Мәзит
Уҡыу көйләүҙәре
Ауыл | |
Мәзит рус. Мазитово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Почта индексы |
453390 |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мәзит (рус. Мазитово) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. ОКАТО коды — 80226822003.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 18 быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусының Абҙан һәм Этҡол ауылдары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 йылда 30 йортта 163 кеше йәшәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Оло Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 41 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Муйнак): 13 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 77 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2021) һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы (2014) лауреаты.
- Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы (10 март 1929 йыл — 21 декабрь 2010 йыл) — журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1986 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Хәсәнов Нәжметдин Танһыҡҡужа улы (рус. Хасанов Нажметдин Тансыккужаевич; 10 март 1925 йыл — 8 март 2013 йыл) — ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм башҡа миҙалдар кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәнит хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы: 1900 йылда — 297 кеше; 1920 йылда 400 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 269 кеше иҫәпләнгән.[3].
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[9].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Өҫкәлек урамы (рус. улица Большой Ускалек)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[10]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өһәйен (Хөсәйен) Ҡарауылы тауы
- Ҡарағайлыайыры йылғаһы
- Асалығул йылғаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Мәзит, Ейәнсура районы
- ↑ [ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәзит // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |