Һарыҡташ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарыҡташ
Флаг
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Саракташский поссовет[d][2] һәм Һарыҡташ районы
Административ-территориаль берәмек Саракташский поссовет[d][2] һәм Һарыҡташ районы
Почта индексы 462100
Урындағы телефон коды 35333
Карта
 Һарыҡташ Викимилектә

Һарыҡташ — ҡала тибындағы ҡасаба, Ырымбур өлкәһе һарыҡташ районының административ үҙәге. Һарыҡташ ҡасаба советындағы берҙән — бер тораҡ пункты.

Халыҡ — 17660 кеше (2015 йыл).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡмар йылғаһының һул ярында, уға Чиркәс йылғаһы ҡушылған урында, Ырымбур ҡалаһынан көнсығышҡа табан 85 км алыҫлыҡта һәм Ҡыуандык ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Төньяҡ-көнбайышта ҡасаба янында Черкассы һәм Александровка ауылдары бар.

Ҡасабала Ырымбур — Орск тимер юлы линияһы тармағының Һарыҡташ станцияһы бар. Ҡасаба аша Ырымбур — Ҡыуандыҡ (Беляевка, Орск) автомобиль юлы, төньяҡҡа табан Иҫәнғол ауылына (Мәләүез, Сибай) юл үтә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер юл станцияһы булараҡ Воздвиженский станицаһы янында нигеҙ һалынған, тимер юлын төҙөү 1913 йылда башланған. Черкасск һәм Воздвиженский станицаларының пай ерҙәрен тимер юл төҙөр өсөн тартып алғас, тимер юлды изгеләндерергә Татар Һарыҡташы ауылынан мулла саҡырғандар.

1918 йылдың майында, Граждандар һуғышы барышында, Воздвиженский станицаһы Һарыҡташ ҡасабаһы менән бергә Ҡыҙыл гвардияның каратель отрядтары тарафынан яндырылған[3].

Һарыҡташ 1931йылдың 4 ғинуарынан алып райондың административ үҙәге.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

һарыҡташта «Коммунар» заводы (гидроагрегаттар, насостар, клапанлы аппаратура сығара)[4], һөт консервалары заводы (ООО «Анаир»), Тимер -бетон заводының икмәк комбинаты, «ЭКСПО» (йөк күтәреүсе, инвалидтарҙы күтәреүсе машиналар етештереү, лифттарҙы хеҙмәтләндереү һәм һатыу) компанияһы бар

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Изге Троица мәрхәмәтлек монастыры.
  • Мәсет.
  • «Красная Гора» туристик комплекс.
  • А, Г. Васильевтың тыуған тирмәһе

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеменең бер нисә аңлатмаһы бар: «таш менән һарыҡ» (татар. сарык, башҡ. һарыҡ — һарыҡ)[5], «һары таш» (татар. сары, башҡ. һары, төрөк сарыга — һары, татар. һәм башҡ. таш таш — таш), «һарыҡташ» (башҡ. һарыҡташ — «һарыҡташ»)[6].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Середавин, Владимир Диамидович (1936—2003) — табип, хирург, йәмәғәт эшмәкәре. Һамар ҡалаһының почетлы гражданы.

Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. Ырымбур казак көрәш большевиктарҙың апрель — июнь, 1918 йыл.
  4. Б. Н. Жанбаев. О Саракташском районе. Saraktash.ru. Архивировано 2 июнь 2012 года.(недоступная ссылка)
  5. Ҡасаба тарихына сайтында саракташ(недоступная ссылка)
  6. С.М.Стрельников. Географические название Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Изд-во С.М.Стрельникова, 2002. — С. 127.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]