Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нажиә Игеҙйәнова
Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова
Тыуған көнө:

1 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡыйғы районы Абзай ауылы

Эшмәкәрлеге:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова(1 сентябрь 1946) — башҡорт яҙыусыһы, шағир. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы 1946 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 1-се һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын туҡыусы булып башлай.

1988 й. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып, диплом ала. 1983 йылдан БАССР, 1993 йылдан БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1974 й. алып «Һәнәк», 1982 й. - «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләй. 1986—2002 йй., хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, 1991 й. башлап «Ағиҙел» журналының хаттар бүлеге мөдире була.

Күбеһенсә сатира һәм юмор өлкәһендә эшләй, китаптарына ингән хикәйәләрендә автор замандашрының карикатур образдарын тыуҙыра, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен фашлай. Әҫәрҙәренең геройҙары — әҙәпһеҙлек һәм эскерле хаслыҡ менән килешергә теләмәгән үҙенсәлекле шәхестәр.

Балалар өсөн яҙылған “Исемем матур икән” хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары авторы[1]. Әҙәб.:

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1998 йылда әҙибәгә «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелде.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1986 - «Таныш булайыҡ»
  • 1991 - «Еҫле һабын»
  • 1993 - «Исемем матур икән» (балалар өсөн)
  • 2004 - «Яҡты хыял» (балалар өсөн)
  • 1996 - «Көндәш»
  • 2002 - «Тәҡдир»
  • 2006 - «Йәшәп ҡалырға кәрәк»
  • 2009 - «Алтын сылбыр»
  • 2014 - «Һуңғы осрашыу» (әҫәрҙәр йыйынтығы)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гәрәев Ә. Мичман улы. Өфө, 1998; Гәрәева Г. Хәҙерге проза үҙенсәлектәре. Өфө, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [башкирская-энциклопедия.рф/index.php/12149]
  • [1]
  • [www.bashinform.ru/news/889699-vidnye-pisateli-bashkortostana-nazhiya-igizyanova-k-yubileyu-prozaika/]
  • [союзписателейрб.рф/117-tvorcheskiy-vecher-nazhii-igizyanovoy.html

]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]