Эстәлеккә күсергә

Байдәүләт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Байдавлетово
башҡ. Байдәүләт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл Советы

Байдәүләт

Координаталар

52°12′32″ с. ш. 56°53′10″ в. д.HGЯO

Халҡы

207[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453387

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 807 002

ОКТМО коды

80 626 407 106

ГКГН номеры

0525098

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Байдавлетово (Рәсәй)
Байдавлетово
Байдавлетово
Байдәүләт (Башҡортостан Республикаһы)
Байдавлетово


Байдәүләт (рус. Байдавлетово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Байдәүләт ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807002.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан башлап Бишәй (“бишәй” этнонимынан, ҡара: Үҫәргән) исеме менән билдәле. 18 быуат аҙағынан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауылға йорт старшинаһы Байдәүләт Аҡкөбәков нигеҙ һала. 1866 йылда 58 йортта 337 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Әлеге көндә ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[2].

Халҡы: 1900 йылда — 482 кеше; 1920 йылда — 492 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар йәшәй.[2]

Йыл Халыҡ һаны
1939 476 [3]
1959 361 [4]
Йыл Халыҡ һаны
1970 350 [4]
1979 214 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1989 202 [5]
2002 231 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2009 225 [7]
2010 207 [6]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (97 %)[8].

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда[9] Байдәүләт ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Байдәүләт ауылы Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 34 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сиреғол): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 88 км[10]
  • Бишәй урамы (рус. улица Бишай)[11]

Йылғалар

  • Әҙәтҡол йылғаһы
  • Ҡапсыҡ йылғаһы

Тауҙар

  • Ҡапсыҡ тауы (Ҡапсыҡ урманы)
  • Ҡамышал тауы[12]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Байдәүләт, Ейәнсура районындағы ауыл(недоступная ссылка)
  3. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  4. 4,0 4,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  5. 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  9. 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  10. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  12. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге