Боғорослан (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Боғорослан
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Боғорослан

Координаталар

53°37′00″ с. ш. 52°25′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1748

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1748

Ҡала с

1781

Майҙаны

76 км²

Халҡы

49 942 кеше (2013)

Этнохороним

Буғарыҫлансы

Телефон коды

+7 35352

Почта индексы

461630-...-461639

Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 408

ОКТМО коды

53 708 000 001

Рәсми сайт

bugadmin.orb.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Боғорослан (Рәсәй)
Боғорослан
Боғорослан
Боғорослан (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Боғорослан

Боғорослан (Буғарыҫлан) — Ырымбур өлкәһендә, Рәсәйҙә өлкә әһәмиәтендә булған ҡала. Ҡалала Боғорослан районы үҙәге урынлашҡан. Үҙе Буғарыҫлан ҡалаһы район составына инмәй.

Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй юғарылыҡта, Большой Кинель йылғаһы ярында ята. Һамарҙан — 180, Ырымбурҙан — 360, Мәскәүҙән — 1200 км. алыҫлыҡта.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боғорослан мәсете
Буғарыҫлан XX быуат башында
Герб (1782)

Ҡала 1748 йылда Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына [1]. Исем төрки теленән килә: боға[2] (буға)[3] – үгеҙ, телец; арслан – арыҫлан.

Боғорослан 1781-1920 йылдарҙа Боғорослан өйәҙе үҙәге.

Боғоросланда 267 йорт иҫәпләнгән, шул иҫәптән хәрби хеҙм рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙм рҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға — 4, крәҫтиәндәргә — 159 йорт.

1811 йылда 1300 кеше йәшәгән, 1897 — 12141 (башҡорттар — 66, мордвалар — 363, татарҙар — 868, урыҫтар — 10624 һ.б.), 1910 — 15000 кеше. 19 б. аҙ. халҡы сауҙа, игенселек, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ м н шөғөлләнгән.

Һабын ҡайнатыу һәм балауыҙ һығыу заводтары эшләгән. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. Покров ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, 2 сиркәү, дини, 2 класлы ҡала һәм 2 мәхәллә училищелары, ҡыҙ балалар прогимназияһы, 2 дауахана булған. 1935—41 йй. татар башҡ. пед. уч щеһы (ҡара: Жёлтый татар башҡорт педагогия училищеһы) эшләгән.

1920 йылдан башлап Ырымбур өлкәһе составында.

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −10,7 −10,6 −5,5 5,5 14,8 19,9 21,6 20,4 13,6 5,3 −3,9 −9,8 5,0
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Сотовая связь[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала Боғорослан граждан авиацияһының осоу училищеһы, Ырымбур дәүләт университеты филиалы эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бугуруслан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. боға—племенной бык. Прим. күл боғаһы - большая выпь. Башкирско-русский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 1996)
  3. Буға — Бык, корова. Боға, буға һүҙҙәре боронғо төрки ҡомартҡаларҙағы үгеҙ мәғәнәһендәге воуа~вUуа һүҙенә барып тоташа. - Слова боға, буға восходят к слову воуа/вUуа в значении `бык`, встречающемуся в древнетюркских памятниках. Мифологический словарь башкирского языка (Ф.Г.Хисамитдинова, 2010)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]