Этҡол (Ейәнсура районы)
Ауыл | |
Этҡол рус. Иткулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453391 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Этҡол (рус. Иткулово; икенсе атамаһы Юлдаш) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804004.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сирғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абзан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].
Икенсе тарих буйынса, Әселе йылғаһы буйында Үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар араһында уҡымышлы ғына бер ҡарт булған. Уны ҡаҙаҡтар әсирлеккә алғандар, ҡасмаһын өсөн, уның аяҡ-ҡулдарын телгеләп, ҡыл ҡуйып тотҡандар. Һигеҙ йыл тотҡонлоҡта йәшәгәс, ул нисектер, уларҙың ышанысына инә. Ләкин үҙенең Эйек буйҙарын һағынып йәшәй. Ул ат көткән була. Берҙән-бер көндө яҡшы бер атты эйәрләп ҡаса. Күп тә үтмәй, уны ҡаҙаҡтар белеп ҡалып, ҡыуа төшәләр. Сабып килгәндә бер һаҙматта аттан һикереп ҡала һәм йәйәү Әселе йылғаһы буйына килеп сыға. Шунда бер кешене осрата. Һөйләшеп китәләр һәм ҡарт уға ҡоллоҡта, тотҡонда булғанлығын һөйләп бирә. Ә теге кеше, эт ҡоллоғонда йәшәгәнһең икән, тигән. Минең дә йәшәр урыным юҡ, әйҙә, бергәләп йәшәйек, юлдаш булайыҡ, тигән. Шунан киткән Юлдаш (Этҡол) тигән ауыл исеме. Һуғышҡа тиклем Юлдаш ауылында 89 йорт була[2].
Ҡыуатов Нурвиль Шәриф улының (1945 й.) һөйләгәндәренән: “Юлдаш (Этҡол) ауылына Этҡол тигән кеше нигеҙ һалған. 1755 йылғы ихтилалға тиклем һалынған ауыл ул. Этҡол ҡарттың уландары Ураҙгилде Буранбаевтар тоҡомдары. Тәүҙә ауыл һыу аръяғында, баҫҡынсыларҙан, ҡаҙаҡтарҙан һаҡланыуға ныҡ уңай урында була"[2].
Ауыл 1765 йылдан алып билдәле. 1795 йылда 42 йортта 227 кеше йәшәгән, 1866 йылда 58 йортта — 353 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән[3].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этҡол ауылы Абҙан ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп (Абҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этҡол ауылы Әселе йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 55 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 45 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы (18.05.1939) — ғалим-анатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1989—2013 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал физкультура университетының кафедра мөдире. 1995-1997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2005)[4].
- Ниғмәтулла Бирҙебаев (1789—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (15.08.1904—20.12.1971) — Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1937—1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм БАССР Юғары Советы Президиумы (1938 йылдан) Рәйесе. СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (29.10.1957) — театр актёры, режиссёр. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004)[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы: 1900 йылда — 529 кеше, 1920 йылда 604 кеше тәшкил иткән[3]. 2009 йылда 431 кеше йәшәгән[6].
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (99 %)[12].
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда[13] Этҡол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡамышлы урамы (рус. улица Камышла)
- Мәсетле урамы (рус. улица Масетле)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
- Өстау урамы (рус. улица Остау)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[14].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тау-таштар
- Сибай тауы
- Зөһрә тауы
- Мәмекәй тауы
- Мәҙинә тауы
- Оҫҡонло башы
- Кәшәнә ташы
Йылғалар Балаҡай йылғаһы[15]
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Этҡол (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2017)
- ↑ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 9,0 9,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 10,0 10,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- материалдары(недоступная ссылка)
- Этҡол (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- Деревня Иткулово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |