Ишкенә
Ауыл | |
Ишкенә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Һары |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ишкенә (рус. Ишкинино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялан Гөбөрлөһө йылғаһы (Гөбөрлө ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишкенә (Һары, Ялан Һарыһы) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Аҡйегет (Урман Һарыһы) ауылы кешеләре Йәнтеш ауылына нигеҙ һала, ә Йәнтеш ауылы халҡы Ишкенә ауылын барлыҡҡа килтергән. Нигеҙләгәндә уның атамаһы Һары булған, ул үҫәргән башҡорттарының араһының атамаһы булып тора. Үҙ сиратында Ишкенә ауылы кешеләре Йәнтүрә ауылын нигеҙләй (был ауыл Гай районы составында була һәм 1970-се йылдарҙа юҡҡа сыға)[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
1927 йылдың 30 майында Урта Волга крайының (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округының) Яңы Покровка районы составына бирелә. 1931 йылдың мартынан — Урта Волга крайының Орск районы составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934—1963 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Хәлил районы (1960 йылда исеме Гай районы тип үҙгәртелә) составында була. 1963—1965 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составында була[2][4]. 1965 йылда йәнә Гай районы составына ҡайтарыла.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1901 | 1917 | 1920 |
---|---|---|---|---|---|---|
312 | 342 | 220 | 350 | 344 | 480 | 417 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
203 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 92 % тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62, 67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.