Гай районы
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
8 | ||
Административ үҙәк |
Гай ҡалаһы (район составына инмәй) | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
башлык |
Папунин Олег Юрьевич | ||
Халҡы (2015) |
↘9419[1] | ||
Тығыҙлығы |
3,25 кеше/км² | ||
Майҙаны |
2900 км² | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 35362 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
56 | ||
Га́й районы — Ырымбур өлкәһенең административ берәмеге. Район территорияһы буйлап Яйыҡ йылғаһы аға. 1960 йылға тиклем Хәлил районы исемен йөрөткән.
Тарихи[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1960 йылда 3 ноябрҙә ойошторолған. Майҙаны — 2900 км2. Район үҙәге — Гай ҡалаһы. Районда 8 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы — 10,7 мең кеше (2010), шул иҫәптән 32,4 % башҡорттар. Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Ишбирҙе, Ишкенә, Нурбулат, Иҫке Хәлил, Үҙәмбай, Хәлил һәм башҡалар. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 3 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Гай ҡалаһында 2002 йылдың алып «Ырымбур өлкәһенең Гай районы һәм Гай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы» эшләй, Нурбулат ҡасабаһында — башҡорт мәҙәниәте һәм көнкүреше музейы, «Умырзая» вокаль ансамбле, Ишкенә ауылында — «Йәйғор», Иҫке Хәлил ауылында «Сулпан» вокаль ансамблдәре эшләй.
Ҡоролош[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гөбәрле ауыл советы
- Ирекле ҡасабаһы
- Камейкинск ауыл советы
- Колпак ауыл советы
- Новониколаевск ҡасаба советы
- Новопетропавловск ауыл советы
- Репинск ауыл советы
- Хәлил ауыл советы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гай районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.