҙ ғаиләһенең мосолман руханиҙары менән тығыҙ бәйләнештә аралашып йәшәүе, улар араһында көслө ғалимдар, муллалар, Троицкиҙан Зәйнулла ишан һәм Муллаҡай ауылынан Ғабдулла мулла булыуын билдәләп китә. Һүҙен дауам итеп, «Бохарала ғилем алған Ғабдулла мулла ислам дине даирәһендә бик абруйлы булды, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә шиғырҙар яҙҙы, йәштәрҙең уҡытыусыһы, тәрбиәсеһе, остазы булараҡ оло хөрмәткә лайыҡ шәхес ине», — тип айырып әйтә.

Мәҙрәсәлә алдынғы белем бирелгән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәтзәки Вәлиди һүҙҙәренән дә аңлашылыуынса, Муллаҡай мәҙрәсәһендә шәкерттәрҙе уҡытыу-тәрбиә системаһы ғәмәлдә заман талабына яраҡлы, алдынғы һәм төплө була. Мәҙрәсәлә дин уҡытыу менән бер рәттән, донъяуи фәндәрҙе өйрәнеүгә, ғәмәли күнекмәләргә етди иғтибар бирелә. Дәрестәр шәкерттәргә яҡын, аңлайышлы төрки телендә халыҡ педагогикаһына таянып, яңы ысул менән алып барыла. Мәҙрәсәлә йәштәрҙе киләсәктә үҙ аллы уңышлы йәшәүгә, дини һәм донъяуи ғилемдәргә, төрлө һөнәрҙәргә эйә булыуға, донъя көтөү, ғаилә тәрбиәләүгә өйрәтеүгә етди иғтибар бирелә. Бында ир балалар физик яҡтан сынығыуға, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп ителә, уларҙы төҙөлөш эштәренә, ағас эшкәртеү, йорт-ҡура күтәреү, балсыҡ менән эш итеү, унан төрлө буяуҙар яһау, тимер менән эш итеү, умартасылыҡ, им-том һәм халыҡ медицинаһы нигеҙендә дауалау кеүек һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Ә ҡыҙ балалар йорт эштәренә, аш-һыу әҙерләүгә, кейем тегеү, бәйләү, сигеү һөнәрҙәренә маһирлыҡҡа Мәймүнә абыстайҙан өйрәнә. Был турала Ғабдулла Сәидиҙең улы Мөхәмәтәнүәр һәм уның ҡыҙы Зәйтүнә апай һөйләүенән билдәле. Улар үҙҙәре лә бик күп һөнәрҙәргә эйә ине. Ирәндек — Ҡырҡты буйҙары төҫлө металдарға бай. Был да Ғабдулла Сәидиҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Шәкерттәренә урындағы тау тоҡомдарына, үҫемлектәргә ҡарап, алтын, көмөш, баҡыр мәғдәндәре ятҡылыҡтарын төҫмөрләү серҙәрен өйрәткән. Мәҫәлән, ситтән килеп, ваҡ-төйәк көнкүреш тауарҙары менән сауҙа итеп йөрөгән, алтын мәғдәнен күреп тә белмәгән Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев һәм уның Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған уландары Ғабдулла Сәиди йоғонтоһонда һәм өйрәтеүе буйынса мәғдәнселек менән мауығып китә. Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡып сыҡҡан талиптар төрлө һөнәргә маһирлығы менән тирә-яҡҡа билдәле булған. Талиптарҙың тәрән белемле, һөнәрле, таһыллы һәм һәр эштә етеҙ булыуы мәҙрәсә мөдәрисе Ғабдулла ишандың шәхси сифаттары менән ныҡ бәйләнгән. Уның энциклопедик ғалим булыуын шәхси китапханаһындағы әҙәбиәтенән үк күреп була. Китаптарының тулы булмаған теҙмәһен үрҙә күрһәтелгән автор Рәхмәтулла хәҙрәт Мәһәҙиев үҙенең «Муллаҡай» китабында килтергән, һаны 200 том самаһы. Араһында дини китаптар, сит ил сәйәсәтселәренең юлъяҙмалары, Ҡөрьәндән тормош өсөн сығарылған ҡанундар, хәҙистәр, бәйғәмбәрҙәрҙең үрнәк тормошо, ғәрәп грамматикаһы, ғәрәп, фарсы, үзбәк авторҙарының әҫәрҙәре, белем, әхлаҡ тураһында нәсихәттәр, «Нәҡшбәндиә» йүнәлешендәге серҙәр, «Файҙалы эштәрҙе еңелләштереү», «Хайуандарҙың тереклек ҡылыуы», «Мәхлүктарҙың ғәжәиб хәлдәре» әҙәбиәт коллекцияһы булған. Китаптар теҙмәһендә мөҙәристең үҙе яҙған егермеләп хеҙмәтенең исемдәре теркәлгән. Мәғлүм булыуынса, Ғабдулла хәҙрәт ғәрәп, фарсы телдәрендә уҡыған һәм яҙған, шиғри һәм башҡа жанрҙарҙа ижад иткән. Хәҙрәттең китапханаһындағы ҡиммәтле, оло әһәмиәткә эйә булған әҙәбиәт, үҙе тарафынан яҙылған баҫма һәм ҡулъяҙма рәүешендәге хеҙмәттәре 1930 йылдарҙа илдә хөкөм һөргән сәйәси золом-йәбер осоронда юҡ ителә. Улы Мөхәмәтәнүәр бер гонаһһыҙ репрессияға дусар ителә.

Шәкерттәре кем булған?[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муллаҡай мәҙрәсәһендә төрлө йылдарҙа 200-ҙән 400-гә тиклем шәкерт уҡығаны билдәле. Улар башлыса Уралтау, Урал аръяғы биләмәләрендә йәшәүсе Бөрйән, Тамъян, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Түңгәүер ырыуҙары башҡорттары була. Улар уҡыуҙы тамамлағас, ауылдарҙа дини хеҙмәт һәм мөғәллимлек менән мәшғүл булған. Үрҙә әйтелгән Рәхмәтулла хәҙрәттең хеҙмәтендә беҙ уларҙы имам-хатип, мөәзин, мөҙәрис һәм ахун дәрәжәһендә күрәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәрен атап әйтеп китеү урынлы булыр. Элекке Орск өйәҙе 2-се Бөрйән улусы Назар (Атанғол) ауылы егете Мәтинов Шаһишәриф Миҙәтғәле улы Моҫтай ауылында имам-хатип, 1890 йылда ахун, 1906 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, 1910 йылда Орск өйәҙендә земство идараһы дини һәм мәғариф бүлеге мөдире, 1917 йылда Бөрйән-Түңгәүер кантоны рәйесе, Ырымбур ҡалаһының Почетлы гражданы була. Ағалы-ҡустылы Мөхәмәтшакир һәм Мөхәмәтзакир (Дәрдмәнд) Рәмиевтар, билдәле алтын сәнәғәтселәре, «Ваҡыт» гәзите һәм «Шура» журналы нәшерселәре. Закир Рәмиев күренекле татар шағиры. 2-се Бөрйән улусы Иҙрис ауылында ахун Фазулла Мәхмүт улы Дәүләткирәев, имам-хатип Сирғәле Ғәйетбаев; Муллаҡай ауылында имам-хатип Сәйетәхмәт Ғабдулла улы; икенсе имам Хәбибулла Фәйзулла улы, мөәзин Тәхәүтдин Камалетдин улы; Әмин ауылында имам-хатип Фәтхулла Хисмәтулла улы, мөәзин Ғәбдрафиҡ Ғилмин улы; Темәс ауылының 1-се мәхәлләһендә имам-хатип Рәхмәтулла Наушируан улы, имам Әбүбәкер Дәүләтҡол улы, мөәзин Ғиниәтулла Хөснөтдин улы, Темәс ауылының 2-се мәхәлләһендә имам-хатип Ғабдулла Ғәбделвәли улы, икенсе имам Ғәбделҡәйүм Мөхәмәтасҡар улы; Ҡолсора ауылында имам Мифтахетдин Дәүләтҡол улы, мөәзин Мостафа Юлдашкилде улы;Иҫән ауылында имам Сәхиулла мулла Йонос улы, мөәзин Әхмәр Әбүбәкер улы; Байым ауылында имам-хатип Фәттәхетдин мулла Заһретдин улы; Үрге Этҡол ауылы 1-се мәхәлләһендә имам-хатип Ғәбделвәхит Мансур улы, 2-се мәхәлләлә имам-хатип Мәхмүт мулла Хажиәхмәт улы; Яйыҡбай ауылында мәзин Ғәбделсалих Суфиян улы; Мостафа (Моҫтай) ауылында имам Заһиҙулла Хажмөхәмәт улы; Иҫәнбәт ауылында имам-хатип Фазулла Йәләлетдин улы; 1-се Төркмән ауылында имам-хатип Ғабдулла Мөхәмәтшафиҡ улы, уның вафатынан һуң имам Ғаззали Ғабдулла улы; 2-се Төркмән ауылында имам Минһажетдин Хажмөхәмәт улы; Күсей ауылында имам-хатип Хәйрелбәшәр Хәсән улы, икенсе имам МөхәмәтХафиз Садиҡ улы һәм башҡалар бар. Ғабдулла Сәиди ишандан һабаҡ алыусы заттарҙан хужалыҡтың төрлө тармаҡтарында, бигерәк тә мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр күп. Ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙан килеп уҡыған талиптарҙан Ырыҫмөхәмәт Хантыуаровтың үҙ илендә имам-хатип вазифаһында хеҙмәт итеүе билдәле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гариф-хаджи Габдрахман. Шейх Габдуллах ишан Муллакайский. — Уфа, 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]