1 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
1 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 сентябрь Викимилектә |
1 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 244-се (кәбисә йылында 245-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 121 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тыныслыҡ өсөн профсоюздар хәрәкәте (Тыныслыҡ) көнө.
- Хаттар яҙыу көнө.
- Таланттар эҙләү көнө.
- АҠШ: Шахмат көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Белем көнө.
- Словакия: Конституция көнө.
- Үзбәкстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы: Республика көнө.
- Ҡытай Республикаһы: Журналистар көнө.
- Танзания: Инженерҙар көнө.
- 1900: Мәскәүҙә Павелецкий вокзалы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1910: Рәсәй империяһында грампластинкалар сығарыусы тәүге предприятие — Апрелевка грампластинкалар заводы эш башлай.
- 1917: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Байыш ауылының Ғайса Аҡманов исемендәге мәктәбе асыла.
- 1918: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Үтәғол ауылында мәктәп эшләй башлай.
- 1920: РСФСР (артабан СССР) Телеграф агентлығының Башҡоростан бүлексәһе – БашТАСС ойошторола.
- 1921: хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Медицина профилактикаһы үҙәге эш башлай.
- 1922: БашЦИК ҡарары менән Башҡортостан республикаһы Прокуратураһы ойошторола.
- 1929: Мәсәғүт педагогия училищеһы (бөгөн колледж) асыла.
- 1931: Балаҡатай район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1939: Бөрө дәүләт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) асыла.
- 1951: Лондонда донъялағы тәүге супермаркет эшләй башлай.
- 1960: Күмертау ҡалаһында һуңыраҡ Ю. А. Гагарин исеме бирелгән 2-се интернат-мәктәп (хәҙер 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты) асыла.
- 1966: Әбйәлил районының Асҡар ауылында музыка мәктәбе эш башлай.
- 1970: Нью-Йоркта шахмат буйынса тарихта беренсе компьютер турниры башлана.
- 1997: Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы (Республика кадет интернат-мәктәбе) асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Долматов Геннадий Константинович (1930), тау инженеры-геолог. 1956 йылдан «Уралцветметразведка» тресы Баймаҡ геология разведка партияһының баш инженеры, 1959 йылдан — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геология разведка экспедицияһының баш геологы; 1967—1997 йылдарҙа хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы «Урал геологик күсермә алыу экспедицияһы» йәмғиәте хеҙмәткәре. Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыусыларҙың береһе. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһе Уралец ауылынан.
- Шамил Рәхмәтуллин (1930—22.04.2001), театр актёры, режиссёр, драматург, 1951—2001 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.
- Фәтих Иҡсанов (1935—19.10.1992), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре. 1964—1968 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 1972—1992 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссёры; «Тальян гармун» республика байрамы инициаторы һәм уны ойошороусы, «Йәдкәр» фольклор ансамбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Тирәкле ауылынан.
- Хәмит Ирғәлин (1950), яҙыусы, драматург. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Филиппов Владимир Иванович (1955), СССР һәм Рәсәйҙең хәрби эшмәкәре. Генерал-полковник (2003). Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә (1988) һәм 1994—1996 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 1973 йылдан Совет Армияһында, 1992—2010 йылдарҙа — Рәсәй Армияһында, шул иҫәптән 2002 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең радиациянан һаҡланыу, химик һәм биологик һаҡланыу ғәскәрҙәре начальнигы урынбаҫары, 2003 йылдан — начальнигы. 2008 йылдан Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Фатирға урынлаштырыу идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта Рәсәй оборона министры урынбаҫары. 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн», 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008), Батырлыҡ, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Манзуров Сергей Марксович (1960), журналист. 1990 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1986 йылдан «Сибайский рабочий» гәзите хеҙмәткәре, 1993 йылдан — мөхәррир урынбаҫары, 2001 йылдан — бүлек мөдире; 2003—2004 йылдарҙа Сибай ҡалаһында нәшер ителгән «Уральский проект» гәзитенең баш мөхәррире. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
- Ғилманов Илдар Рәшит улы (1970), рәссам, 1997 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Ғәбиҙуллина Нурия Ғәзизйән ҡыҙы (1970), сәхнә биҙәүсе, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикмөхәмәтова Һауа Сафиулла ҡыҙы (1921—26.03.2003), ғалим-анатом. 1944 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1986 йылдарҙа оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
- Чанышева Фәниә Ғафар ҡыҙы (1926—14.04.2018), уҡытыусы, журналист һәм шағир, йыр текстары авторы. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан китап нәшриәтенең элекке мөхәррире һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының элекке хеҙмәткәре. Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия лауреаты (2006).
- Ҡәҙим Аралбай (1941), шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1993—2001 һәм 2009—2012 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, директоры. 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) һәм әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны, журналист, шағир. 1986—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан — бүлек мөдире. 1993 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станотин Иван Степанович (1912—1994), урындағы совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1952—1963 йылдарҙа — рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Арҡадаҡ районы Чиганак ауылынан.
- Костина Анна Васильевна (1927—?), педагог. 1944 йылдан Хәйбулла районы Атингән, 1952 йылдан — Яңы Ергән, 1963—1984 йылдарҙа — Маҡан мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1962). Сығышы менән Атингән ауылынан.
- Ғәлиев Вил Барый улы (1932), ғалим-инженер-механик. 1962—1984 йылдарҙа һәм 1992 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылдан етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы; 1995—2001 йылдарҙа Хеҙмәтте һаҡлау һәм экология республика тармаҡ уҡыу аттестация үҙәге хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), СССР-ҙың Газ сәнәғәте (1968), Нефть сәнәғәте (1978) һәм Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү (1982) министрлыҡтары отличнигы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1982).
