Дәүләтбәков Артур Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы
Тыуған көнө

25 ғинуар 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (53 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Үтәғол ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

журналистика, йәмәғәт эшмәкәрлеге

Атаһы

Хәсән Ғәлиәкбәр улы 

Әсәһе

Фәниә Заһит ҡыҙы

Дәүләтбәков Артур Хәсән улы (25 ғинуар 1971 йыл) — журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артур Хәсән улы Дәүләтбәков 1971 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үтәғол (Ҡыуат) ауылында тыуған. Беренсе класты Ибрай мәктәбендә уҡый, артабан Иҙәш ауылына күсеп баралар. 1987 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат—мәктәпте (1994 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай[1]. Шул уҡ йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә. Күңеле әҙәбиәткә нығыраҡ тартылғанға, икенсе йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына күсә.

Әсәһе Фәниә Заһит ҡыҙы — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, атаһы Хәсән Ғәлиәкбәр улы — тарих уҡытыусыһы.

Хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артур Дәүләтбәков Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс премияһын тапшыра
  • Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016)[2].
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы[3].
  • 2010 йылда, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттан тыш үткән съезында республика журналистары, союз идараһы рәйесе итеп һайлап, уға ҙур ышаныс күрһәтә[4]. 2015 йылдың 21 декабрендә Башҡортостан Журналистар союзының XX съезында был ижади ойошманың рәйесе итеп Артур Дәүләтбәков яңынан һайланды[5]. Был вазифвны ул 2020 йылдың декабренә тиклем башҡарҙы[6].
  • «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы яҡлыларҙың Башҡортостан төбәк координацион советы ағзаһы[7].
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән эшмәкәрҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм уларҙы хөрмәтләү мәсьәләре буйынса комиссия ағзаһы[8].

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Интернат мой — дом родной. Коллектив авторов: Кудакаев Ф. Ш., Галимова Г. Г., Давлетбаков А. Х.[9]

Матбуғатта сығыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Артур Давлетбаков: «Престиж профессии журналиста нужно поднимать». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 16 сентябрь[10].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016)[11]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты сайты. Выпускники (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
  2. Официальный сайт Союза журналистов России. Члены Федеративного Совета 2016 йыл 17 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  3. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайты. Члены исполкома 2016 йыл 2 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
  4. [http://www.bashinform.ru/news/305723-predsedatelem-pravleniya-soyuza-zhurnalistov-bashkortostana-izbran-artur-davletbakov/ Председателем Правления Союза журналистов Башкортостана избран Артур Давлетбаков. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2010, 29 сентябрь] (рус.)
  5. Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 декабрь
  6. На XXII съезде Союза журналистов Башкортостана выбрали нового председателя. ИА «Башинформ», 15 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)
  7. Официальный сайт партии «Единая Россия» Региональное отделение Республика Башкортостан. Давлетбаков Артур Хасанович 2017 йыл 6 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
  8. Электронный фонд правовой и нормативно-технической документации. УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН от 28 июля 2012 года N УП-318 О КОМИССИИ ПРИ ПРЕЗИДЕНТЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПО ВОПРОСАМ УВЕКОВЕЧЕНИЯ ПАМЯТИ И ЧЕСТВОВАНИЯ ВЫДАЮЩИХСЯ ДЕЯТЕЛЕЙ, ВНЕСШИХ ЗНАЧИТЕЛЬНЫЙ ВКЛАД В РАЗВИТИЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (с изменениями на: 21.11.2014) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
  9. КОНКУРСЫ. Претенденты на журналистскую премию определены Газета «Республика Башкортостан», № 174, 2005, 9 сентябрь. 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
  10. , 2011, 16 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
  11. Башҡортостан Башлығы республика журналистарына наградалар тапшырҙы. , 2016, 15 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]