Иҙелбәк
Ауыл | |
Иҙелбәк рус. Идельбаково | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453393 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Иҙелбәк (рус. Идельбаково) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453393, ОКАТО коды — 80226819001.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға ΧΥΙ быуат аҙағында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу мәлендә яндырыла, һуңынан тергеҙелә. Иҙелбәк Усманов исеме менән аталған. Шулай уҡ Ҡаҙанболаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 9 йортта 49 кеше йәшәгән, 1866 йылда 57 йортта — 296 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә булған. 1939 йылда Үрге Иҙелбәк ауылы булараҡ теркәлгән, ул 50‑се йылдарға ҡарай, Түбәнге Иҙелбәк ауылы (20 быуаттың 30‑сы йылдарында “Овцевод” совхозы ойошторолғас барлыҡҡа килә) менән ҡушылып, Ейәнсура совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 70‑се йылдарҙан хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә[2].
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҙелбәк — Ҡаҙанболаҡ ауыл Советының административ үҙәге. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, «Рәсәй почтаһы» бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана, район электр селтәрҙәре, урман хужалығы, мәсет, магазиндар бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҙелбәк ауылы Ҡаҙанболаҡ йылғаһы (Ҡаҫмарт йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан[2].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы (19.07.1976), йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000).
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы: 1900 йылда — 442 кеше, 1920 йылда 516 кеше иҫәпләнгән[2]. 2009 йылда Иҙелбәктә 1438 кеше тәшкил иткән[4]. Башҡорттар йәшәй (2002).
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (80%)[8]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтшин урамы (рус. улица Ахметшина)
- Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Ҡаҙанболаҡ урамы (рус. улица Казанбулак)
- Төп урам (рус. Ключевая улица)
- Комаров урамы (рус. улица Комарова)
- Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
- Күсәков урамы (рус. улица Кусакова)
- Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Төҙөлөш урамы (рус. Строительная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Шолохов урамы (рус. улица Шолохова)[9]
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яманайыр йылғаһы
- Ҡаҙанболаҡ йылғаһы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Иҙелбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Иҙелбәк
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Справочник
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |