Яңы Себенле
Ауыл | |
Яңы Себенле рус. Новые Чебенки | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар-сөнниҙәр |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453380 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Яңы Себенле (рус. Новые Чебенки) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453380, ОКАТО коды — 80226828007.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Түбәнге Себенле, Яманболаҡ булараҡ та билдәле булған. Ауылға 1840 йылда башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ΧΥΙΙΙ быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Бөрйән‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ өйәҙҙең Үрге һәм Түбәнге Себенле ауылдары (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районы) кешеләре керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һала. 1866 йылда 50 йортта 474 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған, шулай уҡ улус идараһы урынлашҡан. 1900 йылда татар мәктәбе теркәлгән[2].
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яңы Себенле ауылы — административ үҙәк. Ауылда башланғыс мәктәп (Ишемғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[2].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы: 1900 йылда — 793 кеше, 1920 йылда 1360 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 125 кеше теркәлгән[3]. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[2]. 2009 йылда 666 кеше тәшкил иткән[4].
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (66 %) башҡорттар (33 %)[9].
Ревизия материалдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1850 йылда[10] һәм 1859 йылда[11] Яңы Себенле ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яман йылғаһы (Ташлы йылғыһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 23 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишемғол): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төйлөгән): 46 км
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафин Вадим Фәтхи улы (11.04.1933) — ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)[12].
- Булат Ишемғол (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов; (16.02.1900—10.07.1938) — комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йөрәктау тауы
Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
- ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Яңы Себенле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Яңы Себенле
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ материалдарында(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Вадим Фәтхи улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2018)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |