Һаҡмар районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һаҡмар районы
Cакмарский район
Герб
Герб
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

Муниципаль районы

Урынлашҡан урыны

Ырымбур өлкәһе

Берләштерә

16

Административ үҙәк

Һаҡмар (ауыл)

Барлыҡҡа килеүе

1935

Халҡы (2010)

30 659[1] кеше

Майҙаны

2061 км²

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Телефон коды

+7 35331

Автомобиль номерҙары коды

56

Рәсми сайты

Һаҡмар районы(рус.  Cакмарский район) — Ырымбур өлкәһе районы.

Үҙәге Һаҡмар ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡмар районы өлкәһенең үҙәгендә урынлашҡан. Ырымбур, Переволоцк, Октябрьский, Төйлөгән һәм Һарыҡташ райондары менән сиктәш. Майҙан — 2061 км².

Районда Һайылмыш, Һаҡмар,Юшатыр йылғалары аға.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1740 йылдын 25 августта Һаҡмар районында 1739-1740 йылдағы Башҡорт ихтилалы ҡатнашыусылары язалап үлтерелә (Василий Урусов етәкселегегдә). 1740 йылдын 17 сентябрендә Һаҡмар ҡаласығында (Һаҡмар районы үҙәге) 170 кеше язалап үлтерелә.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939[2] 1959[3] 1970[4] 1979[5] 1989[6] 2002[7] 2010[8]
22 450 33 507 26 336 25 037 26 384 28 569 29 179

Милли состав (2010): урыҫтар — 65,7%, татарҙар — 20,6%, Ҡаҙаҡтар — 5,8%, украиндар — 2,8%.

Ҡоролош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Архиповский ауыл советы
  2. Беловский ауыл советы
  3. Белоусовский ауыл советы
  4. Верхнечебеньковский ауыл советы
  5. Дмитриевский ауыл советы
  6. Егорьевский ауыл советы
  7. Каменский ауыл советы
  8. Краснокоммунарский ауыл советы
  9. Марьевский ауыл советы
  10. Никольский сельсовет
  11. Һаҡмар ауыл советы
  12. Светлый ауыл советы
  13. Среднекаргальский ауыл советы
  14. Татар-Ҡарғала ауыл советы.
  15. Тимашевский ауыл советы
  16. Украин ауыл советы

Татар Ҡарғалы ауылы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татар Ҡарғалыһына тарихы 1743 йылға барып тоташа. Ул йылды ҡорола ғына башлаған Ырынбурҙың губернаторы Неплюев татарҙарҙы Урта Азия менән сауҙа элемтәһен тергеҙергә саҡыра. 1744 йылда Сәғит Хәлендә Елизавета Петровна Һаҡмар йылғаһы буйынан 64 мең дисәтинә ер бүлеп бирә. Сәғит Хәйәлин тыуған ауылы Байҙар Сабаһы һәм Ҡазан өйәҙенең башҡа ауылдарынан үҙе менән 173 ғаиләне ияртеп, Һаҡмар йылғаһы буйына барып ултыра.

1956 йылда Советтар Союзына Һиндстан хөкүмәте рәйесе Джавахарлал Неру килә, һәм ул Татар Ҡарғалыһы күреп килергә теләүен әйтә. Ҡарғалы сауҙагәрҙәре Көнбайыш кешеләренән беренселәрҙән булып Һиндстанға Тянь-Шань тауҙары аша, серле тау һуҡмаҡтары менән барып етәләр.

Ауыл үҙәгендә ҙур Гостиный двор (күмәртә сауҙа үҙәге) була. Урта Азиянан каруандар Ырынбурҙың уҙып, туп-тура бында һатыу итергә килә.

1897 йылда Ҡарғалыла 13 мең кеше йәшәй. Халыҡ күбеһенсә һөнәрселек менән шөғөлләнә. Ауылда етештереү 20, 20 тирмән була. 1917 йылда халыҡ һаны 17 меңгә етә.

Каргалы кешеләре Көньяҡ Уралда 38 татар ауылынана нигеҙ һала. Юғары һәм Түбән Себенле, Стәрлебаш районында Йәшергән, Айдарали һәм Түбәнге Ибрай.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район территорияһы буйлап Мораптал–Һаҡмар (Өфө—Ырымбур тимер юлы өлөшө) тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Мораптал–Һаҡмар тимер юлы - Көньяҡ Урал тимер юлы, Башҡортостан Республикаһында 12 км). Көйөргәҙе районы аша үтә. 1980 йылда төҙөлгән.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]