- Рәхимҡолов Рәшит Шаһийән улы (1932), ғалим-инженер. 1958 йылдан «БАШНИПИнефть» институты инженеры, кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор етәксеһе, лаборатория мөдире, 1988 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Болошло ауылынан.
- Әхмәт Ғайсин (1937—1982), журналист, шағир. 1960 йылдан «Ҡыҙыл таң» һәм «Ленинсе» республика гәзиттәре хеҙмәткәре. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Мельников Михаил Александрович (1942), инженер. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Нәбиуллина Минйыһан Муллағәли ҡыҙы (1942), педагог. Өфө ҡалаһы 137-се мәктәбенең элекке башҡорт теле уҡытыусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рус телле мәктәптәр өсөн башҡорт теле буйынса «Туған тел» дәреслеге авторы.
- Сөләймәнов Урал Таһир улы (1947), энергетик. 1974—2007 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы электр селтәрҙәре электромонтёры, мастеры; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2006) һәм Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1999). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балапан ауылынан.
- Фомович Владимир Григорьевич (1947), музыкант, педагог. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ванчухина Любовь Ильинична (1952), ғалим-иҡтисадсы. 1974 йылдан Өфө нефть институты иҡтисадсыһы, 1978 йылдан — бүлек начальнигы, 1980 йылдан — баш бухгалтер, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының бухгалтер иҫәбе һәм аудит кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Ғиззәтуллина Финә Наил ҡыҙы (1952), Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының элекке өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Ноғманов Ринат Мөҙәрис улы (ижади псевдонимы Иҙрис Ноғманов; 1952), агроном, яҙыусы. 1969 йылдан Әбйәлил районы совхоздары агрономы; 2000—2012 йылдарҙа Ҡырҙас ауыл Советы башҡарма комитеты хеҙмәткәре. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Райондың И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы (2005), әҙәби конкурстар лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
- Садов Николай Петрович (1952), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1973 йылдан Хәйбулла районы Һамар мәктәбе уҡытыусыһы, 2008—2011 йылдарҙа Һамар ауыл Советы хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1996). Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
- Яппаров Рауил Вафа улы (1952), эске эштәр органдары ветераны, милиция подполковнигы; йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Миңлешев Вәрис Искәндәр улы (1957), педагог. 1984 йылдан Хәйбулла районы Воздвиженка мәктәбенең директор вазифаһын башҡарыусы, 1986 йылдан — Первомайский мәктәбе директоры; 2004 йылдан Аҡъяр һыу селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһының баш инженеры; 2009 йылдан Аҡъяр тау колледжы уҡытыусыһы, 2012 йылдан 110-сы һөнәри училищеның директор урынбаҫары, 2014 йылдан — ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Ураҙбай ауылынан.
- Борғанов Хәлил Рәсләм улы (1962), муниципаль хеҙмәткәр, ғалим-ветеринар. 1998 йылдан Бәләбәй район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Ветеринария фәндәре кандидаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан.
- Йәнбирҙин Рәсүл Рәүеф улы (1962), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1984 йылдан (өҙөклөктәр менән) Әбйәлил районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре етәксеһе, тренер уҡытыусыһы; 1992—1994 йылдарҙа район Советы башҡарма комитетының физик культура һәм спорт бүлеге, 2001—2011 йылдарҙа район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2007) һәм иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондың Үтәгән ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы (1943), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылынан.
- Клемент Александр Васильевич (1948), архитектор, йәмәғәт эшмәкәре. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1988—2008 йылдарҙа «Архпроект» йәмғиәтенең директоры һәм генераль директоры. 1994—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзының идара рәйесе. Рәсәйҙең почётлы архитекторы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Ислам Йосоп улы (1924—16.04.1991), ғалим-инженер-радиотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби-хеҙмәткәр. 1972—1991 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Буралы ауылынан.
- Әминев Әхмәт Ғата улы (1924—20.09.1999), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашаф улы (1934), табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). Мәсетле районының почётлы гражданы (2009).
- Дәүләтшин Мөҙәрис Мөбәрәкйән улы (1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (2006), профессор (2006). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының — Фән һәм мәғарифтең атҡаҙанған эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Илек ауылынан.
- Ғәлләмов Риф Әмир улы (1944), хеҙмәт алдынғыһы. 1968 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресының экскаватор машинисы, 1980—1992 йылдарҙа — бригадиры. СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығы отличнигы (1987). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1984) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылынан.
- Надеждина Вера Александровна (1954), ғалим-тарихсы. 1980 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2002 йылдарҙа тарих һәм культурология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Балапанова Сара Хәйрулла ҡыҙы (1959), хеҙмәт ветераны. 1983—2016 йылдарҙа Баймаҡ район типорафияһы полиграфисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1855: Иннокентий Анненский, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, тәнҡитсе һәм тәржемәсе.
- 1875: Эдгар Берроуз, АҠШ яҙыусыһы, Тарзан тураһында романдар авторы.
- 1885: Герман Грапов, Германия ғалимы, Боронғо Египетты өйрәнеүсе (египтолог).
- 1900: Казимеж Вилкомирский, Польша композиторы, дирижёр, виолончелист.
- 1900: Хосе Педро Сеа, Уругвай футболсыһы, Йәйге Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы.
- 1905: Тамара Абакелия, СССР рәссамы, скульптор.
- 1925: Рой Глаубер, АҠШ ғалимы, физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (2005).
- 1945: Мостафа Бәлел, Төркиә яҙыусыһы, драматург һәм тәржемәсе.
- 1948: Альберт Әсәҙуллин, йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1988), Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
- 1950: Вәхит Әләкбәров, Рәсәй эшҡыуары.
- 1950: Михаил Фрадков, дәүләт эшмәкәре, 2004—2007 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.
- 1980: Лара Пулвер, Англияның театр һәм телевидение актрисаһы.