Эстәлеккә күсергә

Үтәғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Утягулово
башҡ. Үтәғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Үтәғол

Координаталар

51°42′09″ с. ш. 57°02′26″ в. д.HGЯO

Халҡы

478[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453394

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 840 001

ОКТМО коды

80 626 440 101

Утягулово (Рәсәй)
Утягулово
Утягулово
Үтәғол (Башҡортостан Республикаһы)
Утягулово

Үтәғол — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Үтәғол ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840001.

Үтәғол ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан урынлашҡан.

Марат Түләбаевтың «Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура» китабында былай тип яҙыла: "Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһе) ауылдарына нигеҙ һала[2].

Үтәғол ауылы тураһында тәүге яҙмалар 1795 йылға тура килә, ул Ырымбур өйәҙенең Үҫәргән улусына ҡарай. 1816 йылда ауылда йәшәүселәр исемлегендә Үтәғол Ҡансуринға — 73 йәш һәм мулла Рәсүл Үтәғоловҡа 49 йәш булған.

Үтәғол (Ҡыуат) ауылына XVIII быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл атамаһы тәүге төпләнеүсе Үтәғол Мусин исеме менән аталған. Икенсе исеме — Ҡыуат. 1795 йылда ауылдағы 7 хужалыҡта йәшәгән 70 кеше иҫәпкә алынған. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ырымбур губернаһының 1866 йылғы торлаҡ пункттары исемлегендә (2-се өлөшө) Үтәғол Орск өйәҙенең 1-се станы, 1-се Үҫәргән улусы, Буранғол ойошмаһына (общество) керә, Һаҡмар йылғаһының уң яҡ яры ҡушылдығы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан була. Үтәғолдан Орск ҡалаһына тиклем — 145 саҡрым, стан фатирына тиклем — 45 саҡрым. 130 хужалыҡта барлығы 265 кеше: 130 ир-ат, 135 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.[3]

1900 йылда Үтәғолда һыу тирмәне теркәлгән.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Үтәғол ауылы Йылайыр кантонының Үтәғол улусына ингән. Түбәндәге мәғлүмәт һаҡланған: «башҡорт ауылы, 1920 йылғы иҫәп алыу буйынса: өйҙәр һаны — 58, кешеләр һаны: ир-ат — 130, ҡатын-ҡыҙ — 143». XX быуаттың 30-сы йылдарында XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған Ҡыуат-Бикбирҙе (Ғ. Ғ. Ҡыуатов, М. А. Ҡыуатов, С. С. Ҡыуатовтарҙың тыуған ауылы), 40-сы йылдар аҙағында — XX быуат башында нигеҙләнгән Туғай-Бикбирҙе ауылдары Үтәғолға ҡушыла.

Үтәғол ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы исемендәге музей, мәсет бар.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтәғол ауылында 1900 йылда — 277 кеше, 1920 йылда 273 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда, аслыҡ йылдарынан һуң, ауылда ни бары 53 кеше генә теркәлгән[2]. Ауылда 1939 йылда — 291, 1959 йылда — 411, 1989 йылда — 583, 2002 йылда — 591 кеше, 2010 йылда — 478 кеше йәшәгән.

Йыл Халыҡ һаны
1939 291 [5]
1959 420 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1970 499 [6]
1979 586 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1989 583 [7]
2002 591 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2009 560 [9]
2010 478 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, башҡорттар күпселекте тәшкил иткән (97 %)[10].

  • Йәштәр урамы (рус.  улица Молодёжная)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная улица)
  • Ҡаҫмарт урамы (рус.  улица Касмарка)
  • Ҡыуатов урамы (рус.  улица Куватова)
  • С.Абдуллин урамы (рус.  улица С. Абдуллина)[11]

Тауҙар

  • Кәмәтау, Бирҙеғол тауы

Йылғалар

  • Йәнһүбә йылғаһы, Күссыҡҡан йылғаһы[12]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Йәшерәм яулыҡ», «Күршең татыумы»,"Сәпсек ҡуйҙым", «Сөрәкә», «Күләгә» уйындары (Аҡбутина Мөкәрәмә Исмәғил ҡыҙы, Дәүләтбәкова Зилә Фәйзрахман ҡыҙынан яҙып алынған)[13].

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда[14] Үтәғол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  3. Ырымбур губернаһының 1866 йылғы торлаҡ пункттары исемлеге (2-се өлөшө) 2012 йыл 6 март архивланған.
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  12. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  13. Современное состояние фольклора в Зианчуринском района
  14. ревизия материалдары(недоступная ссылка)