Әлебай
Ауыл | |
Алибаево башҡ. Әлебай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453391 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Әлебай (рус. Алибаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 65 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 58 км
Әлебай ауылы Һаҡмар йылғаһы бассейнына ҡараған Әселе йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 65 км һәм Һарыҡташ тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].
Ауыл 1770 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1765 йылдан) алып билдәле. Шәжәрә буйынса тәүге төпләнеүсенең (Мөйтән бей нәҫеленән) исеме менән аталған. 1857 йылда бында шулай уҡ улустың Этҡол ауылы кешеләренең бер өлөшө күсеп ултыра. 1866 йылда 25 йортта 133 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлебай ауылы халҡы 1900 йылда — 231 кеше; 1920 йылда — 269; 1939 йылда — 286; 1959 йылда — 220; 1989 йылда — 195; 2002 йылда — 179; 2009 йылда — 178, 2010 йылда 140 кеше тәшкил итә[3]. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) Әлебайҙа 56 кеше генә иҫәпләнгән[4]. Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһалауынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Әлебай ауылында халыҡ һаны 139 кеше тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Әлебай ауылында даими рәүештә 62 ир-егет (44.66 %) һәм 77 ҡатын-ҡыҙ (55.34 %)[5].
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (100 %)[6].
Арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмөхәмәтов Муллахмәт Муллағол улы (1928—2003) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Ишмөхәмәтов Зәбихулла Нәсибулла улы (1932—1998) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы
- Ишмөхәмәтов Фәррәх Иҙрис улы (1938—2020) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы
- Ишалина Зөлхизә Исмәғил ҡыҙы (1932—2012) — һауынсы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Йәнтилин Шәйхетдин Сәләхетдин улы (1928—2003) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, ВДНХ-ның көмөш миҙалына лайыҡ булған.
- Сарбаев Фәтих Хөснөлхаҡ улы (1936—2007) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы
- Сарбаев Уйылдан Һиҙиәт улы (1936—?) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы
- Хәсәйев Усман Ғүмәр улы (1929—2010) — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яландар
- Балауыҙ түгелгән яланы
- Сәскә ҡырлауы яланы
- Сағанғол яланы
Йылға-шишмәләр
- Атбәйләгән йылғаһы
- Ҡараһыйыр йылғаһы
- Ибрас шишмәһе
- Әселе йылғаһы
- Аҡҡойрон йылғаһы
- Ҡабыҡҡыуыш йылғаһы
- Туҡмаҡ йылғаһы
Тауҙар
- Ослотау тауы[8]
- Алпамыша битләүе
- Ҙур тау
- Бәләкәй тау
Башҡа урындар
- Сана бөккән урын
- Әлебай ҡыҫығы
- Юлдаш ҡыҫығы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлебай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура
- ↑ 3,0 3,1 Әлебай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ * Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ АЛИБАЕВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |