Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы
Административ үҙәге

Өфө, Рәсәй

Ойошма төрө

Ижади йәмәғәт ойошмаһы

Рәсми телдәре

урыҫ, башҡорт

Етәкселәре
рәйес

Вәдүт Исхаҡов (2020 йылдың декабренән)

Нигеҙләнгән

1957

Бөтөрөлгән
-

Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы — Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы, сәйәси булмаған ижади берекмә.

Ижади союз Өфөлә 1957 йылда ойошторола.

Төп маҡсаттары һәм бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүҙ һәм матбуғат иркен тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, журналистарҙың һөнәри кимәлен күтәреү, берекмә ағзаларының социаль‑хоҡуҡи һәм һөнәри мәнфәғәттәрен яҡлау. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы журналистар съездарын, ижади осрашыуҙар, конкурстар ойоштора һәм үткәрә; йәш журналистарға һөнәри-ижади эштә ярҙам итә, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге, Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы һәм Халыҡ-ара журналистар союздары конфедерацияһының премияларына, шулай уҡ журналистарҙы маҡтаулы исемдәргә һәм дәүләт наградаларына тәҡдим итә.

Ижади берекмәнең юғары етәксе органы — съезд, ул биш йылға бер тапҡыр саҡырыла. Ойошманың башҡарма органы — рәйес етәкселегендәге идара.

Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы структураһына түбәнге ойошмалар һәм район-ара ижади берекмәләр инә.

Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы Интернет-журналистика Хартияһын булдырған. Ижади берекмә йыл һайын «Башҡортостандың алтын ҡаурыйы», «Матбуғат йөҙө» республика конкурстарын, йәш журналистар фестивален үткәрә, бөтә ҡәләм оҫталары фестивале «Журфест» һәм «Пресса балы»н ойоштора.

2020 йылдың 15 февралендә Журналистар союзының сираттағы XXII съезы үтте, унда 110 кеше ҡатнашты. Пандемия арҡаһында съезд онлайн-форматта ойошторолдо. Ижади берекмәнең 2016—2020 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында отчёт менән идара рәйесе Артур Дәүләтбәков сығыш яһаны. Район баҫмалары вәкилдәре актуаль проблемалар күтәрҙе. Съезд «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовты ижады берекмә рәйесе итеп һайланы[1].